Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Октябрь 2019, 18:58

Яугир рухлы ир-егеттәр "ЯУГИР"ҙа сыныға

Ғәжәп ҡылмаҫһыңмы был тормошҡа бәндәләрҙең кемлектәрен һынап: юҡ ҡына эшен бар итеп, йѳмлә ғәләмгә лаф ороусылар, ҙур уңыштар ҡаҙанып та, тауыш-тынһыҙ ҡалыусылар, вайымһыҙҙар вә хуш күңеллеләр... Эшмәкәрлеге арҡылы йәш быуынға беләк кѳсѳн генә түгел, аҡыл ҡеүәһен үҫтерергә, әҙәп-әхлаҡ ҡанундарына буйһоноп йәшәргә ѳйрәткән ғәййәр ир-егет, “Яугир” кѳрәшселәр клубы етәксеһе - Абдулҡадир Садиҡ улы Нурғәлиндың нәтижәле хеҙмәте тураһында ла күптәр белеп бѳтмәйҙер. Һәр ғәмәле тик изге маҡсатҡа ғына ҡоролған аҙамат ҡалала панкратион аталмышлы боронғо кѳрәш тѳрҙәренең береһен алып барған физкультура һәм спорт белгесе, бокс буйынса спорт мастерына кандидат та. 27-30 сентябрҙә Липецк ҡалаһында үткән панкратион буйынса Рәсәй беренселегендә Абдулҡадир Нурғәлиндың тәрбиәләнеүселәре беренсе урындар яулап, 17-20 ноябрҙә Рәсәй йыйылма командаһы составында Италияның Рим ҡалаһында уҙасаҡ Донъя чемпионатында ҡатнашыу бәхетенә ирешкәйне. Юғары күрһәткестәргә ѳлгәшкән спортсылар тураһында мәғлүмәт алыу, әлеге кѳрәш тѳрѳнѳң асылына тѳшѳнѳү, ә иң мѳһиме ҡаҙаныштары тураһында күкрәк ҡаҡмай ғына үҙ даирәһендә ҡайнаған тәжрибәле тренер менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы таныштырыу маҡсатында, Абдулҡадир Садиҡ улын редакцияға ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ.

► Иң элек Липецкта яулаған еңеүҙәрегеҙ айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ, һәр саҡ шулай уңыштар йылмайып ҡына торһон!
- Ҙур рәхмәт! Был ярышта беҙ Башҡортостан йыйылма командаһы составында сығыш яһаныҡ. “Яугир”сыларыбыҙ - Эвелина Хаджиева 64 кг-ға тиклем ауырлыҡ категорияһында - I, Мѳхәмәтсәид Шәрипов ике ауырлыҡ категорияһында 3 тапҡыр беренселекте яулауға ѳлгәште. Тап беҙҙең алтын миҙалдар тѳбәк командаһын II урынға сығарҙы ла инде. Эвелина ла, Мѳхәмәтсәид тә бѳгѳнгѳ кѳндә Белорет металлургия колледжында белем ала. Йәш кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Башҡортостан, Волга буйы федераль округы буйынса бер нисә тапҡыр чемпион титулына эйә булған ѳмѳтлѳ спортсылар улар.
► Панкратион тигән кѳрәш тѳрѳнѳң нимәнән ғибәрәт булыуын күптәр аңлап та етмәйҙер...
- Панкратион - ул ҡайтанан тергеҙелгән иң боронғо кѳрәштәрҙең береһе. Был спорт тѳрѳ йоҙроҡ һуғыштарының һәм кѳрәштең комбинацияһынан тора һәм вавилон, грек йоҙроҡ һуғыштары, мысыр кѳрәше, крит боксы ише бихисап һуғыш сәнғәте йүнәлештәрен үҙ эсенә ала.
► Спорт менән ҡасандан шѳғѳлләнәһегеҙ?
- 10 йылдан ашыу диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт итеүем тормошомдо спорт менән бәйләне. Панкратион кѳрәшенә килгәнсе профессиональ рәүештә бокс менән шѳғѳлләндем. Хеҙмәтем тамамланғас, Белорет ҡалаһында спорт клубы ойоштороп, тиҫтә йылға яҡын ошо ѳлкәлә эшләйем.
► “Яугир” спорт клубы тураһында ентекләберәк һѳйләп үтегеҙ әле.
- Эшмәкәрлегемдең тәүмаҡсаты - йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыу, сәләмәт тормош рәүешенә күндереү, эскелек, наркотик, тәмәке тартыу кеүек алама ғәҙәттәрҙән аралау. Күнекмәләр Октябрь биҫтәһендәге 18-се мәктәптә һәм Ленин урамындағы 55а һанлы йортта (Бәләкәй баҙар) урынлашҡан спорт залында үтә. Беҙгә, ғәҙәттә, 5-6 йәштән йѳрѳй башлайҙар. Йәш сикләүҙәре юҡ. Күмәк йә индивидуаль күнекмәләрҙә кѳрәш, панкратион, греплинг, ММА, ҡул һуғышы, бокс, тай кѳрәше алымдарын үҙләштерергә, үҙ-үҙеңде яҡлау буйынса дәрестәр алырға мѳмкин.
Бѳгѳнгѳ кѳндә ихтыяри түләүҙәр арҡылы йәшәп киләбеҙ. Ярыштарҙа ҡатнашыуыбыҙ, ҡаҙаныштарыбыҙ тураһында донъяға яр һалмағас, бағыусыларыбыҙ ҙа юҡ тиерлек. Әлбиттә, ярҙам йәһәтенән урындағы хакимиәт етәкселәренә мѳрәжәғәт итергә тура килде, әммә фәтүәһе булманы. Ғѳмүмән, беҙҙә спортҡа әллә ни илтифат бирелмәй. Атай-әсәйҙәр ҙә балаларын спорт секцияларына яҙҙырырға атлығып тормай. Бына Кавказда кешене спортҡа, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу ѳсѳн хатта аҡса түләнә. Ян-яғығыҙға ҡарағыҙ - ҡыҙ-ҡырҡын кеүек оҙон сәс үҫтергән, буятҡан, тар салбар кейгән, етмәһә кѳмрәйгән егет-елән, үтә наҙлы, оялсан малайҙар... Ә бит һәр үҫмерҙән кѳслѳ характерлы, үҙен һәм яҡындарын яҡлай-ҡурсалай алырлыҡ ысын аҙамат үҫергә тейеш. Был йәһәттән “Яугир” спорт клубы үҙ бурыстарын ғәмәлгә ашыралыр, тим. Сѳнки беҙгә килгән иркә генә малай-егеттәр бер аҙҙан сая бѳркѳттәргә әйләнә. Шуныһын да әйтәйем: спорт менән дуҫ, кѳрәш алымдарын үҙләштергән, үҙен иркен, ҡыйыу тотҡан ир-егеткә урамда йә башҡа ерҙә бәйләнә һалып та бармайҙар. Бына беҙҙең “яугир”сыларҙы ла әллә ҡайҙан танып-белеп торалар, артыҡ һүҙ кѳрәштермәйҙәр.
► Ҡыҙҙар менән егеттәр бергә шѳғѳлләнәме?
- Юҡ, ир-егет менән ҡатын-ҡыҙ физик йәһәттән генә түгел, эске донъяһы, психик үҙенсәлектәре менән дә ныҡ айырыла. Уларҙы бер тѳркѳмгә берләштереү тѳптѳ дѳрѳҫ түгел. Беҙҙә ҡыҙҙар ѳсѳн айырым сәғәттәр ҡаралған. Ҡатын-ҡыҙ, ғәмәлдә, теге йәки был ситуацияла үҙ-үҙен яҡлай алырлыҡ ябай кѳрәш алымдарына ѳйрәнеү ѳсѳн килә.
► Киләсәген профессиональ спорт менән бәйләргә теләүселәр бармы?
- Ѳмѳтлѳ спортсыларыбыҙ бихисап. Әммә улар киләсәген спорт менән бәйләйме-юҡмы - үҙҙәренән тора. Тырышҡанда, теләк булғанда һәр баланан спортсы әүәләргә мѳмкин.
► Үҙ эшмәкәрлегегеҙҙән ҡәнәғәтһегеҙме?
- Күңелеңә ятҡан шѳғѳл, эш менән булыу, әлбиттә, үҙе оло бәхет. Минең ѳсѳн матди ҡиммәттәр мѳһим түгел. Хәлемдән килһә, тәрбиәләнеүселәремде ихтыяри түләүҙәрҙән дә азат итер инем. Үкенескә ҡаршы, әлегә ундай мѳмкинлек юҡ. Ниндәй генә ярышта ҡатнашһаҡ та, беҙҙекеләр үҙҙәренең иплелеге, тыйнаҡлығы, бер-береһенә туғандарса мѳнәсәте менән айырылып тора. Сѳнки “Яугир” иң элек әҙәп-әхлаҡ ҡанундарына буйһоноп эш итеү, яҡшыны ямандан айыра белеү, үҙеңдән кѳсһѳҙҙѳ ҡыйырһытмау, түҙемле, рухи йәһәттән кѳслѳ булыу кеүек матур сифаттар тәрбиәләй. Минең бурыс кѳрәш алымдарына ѳйрәтеү менән генә сикләнеп ҡалмай. Егет-ҡыҙҙарҙың уҡыуы, тәртибе, уларҙы борсоған проблемалар менән ҡыҙыҡһынып торам. Кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға, даими рәүештә уҡытыусылар, ата-әсәләр менән осрашырға тырышам.
► Шәхси тормошҡа ваҡыт ҡаламы?
- Дѳрѳҫѳн әйткәндә, бер туҡтауһыҙ барған күнекмәләр, ярыштар, юл йѳрѳүҙәр менән бәғзе ваҡыт үҙемде ҡуласала ѳйѳрѳлгән тейен хәлендә тоям. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ѳйләнгәнмен, үҙ донъямды ѳйгәнмен. Ҡатыным Оксана менән ҡыҙ һәм малай үҫтерәбеҙ. Ете йәшлек ҡыҙым да минең ҡул аҫтымда шѳғѳлләнә. Ғаиләмә ваҡыт аҙ бүленһә лә, ѳйҙәгеләр һәр саҡ аңлап-тѳшѳнѳп тора...
► Яуаптарығыҙ ѳсѳн ҙур рәхмәт! Үҙ сиратыбыҙҙа, һеҙгә ѳр-яңы үрҙәр һәм, әлбиттә, матди һәм рухи йәһәттән ярҙам итерлек теләктәштәр теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: