Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Ноябрь 2019, 21:20

Сәләмәт быуын - көслө төбәк

Физик тәрбиә бигерәк тә мәктәпкәсә йәштә мөһим. Нәҡ ошо осорҙа балала аҡыл, әхлаҡи һәм физик үҫеш нигеҙҙәре формалаша.

Ҡаланың 44-се балалар баҡсаһында ла физик үҫеш күрһәткестәрен яҡшыртыу, “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!” нормаларын тапшырыуға әҙерләү, балаларҙа сәләмәтлеккә дөрөҫ ҡараш тәрбиәләү буйынса физкультура-һауыҡтырыу эше алып барыла.
Йыл да балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре үҙ категорияларында ГТО нормалары тапшыра. Быйыл балаларға тәрбиәселәр ҙә ҡушылды. Барыһы ла нормаларын тапшырҙы. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре бер алтын һәм дүрт көмөш билдәгә, ә тәрбиәселәр “алтын”ға лайыҡ булды.
Яңыраҡ муниципаль район хакимиәтендә Настя Шеметова, педагогтар Гөлнара Шәмиғолова һәм Марина Йәнгирова Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Андрей Иванюта, муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов ҡулынан алтын билдә алып ҡыуанды. Ә Коля Лапшин, Марат Саратов, Милана Вдовцева һәм Сергей Змеевҡа көмөш билдәләр 44-се балалар баҡсаһында тантаналы тапшырылды. Балаларҙың һәм тәрбиәселәрҙең ГТО нормаларын алтын һәм көмөш билдәләренә тапшырыуҙа спорт буйынса инструктор Динә Әҙелмырҙинаның да өлөшө ҙур.
Был уларҙың һуңғы еңеүе түгел. Алда күтәреләһе үрҙәр күп буласаҡ әле.
Читайте нас: