Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Ғинуар 2020, 16:05

Ҡышҡы автокросҡа көрт ҡамасау түгел

Яңы йыл каникулдары төрлө сараларға бай булды. Райондың һәр ауылында тиерлек матур байрамдар ойошторолдо, үҙенсәлектәре менән улар бербереһенән айырылып торҙо, халыҡ та уларҙа әүҙем ҡатнашты һәм рәхәтләнеп күңел асты. Иң мөһиме: был байрамдарҙа балалар ата-әсәләре менән төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа ҡатнашты.

Ҡаланың Морат тау биҫтәһендә ситтән килгән саңғысылар, экстремаль спорт төрө менән шөғөлләнеүселәр ял итһә, катокта конькиҙа күберәк үҙебеҙҙекеләр шыуҙы. Һәр кем ял көндәрен файҙалы һәм күңелле итеп үткәрергә тырышты.
6, 7 ғинуарҙа Рәсәй ДОСААФ-ының Белорет автомәктәбе автодромында Башҡортостан Республикаһы ҡышҡы автокросс һәм автомобилселәр күпбәйгеһе чемпионатының беренсе этабы үтте. Ул муниципаль район башлығы призына үткәрелде. Ярыш алдынан баһалау командаһы ярыш трассаһын, автодром майҙанын ҡарап сыҡты, хәүефһеҙлек сараларын тикшерҙе.
Автокроста ҡатнашыу өсөн Өфөнән, Красноусольскиҙан, Ҡырмыҫҡалынан, Толбазынан, Магнитогорскиҙан һәм ҡаланың автоһәүәҫкәрҙәре үҙ машиналарында иртә менән үк килеп еткән. Бөтәһе 14 автоһәүәҫкәр автокросҡа әҙерлеген белдерҙе.
Ярышҡа халыҡ күп йыйылды. Майҙанда яңғырап торған дәртле музыка ла халыҡтың күңелен күтәреп, байрам кәйефе өҫтәне. Ҡышҡы автокроста ҡатнашҡан автомобилселәрҙең көйәрмәндәре ғаиләләре менән килгән. Һәр кем үҙенең уҙышыусыһына уңыштар теләй. Көндәрҙең йылы тороуы ла кәйефте күтәрҙе. Ярыш алдынан, аҙаҡтан да ДОСААФ хеҙмәткәрҙәре йыйылыусыларҙы ҡайнар сәй, итле бутҡа менән һыйланы.
Тантанаға йыйылыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Андрей Иванюта, Иван Лавренов, Рәсәй ДОСААФ-ының Башҡортостандағы төбәк бүлеге рәйесе Игорь Нурмөхәмәтов, район хакимиәте башлығының кадрҙар буйынса урынбаҫары Рим Хазиев, урындағы ДОСААФ начальнигы Рәшид Таһиров һәм автомобилселәр ярышы етәксеһе Владислав Мурзин тәбрикләне, уңышлы ярыш теләне, бәйгеселәрҙең күңелен күтәрерҙәй һүҙҙәр әйтте.
- Республикала ҡышҡы автокросс һәм автомобилселәр күпбәйгеһе чемпионаты ун йылдан ашыу үткәрелгәне юҡ ине. Ярыштың Белорет ерендә ойошторолоуы икеләтә ҙур байрам һәм оло яуаплылыҡ. Ҡышҡы каникулдарҙа ҡалала һәм районда ял итеүселәрҙең күплеге яҡшы күренеш. Был туризмдың үҫешенә лә яҡшы һөҙөмтәләр бирәсәк, сөнки ял итергә бер тапҡыр килгән кеше икенсе юлы үҙе менән дуҫтарын да килтерәсәк. Урындағы ДОСААФ етәкселегенә һәм хеҙмәткәрҙәргә бындай экстремаль ярыш ойошторорға батырсылыҡ иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Ярышта ҡатнашыусыларға уңыштар һәм еңеү теләйем, - тине Андрей Иванюта.
Етәкселәрҙең тәбрикләү һәм дәртләндереү һүҙҙәренән һуң автокроста ҡатнашыусылар бер-бер артлы сиратҡа теҙелде. Бына беренсе ярышыусыға старт иғлан ителде. Тәүге этапта бәйгеселәр ваҡытҡа ярышты. Бер саҡрымға яҡын бормалы һәм үрле-түбәнле трасса буйлап автомобилселәр бик оҫта елдерҙе. Көйәрмәндәр уларҙы ихлас дәртләндереп торҙо. Автокросс бик ҡыҙыу барҙы, бер нисә автомобиль трассанан ситкә осоп, көрткә күмелде. Уларҙы дежур машина һөйрәтеп сығара торҙо. Өфөнән килгән экипаж тәүге түңәрәктән үк сафтан сыҡты һәм артабан ярышта ҡатнаша алманы. Махсус әҙерлекле “восьмерка”лар ауырлыҡтарға бирешмәне. Тамашасыларға уларҙы күҙәтеп тороу ҙа күңелле ине. Автокроста элекке “копейка”, “тройка”, “Нива”лар, “Митсубиси паджеро” кеүек махсуслаштырылған машиналар ҡатнашты.
Башҡаларға өлгө һәм үрнәк күрһәтеү өсөн автокроста урындағы ДОСААФ начальнигы Рәшид Таһиров та ҡатнашты.
- Ярыш бик күңелле һәм дәртле барҙы. Ярышыусылар ҙа, көйәрмәндәр ҙә, тамашасылар ҙа был тамашаны ихлас күҙәтте. Үҙем Белорет командаһы менән бергә ярыштым һәм ҙур кинәнес алдым. Автокросс төрлө категорияларҙа һәм автомобиль двигателенең көсөнә ҡарап үтә. Барыһы ла шат һәм был иң мөһиме! Беренсе көндә автокросс, икенсе көн махсус әҙерлектәге автобустарҙа практик күнегеүҙәр һәм автомобиль теорияһын тапшырыу буйынса күпбәйге ойошторолдо. ДОСААФ коллективы башҡарылған эштәр, ярыштарҙың матур үтеүе өсөн шат. Был мауыҡтырғыс ҡышҡы ярыштар традицияға инеп, йыл да үткәрелер тип ышанам, - тине Рәшид Хәмзә улы.
Автокроста ҡатнашыусылар араһында иң оҫта йөрөүселәрҙең береһе Евгений Моисеевты Белорет экстремалдары яҡшы белә. Ул беҙҙең ҡалала иң беренсе булып трофи-рейдҡа нигеҙ һалыусы. Был юлы ла Евгений автокростан ситтә ҡалманы һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Шулай уҡ Ноэль һәм Рәшид Таһировтар үҙҙәренең УАЗдарында дистанцияларҙы матур үтте. Михаил Яковлев “Нива”һында тәүге заезды асты һәм үҙенә ҡуйылған бурысты яҡшы үтәне. Баһалау комиссияһы урындарҙы билдәләгән арауыҡта тамашасылар өсөн үткәрелгән ярыш буйынса викториналар ойошторолдо. Дөрөҫ яуап биреүселәргә бүләктәр тапшырылды.
Шуныһы ҡыуаныслы, үҙҙәренең категориялары буйынса ваҡытҡа ярышыуҙа һәм башҡа төр күнегеүҙәр тапшырыуҙа тәүгеләрҙән булып үҙебеҙҙең ҡала автоһәүәҫкәрҙәре яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Евгений Костылев, Алексей Дьяков, Динислам Баймырҙин һәм Рәшид Таһиров призлы урындарҙы яуланы.
Читайте нас: