Ошо рәүешле скандинавса атлау организмға ыңғай йоғонто яһамай. Скандинавса атлау 1940 йылда Финляндияла барлыҡҡа килгән. 1990 йылдарҙа ул бөтә донъяла билдәлелек яулай. Дөрөҫ атлағанда тәндең 90 проценттан ашыу мускулы хәрәкәтләнә, ҡәҙимгесә атлағанда йәки йүгергәндә, көс башлыса аяҡҡа төшһә, скандинавса атлау тәндең бөтә мускулдарын «эшләтә», 46 процентҡа күберәк калорияны «ашай». Был шөғөл бигерәк тә юғары ҡан баҫымы менән яфаланыусыларға, быуындар һыҙлауы менән интегеүселәргә, һимеҙлектән ҡотолорға теләүселәр өсөн бик уңай. Даими йөрөү ҡан, йөрәк, үпкә, эсәк эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡан баҫымын һәйбәтләй, холестерин кимәлен төшөрә. Һаулыҡҡа тик ыңғай йоғонто яһаһын өсөн нисек дөрөҫ атларға һуң? Шуны асыҡлайыҡ.
Иң тәүҙә һауа торошона ярашлы уңайлы спорт кейеме, атлап йөрөү йәки йүгереү өсөн аяҡ кейеме һәм таяҡ һатып алырға кәрәк. Тәүге махсус таяҡтар 1997 йылда сығарылған. Уларҙы һайлағанда буйҙың оҙонлоғон 0,68-гә ҡабатларға тәҡдим ителә. Яңы саҡ шөғөлләнә башлағандарға ҡыҫҡараҡтарын алырға мөмкин. Оҙонораҡтары арҡа һәм ҡулдарға өҫтәмә көс төшөрә, шуға бындайҙар спортсылар өсөн бара. Иң яҡшыһы - карбон. Алюминдан яһалғандар осһоҙораҡҡа төшөр.
АТЛАУ ТЕХНИКАҺЫ:
► таяҡ менән һул ҡул - уң аяҡ, һәм киреһенсә.
► таяҡ аяҡ тәңгәлендә әҙерәк мөйөш яһай.
► таяҡ ергә ҡаҙалғас та, аҙым яһарға. Үксәнән аяҡ осона баҫып хәрәкәт итеү мотлаҡ. Шундуҡ бөтөн табан менән баҫырға ярамай.
► Атлағанда тубыҡ бер аҙ бөгөлә.
► Арҡаны тура тотоғоҙ, эйелергә ярамай.
► Ҡул алда барғанда терһәкте бөгөргә, артта сағында - яҙырға. Ҡул өҫкә 45 градусҡа күтәрелә, аҫҡа табан янбаш тәңгәленә төшә.
► Таяҡҡа ныҡ итеп таянырға ярамай.
► Сәғәт-сәғәт ярым ал дан ашап алырға кәрәк.
► Шәп итеп атларға, йүгерергә ярамай.
► Йөрөү 40 минуттан да кәм булырға тейеш түгел.
► Һыу эсеп алырға мөмкин.
► Иң мөһиме - даими йөрөргә. Бер башлағас, туҡтамаҫҡа.
Хаталар:
► Үҙең эшләгән таяҡтар йәки башҡа спорт төрө инвентарҙарын ҡулланыу.
►Таяҡтарҙы яңылыш һелтәү, мәҫәлән, уң яҡ таяҡты һул яҡ арҡаға, һулын уң яҡҡа һелтәү (перекрест).
► Ҡулды күтәргәндә кәүҙәне бороу.
► Этәләнгәндә терһәк түгел, ҡул суғы көсө ҡулланыу.
► Уңайһыҙ аяҡ кейеме кейеү.