Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Февраль 2020, 19:10

Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!

Их, күңелле лә инде ауылда, бигерәк тә ҡышҡы спорт төрҙәрен яратыусыларға. Балалар рәхәтләнеп санасаңғыла шыуһа, скандинав йөрөшөн үҙ итеүселәр көн һайын күнекмәләргә сыға. Хатта ат йәнлеләр ҙә киләһе ат сабыштарына әҙерләнеп, көн дә тиерлек юртаҡтары менән саҡрымдар һанай. Ҡоҙғон-Әхмәрҙә район-ара ат сабыштары был аҙнаға тәғәйенләнһә, "Рәсәй саңғыһы-2020" акцияһы сиктәрендә үткән "Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!" спорт байрамы үтеп тә китте.

Спортты үҙ иткән, сәләмәт тормош алып барған, ғөмүмән, ауылдағы барлыҡ йәмәғәт башланғыстарында әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштарға бер әйтеү ҙә етә. Улар мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре үткәргән һәр сараның уртаһында ҡайнай.
Әле лә "Ауылпиада-2020" спорт сараһына ауылдаштар, ҡаланыҡылар берҙәм йыйылды. Хәҙер инде йолаға әйләнгән "Ауылпиада"ла спортсылар саңғы буйынса шәхси беренселеккә ярышты, саңғы эстафетаһында берҙәмлектәрен һынаны, балаларға бигерәк тә тюбингта ярышыу оҡшаны; ауылдаштар турникта ла артылдылар, гер ҙә күтәрҙеләр, арҡан да тартыштылар.
Саңғы ярыштарында шәхси беренселеккә йәш категорияһы буйынса уҙыштылар. Ярышта 7-15 йәшлек малайҙар араһында Вилдан Ноғомановҡа, ҡыҙҙарҙан Вилиә Абдуллинаға етеүсе булманы. Йәштәрҙән Альберт Нухов тәүгеләрҙән булып финиш һыҙығын үтте. Ә бына өлкәндәр араһында иң шәптәре Руслан Яҡупов, Эдуард Зәбиров, Хәлим Хөснөтдинов, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Айгөл һәм Рәйлә Абдуллиналар, Рузалия Хөснөтдинова булды. Шулай уҡ Рәис Әҙелмырҙин, Ғәбдрәшит Нухов, Мәрүә һәм Юныс Фәтҡуллиндар, Таңһылыу Йосоповалар йәштәрҙән ҡалышырға теләмәне.
Эстафетала ауылдың өс урамынан 8-әр саңғысы ҡатнашты. Ә шулай ҙа Урта урам командаһы иң етеҙе, берҙәм булыуы менән айырылды. Шауым һәм Ҡалмаҡ урамдары саңғысылары икенсе һәм өсөнсө урындарҙы бүлеште.
Ауылдаштар төрлө спорт ярыштарында ҡатнашҡандан, етеҙҙәре еңеү яулағандан, уйынкөлкөнән һуң шыжлап торған самауырҙарҙан эҫе сәй эсте, тәмлекәстәр менән һыйланды. Спорт байрамында олоһо ла, кесеһе лә берҙәй күңел асты, ауылдың Яр аҫты көнө буйына тиерлек йырмоңдан, балаларҙың шат тауышынан тынманы. Еңеүселәр Дипломдар, тәм-томдар менән бүләкләнде.
Спорт байрамы тейешле кимәлдә лә үтмәҫ ине, әгәр ҙә һәр башланғысты күтәреп алған, ярҙам итергә әҙер торған ярҙамсыларыбыҙ булмаһа. Был йәһәттән беҙ бәхетле. Саңғы юлы һалыусыларыбыҙ ҙа, аппаратуралар бирергә әҙер тороусыларыбыҙ ҙа, махсус дипломдар эшләп килтергән дуҫтарыбыҙ, тәмле-тәмле ризыҡтары менән һыйлаусы апай-ағайҙарыбыҙ булғанда, беҙҙең эшебеҙ ҙә ырамлы. Рәхмәт уларға!

Наил ХӘМЗИН.

Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы.

Читайте нас: