Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Март 2020, 16:00

Чемпион призына көрәш

Яңыраҡ Абҙаҡ мәктәбендә 2004 йылғы һәм унан бәләкәй ҡыҙҙар араһында билбау көрәше буйынса Асыҡ беренселек үтте. Ярыштар Халыҡ-ара ҡатынҡыҙҙар көнөнә һәм Донъя беренселеге чемпионы Эльвина Ғәҙелшина призына арналып үткәрелде.

Эльвина Ғәҙелшина республика, Рәсәй генә түгел, донъя кимәлендә лә еңеү яулаған көрәшсе. 2019 йылда Үзбәкстанда үткән Донъя беренселегендә көрәшсе ҡыҙ еңеү яулап, республика, районды бөтә илгә танытты. Шуға ла чемпион призына Беренселек үтеү осраҡлы түгел.
Абҙаҡ ауыл биләмәһе кимәлендә үткәрелгән ярышты асыу тантанаһында Абҙаҡ ауыл хакимиәте исеменән Гөлкәй Азаматова, мәктәп исеменән Лира Хәйруллина, “Недра-Потенциал” йәмғиәте директоры Илсур Дауытов, ауыл старостаһы Маҙһар Йомағужин һәм чемпионканың әсәһе Эльмира Ғәҙелшина сығыш яһап, барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрамдары менән ҡотланы. Эльвинаға артабан да уҡыуында уңыштар, яңынан-яңы еңеүҙәр теләне, гөлләмәләр бүләк иттеләр. Көрәш буйынса тренеры Салауат Дауытов, үҙ нәүбәтендә, ошондай тырыш, маҡсатлы ҡыҙ үҫтергәндәре өсөн ата-әсәһенә рәхмәтен белдерҙе, Эльвинаға артабан да бейек үрҙәр яулауын теләне.
“Еңеүҙәремдә тренерымдың, атай-әсәйемдең, мәктәбемдең, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороусы апай-ағайҙарҙың өлөшө ҙур. Уларҙың ярҙамы миңә һәр ваҡыт яңынан-яңы үрҙәр яуларға булышлыҡ итә”, - ти чемпион.
Эльвина Ғәҙелшина тренеры Салауат Дауытовҡа, донъя чемпионатына барырға ярҙам иткән бағыусы Илсур Дауытовҡа, Абҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы Хәмзә Мөхәмәҙиевкә, мәктәп директоры Гөлшат Йомағужинаға, Белорет спорт мәктәбе директоры Галина Рыжкинаға һәм сараны үткәреүҙә матди ярҙам күрһәткән крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Наил Ғатауллинға рәхмәтен белдерҙе. Наил Бүләкбай улына ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы, йыйылыусыларға календарҙарын бүләк итте. Тантаналы өлөш концерт менән тамамланды.
Бәйгелә Белорет лицейинтернатынан, Әбйәлил районының Байым, Йәнекәй һәм Абҙаҡ мәктәптәренән ҡыҙҙар бил һынашты. Көрәшселәрҙе судьялар - Дауыт Дауытов, Рәил Әхмәҙин, Эльвина Ғәҙелшина, Нәйлә Йомағужина һәм баш судья Салауат Дауытов баһаланы.
Көсөргәнешле бәйгелә 25-65 килограмм ауырлыҡ категорияларында I урындарҙы Нәйлә Хилалова (Абҙаҡ), Айзидә Йомағужина (лицей-интернат), Азалия Абсадыева (Йәнекәй), Нәйлә Йомағужина (Абҙаҡ), Лилиә Ғәлиева (Абҙаҡ), Нәркәс Исмәғилева (лицей-интернат), Гәлсәр Шәғәлина (Байым), Эвелина Йомағолова (Абҙаҡ) яуланы.
II урындарға үҙ категорияларында Ангелина Садиллаева, Алтынай Әхмәтйәнова, Алина Кәримова (Абҙаҡ), Регина Юнысова (Байым), Элина Вәлиева (лицей-интернат), Сулпан Ғүмәрова (Абҙаҡ), Ләйсән Мәғәсүмова (лицей-интернат) лайыҡ булды.
III урындарҙа - лицей-интернаттан Рената Ғәлимова, Аделия Низаметдинова, Диана Әҙеһәмова, Элина Вәлиева, Диана Фәтҡуллина, Айһылыу Шәйәхмәтова, Нурания Абдрахманова, Абҙаҡтан Ынйы Мәшүрова, Карина Заһиҙуллина.
Еңеүселәрҙе Эльвина Ғәҙелшина бүләкләне, артабан да тырышырға, спорт менән шөғөлләнергә өндәне. Һуңынан көрәшселәр донъя чемпионы менән иҫтәлеккә фотоға төштө.
Читайте нас: