21 мартта “Аҡбуҙат” ипподромында муниципаль райондар араһында уҙғарылған бәйгенең II этабында Белорет, Учалы, Нуриман райондары юртаҡтары ҡатнашты.
Илдәге вирус пандемияһы ат сабыштарына ла үҙгәрештәр индерҙе. Республика Башлығының “Башҡортостан биләмәһендә коронавирус инфекцияһының таралыуын һәм хәүефен кәметеү саралары тураһында”ғы ҡарарына ярашлы, ат сабыштары тамашасыһыҙ үтте. Шуға ла ат спортын яратыусылар уҙышты “зәңгәр” экрандарҙан һәм Интернет киңлектәрендә күҙәтте.
Ат сабышы, ғәҙәттәгесә, һәр район вәкилдәренең үҙ-ара сабышы менән башланды. Беренсе булып сабыш яланына белореттар сыҡты. Белорет районы сабышҡа 2-7 йәштәге ете башҡорт атын сығарҙы. Ҡоҙғон-Әхмәрҙән “Ялҡын” ҡушаматлы атында Айгиз Вәлиев, “Сапсан”ында Илнур Нәҙербаев, “Бишбармаҡ”та Әҡсән Юлышев, “Тулҡын”да Фаил Яҡупов (ат хужаһы Х.Вәлиев), Рысыҡайҙан “Ай” атында Альфред Мөхәмәтйәров (Р. Латыпов КФХ-һы), Аҙналынан “Арғымаҡ”та Рузил Абдрахимов, Әзекәйҙән “Буян”да Илсур Мөлөков (хужаһы - Йәмил Йомағужин), “Осҡон”да Рәзиф Мәғәфүров 1400 метрға уҙышты.
Бер саҡрымдай дистанцияны белореттар бергә үтте тиерлек. Илнур Нәҙербаев аты менән һуңғы метрҙарға тиклем ал бирмәне, шулай ҙа ниңәлер аты ситкә тайпылып, финиш һыҙығын һуңғыларҙан булып үтте. Һөҙөмтәлә ярымфиналға Айгиз Вәлиев һәм Рузил Абдрахимов сыҡты.
Артабан өс район вәкилдәренең беренсе һәм икенсе урындарҙы яулаусылары араһында ярыштар ойошторолдо. 1200 саҡрымға уҙышта еңеүсе жокейҙар ипподром аттарында ярышты. Йәрәбә тартыу буйынса, Айгиз Вәлиевкә - “Айтуған”, ә Рузил Абдрахимовҡа “Аҡбаш” эләкте. “Аҡбаш” - өсөнсө, “Айтуған” алтынсы булып финиш һыҙығын үтте. “Лакмус” Нуримандан Илмир Мырҙағәлиевте беренсе алып килде. Икенсе ярымфиналда һуңғы килгән жокейҙар беренсе килгән юртаҡтарға ултырырға тейеш булды. Айгиз - “Лакмус”ҡа, Рузил “Разлив”ҡа атланды. Был юлы ла “Лакмус” береһенә лә ал бирмәне тиерлек, һөҙөмтәлә - Айгиздә икенсе урын.
Ә ат спорты турнирының дөйөм һөҙөмтәләре буйынса, беренсегә (22 мәрәй менән) Нуримандан Олег Аҡбатыров, икенсегә - Учалынан Азамат Әхмәтйәнов һәм өсөнсө урынға (17 мәрәй менән) Айгиз Вәлиев сыҡты. Рузил Абдрахимов бишенсе булды.