Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Июнь 2020, 16:55

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерҙәр

Муниципаль район хакимиәтендә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” йәғни ГТО нормаларын үтәгән бер төркөм спорт һөйөүселәргә “алтын” билдәләр тапшырыу тантанаһы үтте. Наградалар ике көн дауамында нормативтарҙы үтәгән 47 кешегә тапшырылды.

Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта бүләкләнеүселәрҙең маҡсатлы, физик яҡтан әҙер булыуҙарын әйтеп үтте, егетҡыҙҙарҙы спортҡа ылыҡтырған ата-әсәләренә рәхмәт белдерҙе, һынауҙы уңышлы үтеүҙәре менән ҡотланы. Әйткәндәй, ГТО нормаларын тапшырып “алтын” билдәләр алыусыларҙың күбеһе спорт менән етди һәм оҙаҡ йылдар шөғөлләнә, киләсәктә яулаған үрҙәрендә туҡтап ҡалмаҫҡа иҫәп тота.
Даяна Кафеева (һүрәттә) йөҙөү менән I кластан алып шөғөлләнә. ГТО нормаларын һуңғы дүрт йылда даими тапшыра башлаған. “Быйыл мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йортона инергә иҫәп тотам. Был билдәгә эйә булыуым уҡыу йортона һынау тотҡанда өҫтәмә балдар бирәсәк. Ниндәй уҡыу йортона инһәм дә, беренсе көндән үк ундағы спорт түңәрәгенә яҙылырға уйлайым. Спорт менән шөғөлләнгән кеше физик яҡтан ғына түгел, ә рухи яҡтан да көслө була һәм ауырлыҡтар алдында бер ҡасан да баҙап ҡалмай. Ғаиләбеҙҙә бөтәһе лә спорт менән шөғөлләнә, төрлө туристик слеттарҙа, эстафеталарҙа, спорт ярыштарында даими ҡатнашабыҙ, походтарға барабыҙ, ҡыш көнө саңғыла йөрөргә яратабыҙ”, - тине спортсы ҡыҙ. Әлбиттә, был йәш спортсының беренсе генә наградаһы түгел, республика, район кимәлендә үткән ярыштарҙа йөҙөү буйынса әллә күпме еңеүҙәргә ирешеп, миҙалдар яулап өлгөргән.
ГТО нормаларын тапшырыу - ирекле эш. Ләкин мәктәптә һәм башҡа уҡыу йорттарында уҡыусылар өсөн был мәжбүри һанала. Халыҡтың физик сәләмәтлеген яҡшыртыуға, милләт һаулығына туранан-тура йоғонто яһаған сараға үҙ теләктәре менән өлкәндәрҙең дә ҡушылыуы, нормативтарҙы үтәүселәрҙең йылдан-йыл арта барыуы ҡыуаныслы.
Читайте нас: