Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Сентябрь 2020, 19:30

Абҙаҡта - рухлы байрам

Аң-белемле, рухи вә физик йәһәттән көслө, һау-сәләмәт, илһөйәр быуын тәрбиәләү - бөгөнгө мәктәптең иң мөҡәддәс бурысы. Уҙған шәмбе Абҙаҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбе тарафынан ойошторолған ҙур сарала ла тап ошо маҡсаттар күҙ уңында тотолдо. Быйылғы уҡыу йылында тәүгеләрҙән булып “Йәш армия” Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте сафына алыныу менән бергә, уҡыусылар “Зарница” хәрби-спорт уйынында ҡатнашып, үҙ көстәрен һынаны.

Абҙаҡтарҙан тыш, спорт байрамында Рәсәй ДОСААФ-ының Белорет автомобиль мәктәбе, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Урал аръяғы бәләкәй суднолар дәүләт инспекцияһы үҙәге, Абҙаҡ янғын һүндереү хеҙмәте, Белорет медицина колледжы ирекмәндәре, “Ҡанатлы гвардия” йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты.
- Ғәҙәттә, “Зарница” уйынын ҡышҡыһын уҙғара торғайныҡ. Балаларҙың теләген хуплап, был юлы уны сентябрҙә үк ойошторорға ҡарар ҡылдыҡ. Әйткәндәй, быйыл Абҙаҡ ауылы «Айыҡ ауыл» проектына ҡушылды. Бөгөнгө спорт-һауыҡтырыу сараһы арҡылы беҙ ҙә сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыу, уларҙа илһөйәрлек, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләү кеүек ниәттәрҙе күҙалланыҡ. Бөгөнгө ҡатмарлы заманда Ватанды һаҡлау тигән изге бурыс барлығын, тик рухи һәм физик йәһәттән һаусәләмәт, көслө кеше генә иленә, халҡына тоғро хеҙмәт итә алыуын егет-ҡыҙҙарыбыҙ яҡшы тѳшѳнѳргә тейеш, - тип сараның маҡсаттарына асыҡлыҡ индерҙе Абҙаҡ мәктәбе директоры Гөлшат Рауил ҡыҙы Йомағужина.
Белорет ДОСААФ-ы начальнигы Рәшид Таһиров 20 уҡыусыны рәсми рәүештә "Йәш армия" Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәтенә ҡабул итеп, уларға үҙ иленең тоғро, лайыҡлы граждандары булыуҙарын теләне. Ҡотлау һүҙҙәренә шулай уҡ Хәрби комиссариаттың граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу бүлеге начальнигы Радик Хафизов, Абҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы Хәмзә Мөхәмәҙиев, Урал аръяғы участкаһының өлкән инспекторы Ринат Нуриев, район Советы депутаты Рафаэль Фәрүәзов, “Ҡанатлы гвардия” йәмәғәт ойошмаһы вәкиле Андрей Кучкарев та ҡушылды.
Саф һауала уҙғарылған ярыш йәмғеһе һигеҙ этаптан торҙо. Уйын башында тапшырылған маршрут ҡағыҙҙары буйынса һәр команда мѳмкин тиклем күберәк балл йыйырға тейеш ине. Тәүге этапта уҡыусыларҙы Абҙаҡ мәктәбенең технология уҡытыусыһы Хәлит Ишмырҙин менән самолеттар тѳҙѳү буйынса инженер Евгений Иванов ҡаршы алды. “Яңы технологиялар дәүерендә йәшәйбеҙ. Хәрби кешегә пилотһыҙ осоу аппараттары менән дә ҡуллана белеү зарур. Һеҙҙең бурыс - дронды йәғни пилотһыҙ осоусы роботты һауаға күтәреү”, - тип һәр команданы үҙ этабының шарты менән таныштыра торҙо Хәлит Хәмит улы.
Икенсе этап Белорет автомәктәбе ойошторған ярыштарҙан ғибәрәт ине. ДОСААФ-тың уҡытыу-производство бүлеге буйынса начальник урынбаҫары Илфат Байтүрин һәм Абҙаҡ мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Наталья Кальянова үҫмерҙәрҙе автоматтан сәпкә атыу һәм хәрби дәрәжәләр, хәрби техника буйынса викторинала һынаны.
Медицина колледжы ирекмәндәре, янғын һүндереүселәр отряды уҙғарған конкурстар ҙа ифрат ҡыҙыҡлы булды. Тәүге осраҡта командалар беренсе ярҙам күрһәтеү йәһәтенән белемен тикшерһә, теоретик һорауҙарға яуап бирһә, янғын һүндереүселәр янында иһә уларҙы янғын һүндереү еңсәһен һуҙып кире йыйыу, ваҡытҡа махсус кейемде кейеү кеүек ярыштар кѳтә ине. Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте урынлашҡан этапта уҡыусылар ваҡытҡа ҡотҡарыу жилетын кейеп, батып барған кешегә ҡотҡарыу ҡорамалдарын ырғытып кѳс һынашты.
Белорет спорт мәктәбенең билбау кѳрәше буйынса тренеры Салауат Дауытов һәм Абҙаҡ мәктәбенең йәшәйештең хәүефһеҙлек нигеҙҙәре уҡытыусыһы Илдар Мырҙаханов яуаплылығы аҫтында ойошторолған конкурстарҙа ярышыусылар граната ташлау, турникта ҡалҡыныу, автомат йыйып һүтеү, ҡаршылыҡ һыҙатын үтеү йәһәтенән балдар тупланы.
Быйыл ғына Стәрлетамаҡ физкультура институтын тамамлап, тыуған мәктәбенә эшкә ҡайтҡан Азамат Монасипов уҡыусылар араһынан иң мәргән уғатарҙарҙы билдәләне. “Мәргән уҡсы” республика программаһы буйынса тотош ғаилә ағзалары менән эшмәкәрлек алып барған егет янынан йәше лә, олоһо ла ѳҙѳлмәне.
Әйткәндәй, “Зарница” мәлендә һәммәһе лә рәхәтләнеп Белорет автомәктәбенең ялан кухняһы ашнаҡсыһы әҙерләгән тәмле бутҡа, ҡайнар сәй менән һыйланды.
Уйын һѳҙѳмтәләре буйынса, I урынды XI кластың “Максимум” командаһы яулаһа, II, III урындарҙы X кластың “Т-34” һәм туғыҙынсыларҙың “Спецназ” командалары бүлеште.
Шәхси беренселектә I урын X класс уҡыусыһы Илнур Йосоповҡа тапшырылды; II урынға - X класс уҡыусыһы Салауат Төхвәтуллин, III урынға VII класс уҡыусыһы Илһам Фазилов лайыҡ булды.
Еңеүселәр Рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде. Абҙаҡ янғын һүндереү часы хеҙмәткәре Артур Шәрипов башҡарыуында Мѳслим Магомаев репертуарынан яңғыраған “Күк мәңгелек” йыры, мәктәп уҡыусыларының дәртле сығыштары хәрби-патриотик рухтағы сараның ҡотон, йәмен генә арттырҙы.
Читайте нас: