Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Март 2021, 10:15

Көслөләр һәм ихтыярлылар мәктәбе

Рухи һәм физик йәһәттән сәләмәт быуын тәрбиәләү - замандың иң мөһим талаптарының береһе. Был йәһәттән беҙҙең район-ҡалала ла эштәр маҡсатҡа ярашлы ойошторолған. Белем биреү учреждениеларында спорт секцияларының әүҙем эшләүе, спорт үҙәктәренең, мәктәптәрҙең уңыш-ҡаҙаныштары үҙе үк быға дәлил. Бынан бер йыл элгәре айырым структура булып эшмәкәрлек башлаған грек-рим көрәше буйынса спорт мәктәбе, мәҫәлән, республикала иң көслөләр иҫәбендә. Хәйер, ҡаланың спорт мәктәбе көрәшселәре оҙаҡ йылдар дауамында Бөтөн Рәсәй, Европа һәм донъя кимәлендәге ярыштарҙа миҙалдар яулауы менән билдәле. Олимпия уйындарында ҡатнашҡан ЮрийДубинин, донъя һәм Европа кубоктарын алыуға ирешкән Азамат Бикбаев кеүек талантлы спортсылар ҙа ошо мәктәптең тәрбиәләнеүселәре.

Грек-рим көрәше буйынса спорт мәктәбенең уҙған һәм быйылғы йылдағы еңеүҙәре йәһәтенән уның етәксеһе, Рәсәйҙең грек-рим көрәше буйынса спорт мастеры Александр КОНОНЕНКОҒА мөрәжәғәт ҡылдыҡ.
- Пандемия арҡаһында 2020 йылда ярыштар әллә ни күп булманы, шулай булһа ла ҡаҙаныштар ҙа юҡ түгел. Иң көслө көрәшселәребеҙҙең береһе Хөсәйен Бакаев, мәҫәлән, 31 йәшкә тиклемге йәштәр араһында Рәсәй призеры булды. Шулай уҡ ике тәрбиәләнеүсебеҙ Волга буйы федераль округында йәштәр араһында чемпион исемен яуланы. Бөтә Рәсәй һәм республика турнирҙарында еңеү яулаусылар ҙа бихисап.
Быйылғы йылды ла, шөкөр, уңышлы ғына башлап ебәрҙек. Ике көрәшсене 9-15 мартта Хабаровск ҡалаһында уҙғарылған 21 йәшкә тиклемге үҫмер спортсылар араһындағы Рәсәй беренселегенә һайланылар. Улар әлеге мәлдә ошо ҡалала акклиматизация сборҙарында. Был ярыштарҙа еңеү яулағандар иһә йәйен Өфөлә үткән донъя беренселегендә ҡатнаша. Әлбиттә, үҙ сиратыбыҙҙа, йәш спортсыларыбыҙға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ.
18-20 февралдә Октябрьск ҡалаһында СССР-ҙың спорт мастеры Д.К. Даниловтың иҫтәлегенә грек-рим көрәше буйынса 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында уҙған Башҡортостан Республикаһы беренселегендә лә беҙҙең көрәшселәр уңышлы сығыш яһаны. Вячеслав Штырляев, Константин Кривошеев, Далер Тошов - I, Артур Хөсәйенов, Вячеслав Герлятович, Никита Безумнов, Альберт Фаязов - II, Егор Семенов, Богдан Гильванов, Владислав Кичуркин, Роман Садыҡов, Александр Черепенькин, Данил Дудин III урындар яулап, 3 алтын, 4 көмөш, 6 бронза миҙалдар
менән ҡайтты.
27 февралдә ҡаланың “Олимп” физкультура-һауыҡтырыу комплексында 2006-2007 йылғы уҡыусылар араһында ойошторолған XXIII Спартакиадала спорт мәктәбенең абруйын арттырҙы. Белорет һәм Баймаҡ көрәшселәре көс һынашҡан мәртәбәле ярышта муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, билдәле спортсы Азамат Бикбаев ҡатнашты. Белорет командаһы 12 ауырлыҡ категорияһында еңеүгә өлгәшеп, команда беренселегенә эйә булды, - тип мәктәптең уңыштары менән уртаҡлашты
Александр Юрьевич.
“Металлург” стадионындағы “Дельфин” бассейны менән бер бинала урынлашҡан көрәш мәктәбендә бөгөнгө көндә 276 йәш спортсы шөғөлләнә. Алты тренерҙың барыһы ла юғары махсус белемле, тәжрибәле мастерҙар. Араларында Европа һәм донъя чемпионаттарында ҡатнашҡан титуллы тренерҙар ҙа бар.
Дәрестәр сентябрҙән алып июнгәсә дауам итә. Әммә спорт күнекмәләрен, формаһын юғалтмаҫ өсөн йәйге айҙарҙа ла спорт лагерҙарында 20 көнлөк сборҙар уҙып тора.
Әйткәндәй, көрәшкә ете йәштән алалар. Грек-рим көрәшенең классик төрөндә тик ир-аттар ғына көс һынашҡас, спорт мәктәбендә әлегә ҡыҙҙар юҡ. Шулай ҙа киләсәктә бында ирекле ҡатын-ҡыҙ көрәше секцияһын асыу ҙа планлаштырыла...
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 20-се һанында уҡырға мөмкин.
Читайте нас: