Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Июль 2021, 13:55

Спорт ныҡышмалдарҙы ярата

Эйе, нәҡ шулай. Спорт ялҡауҙарҙы, дәртһеҙҙәрҙе, маҡсаттарына ирешмәгәндәрҙе үҙ итмәй. Спортты һайлағанһың икән, тырышып, хыялдар аша алға барырға, һиңә өмөт бағлағандарҙың, остаздарыңдың ышанысын аҡларға кәрәк. Һинең өҫтөңә ҙур яуаплылыҡ, яҡындарыңдың ышанысы һалынған. Ә ҡуйған маҡсаттарыңа ирешеү, ҙур еңеүҙәр яулау икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй. Был йәһәттән туған спорт мәктәбең, тренерың, атай-әсәйең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерергә тейеш түгелһең. Һәр хәлдә Абҙаҡтан Эльвина Ғәҙелшина өсөн түгел. Тәү ҡарамаҡҡа ябай, ихлас, ҡаҡса кәүҙәле Эльвина тиҫтерҙәренән бер яғы менән дә айырылмаған кеүек тойолһа ла, иңендә байтаҡ еңеүҙәр, чемпионлыҡ титулы ятҡанын һиҙемләп була. Чемпион исеме спортсы ҡыҙға танауҙы өҫкә сөйөп ебәрергә лә сәбәп булмаған. Киреһенсә, ул һәр кемгә асыҡ. Был һыҙаттар уны йәмләй, серлелек өҫтәй генә. Әйҙәгеҙ, һүҙҙе, оҙаҡ суратып тормай, Эльвинаның үҙенә бирәйек. Гәзит уҡыусыларыбыҙ ҡарамағына билбау көрәше буйынса донъя чемпионы Эльвина ҒӘҘЕЛШИНА менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Спорт ныҡышмалдарҙы ярата
Спорт ныҡышмалдарҙы ярата

►Эльвина, һин спортҡа нисә йәштә килдең? Билбау көрәше һине нимәһе менән ылыҡтырҙы һәм спортсыны ниндәй сифаттарға өйрәтә?

- Нимә һуң ул спорт? Спорт ул - йәшәү рәүеше. Һәр кеше сәләмәт һәм ныҡ булыу өсөн спорт менән дуҫ булырға, шөғөлләнергә тейеш тип уйлайым. Бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнгән кеше генә көслө, етеҙ һәм тәүәккәл була. Башланғыс класта уҡығанда тренерымдың күнекмәләрен күҙәтергә тура килде. Көрәш келәме нимәһе менәндер тартты. Ҡыҙыҡһыныуым еңде. Мин дә көрәш секцияһына барып ҡарарға булдым. Барып спортсыларҙың келәмдә күнекмәләр үткәреүен күреп ҡайттым. “Мин дә улар кеүек булдыра алмайыммы ни?!” - тип, бер аҙнанан яңынан билбау көрәше буйынса секцияға килдем һәм барыһы менән бер рәттән күнекмәләргә тотондом. Күпмелер йөрөгәс, ярыштар башланды. Ә минең әҙерлегем етмәгән кеүек. Тәүге ярышта уҡ аяғымды һындырҙым. Бер ай йөрөгәс, “Ниңә ул миңә көрәш, етмәһә, аяҡты ла һындырҙым”, тигән уйҙар ҙа башҡа килде. Күпмелер ваҡыттан һуң был уйымдан кире ҡайттым. Һәм яңылышманым. Тәүге етди ярыштар ҙа башланып китте. Был йәһәттән атайым менән әсәйемә рәхмәтлемен.

►Ҡәҙерле кешеләреңә килгәндә... Улар һиңә ниңә ҡыҙҙарға ғына хас спорт төрөн тәҡдим итмәне, йәиһә бейеү, йыр кеүек түңәрәктәргә яҙҙырманы?

- Мин үҙем был спорт төрөн һайланым. Ә атайым Илдус Минһаж улы һәм әсәйем Эльмира Хәлил ҡыҙы нәҡ көрәште һайлауыма ҡаршы килмәне. Киреһенсә, һәр яҡлап та ярҙам итергә тырыштылар. Әлбиттә, билбау көрәшенә килгәнсе, бейеү, гимнастика кеүек түңәрәктәр ҙә булды... Шулай ҙа күңелемә, булмышыма көрәш яҡыныраҡ булып сыҡты. Хәҙер 10 йыл инде нәҡ ошо спорт төрөнә тоғромон.

►Һиңә тәүге еңеүеңде килтергән ярыш ҡайҙа һәм ҡасан булды? Иҫләйһеңдер.

- Абҙаҡта бергә көрәш секцияһына йөрөгән ҡыҙҙарҙан келәмдә һәр ваҡыт еңелә килдем. Тәүге тапҡыр күләмле ярыштарҙа ҡатнашып, үҙ көсөмдө һынап ҡарау мөмкинлеге сыҡҡас, бер килке юғалып та ҡалдым. Шулай ҙа үҙемде тиҙ ҡулға алдым. Ярышҡа көрәшсе ҡыҙҙар ҙа байтаҡ йыйылған ине. Мине лә атайым алып барҙы. Шунда барып тәүге еңеүемде яулағас, ныҡлап йөрөй башланым. Тәүге еңеүем үҙ республикамда булды.

►Тимәк, һиңең тәүге еңеүеңдә, ниндәйҙер кимәлдә, ауылдаш көрәшсе ҡыҙҙарың сәбәпсе булған...

- Шулайҙыр. Ҡыҙҙар ҙа көрәш секцияһына минән алдараҡ килгәйне. Еңеүҙәр ҙә яулап өлгөргәндәр. Келәмдәш ҡыҙҙарым - Зилиә Ирғәлина, Алина Ишҡыуатованан ниндәйҙер кимәлдә шөрләй ҙә инем (көлә). Нәҡ улар минең бер баҫҡысҡа күтәрелеүемә этәргес булдылар.

►Ниндәй ҡалаларҙа, төбәктәрҙә булып өлгөрҙөң?

- Һарытау, Анапа, Пермь, Пенза ҡалаларында, Үзбәкстан Республикаһында һәм башҡа төбәктәрҙә үткән төрлө кимәлдәге спорт сараларында ҡатнашырға тура килде.

►Иң ҙур еңеүең?

- 2019 йылда Үзбәкстандың Алмалыҡ ҡалаһында үткән Донъя чемпионаты. Унда алтын миҙал яуланым һәм чемпион титулы алдым. Һуңынан спорт мастерлығына кандидат та булдым.

►Эльвина, һин яңы тормош һайлау юлында тораһың. Артта Берҙәм дәүләт имтихандары. Әле уҡыу йорттарына ҡабул итеү бара. Буласаҡ һөнәрең менән дә билдәләнгәнһеңдер инде. Артабан ниндәй юлдан китергә уйлайһың? Һис шикһеҙ, спорттыр. Әллә икенсе һөнәрҙе һайлаһаң да спорт, атап әйткәндә, билбау көрәше тормошоңда төп урынды биләйәсәкме?

- Буласаҡ һөнәрем менән билдәләнгәнмен. Хәҙер һайлаған уҡыу йортона ҡабул итеүҙәрен көтөргә, конкурстан үтергә генә ҡалды. Ниндәй генә юлды һайлаһам да, спорт минең менән һәр ваҡыт ҡала һәм көрәште артабан да дауам итәсәкмен.

►Һәр юғары уҡыу йортона мәҙәни, спорт өлкәһендә данын күтәрерлек йәштәр кәрәк. Был йәһәттән һин белем алған уҡыу йорто киләсәктә отасаҡ ҡына. Ә һин нисек уйлайһың?

- Ҡайҙа ғына уҡыһам да, яратҡан шөғөлөмдө ташламам. Уҡыу йортона ла ҡыҙыллыҡ килтермәҫмен, тип уйлайым.

►XI класты тамамланың. Һайлаған уҡыу йортона инергә әҙерһеңме? Ышаныс ҙурмы?

- Әҙермен, тип уйлайым. Юғары уҡыу йортона ингәндә чемпион титулы ла балл өҫтәй. Спортта күрһәткән ҡаҙаныштар өсөн 8 балл Берҙәм дәүләт имтихандарына өҫтәлә. Тырышлыҡтар бушҡа китмәгән, тимәк.

►Эльвина, кумирың бармы? Билбау көрәше буйынса донъя кимәлендә билдәлелек яулаған ниндәй спортсыға оҡшарға тырышыр инең?

- Кумирым - мин үҙем. Киреһенсә, барыһы ла миңә тиңләшергә тырышһын (ихлас көлә).

►Донъя чемпионы исеменә лайыҡ булдың. Яуланаһы үрҙәрҙе лә яулап бөттөң кеүек. Шулай ҙа спорт өлкәһенә ҡағылышлы ниндәй хыялдарың бар?

- Донъя кимәлендә еңеү яуланды. Артабан Йәйге Олимпиадала ҡатнашып, олимпия чемпионы булырға теләр инем. Әгәр ҙә билбау көрәше мотлаҡ олимпия төрөнә индерелһә, шунда ҡатнашыр инем.

►Ә бит билбау көрәше олимпия төрөнә индерелмәгән...

- Индерергә уйлағайнылар. Самбоны индерҙеләр, көрәште юҡ. Киләсәктә олимпия уйындарына индерерҙәренә ышаныс ҙур.

►Һинең һәр башланғысыңда ғаиләң, тренерың, уҡытыусыларың ярҙам итергә әҙер. Атай-әсәйең, тренерың Салауат Дауытов республикала, башҡа төбәктәрҙә үткән ярыштарҙа ҡатнаштырырға, хатта үҙҙәре үк алып барырға тырыша. Был йәһәттән ни әйтер инең?

- Әлбиттә, миңә һәм еңеүемә ышанған барыһына ла рәхмәтлемен. Улар мине һәр ваҡыт хуплап, еңеүҙәремә ышанып ҡалалар. Тәүге йылдарҙан уҡ мине еңеүҙәргә алып барған тренерым Салауат Ғәзиз улына рәхмәтлемен. Һәр яҡлап та ярҙам итә. Бихисап истерикаларыма ла түҙҙе.

►Истерикаларыңа килгәндә... Улар еңелеүҙәнме?

- Эйе. Төрлө кимәлдәге ярыштарҙа беренсе урындарҙы яулап өйрәнһәң, аҫҡа тәгәрәүе ауыр икән. Ярыштарҙа һәр ваҡыт призлы урындарҙы яулайым. Ҡайһы саҡта икенсе баҫҡысҡа төшөүе бик ауыр була торғайны. Тренерым ярҙам итте. Хәҙер икенсе урын алһам да, әллә ни бошонмайым. Ярай, була инде, тим дә ҡуям.

►Һин атай-әсәйең, тренерың ярҙамында тыуған ауылыңда үҙеңдең призыңа билбау көрәше буйынса ярыштар булдырҙың. Ярыштар артабан да традицияға әйләнерме?

- Тыуған ауылымдан ситтә булһам да, йыл да ярыштарҙы үткәреп торасаҡмын. Был йәш спортсыларға этәргес тә булыр.

►Йәш булыуыңа ҡарамаҫтан, тренерлыҡ эшен дә алып бараһыңдыр әле.

- Мин - тренер ярҙамсыһы. Тренерым рөхсәте менән билбау көрәше буйынса күнекмәләрҙе үҙем алып барам. Балалар менән шөғөлләнеү оҡшай.

►Спорт мәктәбенең Абҙаҡ билбау көрәше буйынса секцияһында нисә спортсы шөғөлләнә?

- Көрәште үҙ итеүселәр байтаҡ. Күрше Әбйәлил районынан да килеп шөғөлләнеүселәр бар. Ниндәйҙер кимәлдә спорт еңеүҙәре булған 20-гә яҡын спортсы шөғөлләнә.

►Билбау көрәшен, минеңсә, малайҙар үҙ итергә тейеш. Күпселеген кемдәр шөғөлләнә?

- Абҙаҡта башлыса ҡыҙҙар был спорт төрөн һайлай. Малайҙар билбау көрәше секцияһына йөрөргә әллә ни ашҡынып бармай.

►Уларҙың хоккей, футболдыр...

- Юҡ, малайҙар шөғөлләнеп бармай. Ярыштарға ла күпселек ваҡытта ҡыҙҙар йөрөй. Эвелина Йомағолова, Лилиә Гәрәева бер ярыштарҙан да ҡалмай тиерлек, ҡаҙаныштары ла күп.

►Ғәҙәттә, ғаиләлә өлкәндәре, апайағайҙар бигерәк тә өлгө күрһәтә. Бәләкәйҙәре лә уның артынан эйәрә. Һин кемгә эйәреп көрәш секцияһына килдең?

- Ғаиләлә иң өлкәне мин. Ике һеңлем бар. Атайым да ҡасандыр самбо менән шөғөлләнгән. Ул - эске эштәр органы ветераны. Мин дә дзюдонан билбау көрәшенә күстем.

►Һеңлеләрең спорт яратамы?

- Уртансыһын үҙем менән йөрөтәм.

►Апайы кеүек билдәле спортсы сығырлыҡмы? Кем сығырын алдан төҫмәрләп буламы?

- Бәлки, килеп сығыр ҙа. Әлбиттә, күренә.

►Тиҫтерҙәреңә теләктәрең...

- Спорт менән шөғөлләнһендәр. Бер урында ғына тапанып ҡалмаҫҡа кәрәк. Ҡуйған маҡсаттарыңа ирешер өсөн, әлбиттә, тырышырға, тир түгергә кәрәк. Һуңынан ҡаҙаныштарыңды татыу, күңелгә көс, дәрт, илһам ғына бирер.

►Эльвина, әңгәмәң өсөн рәхмәт. Артабан да еңеүҙәрең күп булһын. Теләгән уҡыу йортона инеп, республикабыҙҙың, илебеҙҙең лайыҡлы гражданы булып уҡып сығыуыңды һәм туған районыңа ҡайтыуыңды теләйбеҙ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: