Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Сентябрь 2021, 11:11

Беҙҙә лә чемпиондар үҫә!

Үҫмерҙәр араһында спорт көрәше буйынса Донъя чемпионаты тамам. Чемпионат спорттың был төрөн яратыусылар, көйәрмәндәр араһында онотолмаҫлыҡ хис-тойғолар, йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Беҙҙә лә чемпиондар үҫә!
Беҙҙә лә чемпиондар үҫә!

Беренсенән, чемпионаттың нәҡ Башҡортостанда үтеүе тыуған республикаһын яратҡандар араһында ғорурлыҡ хистәре уятһа, үҫмерҙәр чемпионатында башҡорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең юғары баҫҡыстарҙы яулауы мәртәбә өҫтәне.

Турнир хужалары - Башҡортостан спортсылары үҫмерҙәр араһында үткән спорт көрәше буйынса чемпионаттың төп геройҙары булды. Өс Рәсәй спортсыһы үҙҙәренең ауырлыҡ категорияһында иң яҡшылары тип табылды. Улар араһында Белореттан Саид-Хусейн БАКАЕВ та бар ине.

Чемпионатта көрәштең һынылышлы мәле... Саид-Хусейн еңеү яулай һәм ике балл урынына 4-те ала. Белорет көрәшсеһе артабан Грузия спортсыһына бер мәрәй ҙә бирмәй, 10:0 иҫәбе менән еңеүгә өлгәште һәм чемпион титулын яуланы.

Донъя чемпионатынан, еңеүҙәрҙән һуң спортсы, көйәрмәндәр өсөн миҙгел уңышлы тамамланған кеүек. Ә бит чемпионат миҙалына юлдың ҡатмарлы, ауыр булғанын спортсы тик үҙе һәм тренерҙары ғына белә. Саид өсөн миҙгел уңышһыҙ башлана. Рәсәй Беренселегендә, һуңынан Суракат Асиятилов иҫтәлегенә үткәрелгән Халыҡ-ара турнирҙа алтын миҙалдан бер аҙымда ғына туҡтала. Рәсәй йәштәре Спартакиадаһына тиклем хаталар өҫтөндә эшләй. Ә бына Өфөлә үткән контроль алыштарҙа үҙен күрһәтә.

- Мин еңеүгә оҙаҡ килдем һәм алышҡа ла етди әҙерләндем. Чемпион исемен яулау теләгем ҙур булды. Еңеүсе билбауы ла төштәремә инә ине, - ти хәҙер грек-рим көрәше буйынса донъя чемпионы.

Чемпионатта финалсыларҙы трибунанан республика Башлығы Радий Хәбиров та күҙәтеп, көйәрмәндәр менән Рәсәй спортсыларының һәр мәрәйе өсөн ҡыуанып ултырғайны.

- Етәксе булараҡ бурыстарҙы үтәйәсәкмен. Әгәр ҙә чемпионаттан һуң көрәш, бокс, гимнастика һәм башҡа спорт секцияларына малай һәм ҡыҙҙар күберәк килә икән, тимәк, беҙ маҡсатыбыҙға ирешкәнбеҙ. Был - иң мөһиме. Шулай уҡ был спорт сараһынан һуң республикабыҙҙа чемпиондар үҫеп сыға икән, атап әйткәндә, спорт көрәше буйынса, тырышлығыбыҙҙың бушҡа китмәүен аңлайбыҙ, - тигәйне республика Башлығы Радий Фәрит улы чемпионаттан һуң.

Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта ла эш бүлмәһендә донъя чемпионы Саид-Хусейн Бакаев, спортсының тренерҙары - Валерий Коробов һәм Илдар Ғилманов, атаһы Умар Бакаев, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Михаил Посаженников, “Спорт көрәше буйынса спорт мәктәбе” автономлы учреждениеһы директоры Александр Кононенко менән сәй табыны артында осрашып, йәнле һөйләшеү алып барҙы. Район етәксеһе Андрей Иванович чемпиондан, уның тренерҙарынан, атаһынан чемпионат тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һораны.

- Республикала спорт үҫеше күҙәтелә. Баш ҡалала һәм республика райондарында төрлө секциялар эшләүе, спортсыларға шөғөлләнеү өсөн залдар, үҙәктәр төҙөлөүе ҡыуаныс. Етәксебеҙҙең дә спортты, бигерәк тә спорт көрәше йүнәләшен үҙ итеүе отошло. Муниципалитеттарҙа махсус спорт үҙәктәре төҙөлөшө лә йылдам бара. Беҙ ҙә Иҙел башында ошондай спорт көрәше буйынса үҙәк булырына ышанабыҙ, - тине район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.

Был турала грек-рим көрәше буйынса тренер Валерий Коробов та: “Спортҡа республика, район тарафынан иғтибар ҙур. Киләсәктә айырым спорт үҙәге булдырылыр тип өмөтләнәбеҙ. Еңеүгә килгәндә иһә, ул еңел бирелмәне, әлбиттә. Етди әҙерлек талап ителде. Алда сборҙар, Донъя беренселеге тора”, - тине.

Саид-Хусейндың атаһы Умар Бакаев та улының еңеүе менән ғорурланыуы, чемпионатты зәңгәр экрандар аша күҙәтеүе тураһында һөйләне, тренерҙарына рәхмәтен еткерҙе.

Осрашыу һуңында Андрей Иванович ҡунаҡтарға - Саид-Хусейн, Умар Бакаевтарға, тренерҙары Валерий Коробов, Илдар Ғилмановҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: