Балалар-үҫмерҙәр биатлон турниры быйыл үҙенең бәләкәй генә юбилейын да билдәләй. Турнир спорт мастеры исеменә - унынсы тапҡыр, ә Иҙел башы ерлегендә бишенсегә үткәрелә. Ярыштарҙың Магнитогорск этабында иң яҡшылар исеменә Рәсәйҙең 26 субъектынан 500 йәш спортсы көрәшә. Бөтә Рәсәй ярыштарының II этабына Алтай, Байкал аръяғы, Пермь крайҙарынан, Амур, Вологда, Воронеж, Иваново, Ленинград, Мурманск, Новосибирск, Омск, Ырымбур, Псков, Һарытау, Свердловск, Силәбе, Тамбов, Төмән, Ульяновск өлкәләренән, Алтай, Башҡортостан, Бүрәт, Мордва, Саха-Яҡут, Татарстан, Удмурт Республикаларынан, Ямал-Ненец автономлы округынан һәм Мәскәү ҡалаһынан 10-18 йәшлек йәш биатлонсылар йыйылды. Әйткәндәй, мәртәбәле ярыштың тәүге этабы Мурманскиҙа үткән дә инде, киләһе дүрт этабын Сахалин, Демино, Саранск һәм Новосибирск ҡалалары ҡабул итә. Биатлон турнирының икенсе этабында биш йөҙҙән ашыу йәш биатлонсы ҡатнашһа, шуларҙың 147-һе - Башҡортостандан. Анна Богалий Кубогына этап ярыштарында иң ҙур команда һаналған Башҡортостан намыҫын Белорет спортсылары ла яҡлай. Күрше Силәбе өлкәһенән иһә 135 спортсы үҙ көсөн һынап ҡарай.
Ойоштороусыларҙың береһе, танылған спортсы билдәләүенсә, Кубок ярыш өлөшө менән генә сикләнмәй. Йәш спортсылар һәм тренерҙар спорт психологияһы, күнекмәләр процесы, биатлон ҡағиҙәләре һәм спорт фотографиялары буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үтте.
Миҙалдар биш йәш категориялары буйынса уйнатыла. 10 йәштән 18 йәшкә тиклемге биатлонсылар ике дисциплинала - шәхси һәм эҙәрлекләү уҙыштарында етеҙлектәрен, мәргәнлектәрен һынай. Бынан тыш, ҡатнаш эстафета ла ҡаралған. Шулай уҡ, турнир һуңында ойоштороусылар һәм тренерҙар өсөн эстафета ла ойошторола.
19 ғинуарҙа Анна Богалий Кубогы - Skimir биатлон ярышының икенсе этабын рәсми асыу тантанаһы үтте һәм ярыштарға старт бирелде. Турнир хужабикәһе Анна Богалий спортсылар, йыйылыусылар алдында сығыш яһап, уларға уңыштар, еңеүҙәр теләне. - Балалар спортын күҙ уңынан ысҡындырырға тейеш түгелбеҙ, сөнки йәш быуын спорты үҫешмәйенсә, юғары ҡаҙаныштар спорты ла булмаясаҡ. Шуға ла беҙ, ойоштороусылар, унынсы тапҡыр йәш спортсыларҙы бергә йыябыҙ ҙа инде. Нәҡ 10 йыл элек спорт карьераһын тамамлағанда, балаларҙы спортҡа йәлеп итеү, маҡсаттарына ынтылған, күнекмәләргә ҙур теләк менән йөрөгән спортсылар тәрбиәләү ниәте менән Бөтә Рәсәй ярыштарын ойоштороп ебәрҙем. Һеҙҙең өсөн спорт байрамы ойошторҙоҡ. Ярыштарҙа үҙегеҙҙе күрһәтегеҙ. Йөҙөгөҙҙән ихлас йылмайыу китмәһен. Ҡайҙалыр бер-берегеҙгә еңеүгә ынтылыш бирегеҙ, ҡайҙалыр һөҙөмтәләр яһағыҙ. Спорт “көрәше”, шул уҡ ваҡытта дуҫлыҡ та булһын, - тине спортсы.
Тренерҙар штабына ла ҡатмарлы, яуаплы эштәрендә уңыштар теләп, 10-18 йәшлек иң ҡатмарлы йәш категориялары менән эшләйһегеҙ. Улар Рәсәй биатлоны киләсәге. Һеҙ ниндәй “орлоҡ” сәсәһегеҙ, шуларҙы Донъя Кубоктарында, чемпионаттарында, Олимпия уйындарында, халыҡ-ара ярыштарҙа күрәсәкбеҙ, - тине Олимпия чемпионы Анна Богалий.
Ярыштарҙың Магнитогорск этабын ойоштороусыларға, Магнитогорск ҡалаһы етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе ул. Ярыштар балаларҙыҡы булһа ла, турнирҙы юғары кимәлдә үткәреп ебәрергә ололарса ҡараған ойоштороусылар. Кубок гимны, билдәһе, миҙалдар, бүләктәр, һары майка, көнәркәшлек, еңеүҙәргә ҡыуаныу, “МатчТВ” каналының билдәле комментаторы - барыһы ла ололарса. “Йәш биатлонсылар Донъя Кубогын да, башҡа күләмле ярыштарҙа сығыш яһаған шул уҡ спортсылар”, - тиҙәр ойоштороусылар.
Кубок ярыштарының икенсе этабында ҡатнашҡан һәр спортсыға майкалар, иң көслө алтау иҫәбенә ингән биатлонсыларға еңеүсе майкалары тапшырыла. Шулай уҡ, һары майка өсөн дә көрәшергә тура киләсәк. Ярослав Кузнецов тәүгеләрҙән булып ошондай майкаға эйә булды ла инде.
13-14 йәшлектәр категорияһында 6 саҡрымлыҡ шәхси уҙышта алтын миҙалды Башҡортостандан - Руслан Кәримов, көмөштө Вологда өлкәһенән Кирилл Юшманов һәм бронзаны республиканың Октябрьский спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Даниил Ситдиҡов яуланы. Әйткәндәй, Руслан сәпкә тейҙереү буйынса ла иң мәргәне, тиҙлек буйынса ла иң етеҙе булып сыҡты. Үҫмерҙең тренерҙары ла пьедесталдың юғары баҫҡысында торҙо. Үҫмер ҡыҙҙар араһында алтын миҙал Мәскәүҙән Варвара Ибәтуллинала (ваҡыты - 22.14.4), көмөш, еңеүсенән 59 секундҡа ҡалышып, - Татарстандан Анастасия Шинкарь һәм бронза Ямал-Ненец автономлы округынан - Полина Иващиковала.
Алда әле бер нисә көнләк ярыштар. Еңеүҙәр, миҙалдар, пьедестал...
Автор һәм Андрей ЧЕПАКИН фотолары.