Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Март 2022, 12:58

Байрам итте ир-аттар, балалар, гүзәл заттар

Бәхетленең ҡунағы ғына түгел, байрамы ла бер көндә тигәндәй, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан ҡала казактары һәм һыбай йөрөү мәктәбе башланғысы менән ҡаланың Выселки-2 биҫтәһе янындағы яланда тәүге тапҡыр ат спорты ярыштары үтте һәм Архангел, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет һәм Учалы райондарының 30-лап ат һөйөүсеһен йыйҙы.

Байрам итте ир-аттар, балалар, гүзәл заттар
Байрам итте ир-аттар, балалар, гүзәл заттар
Иҙел башында ат сабыштары Ҡоҙғон-Әхмәр, Сосновка ауылдарында даими үткәрелеп килһә лә, ҡала кимәлендә тәүгә генә үтә әле. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тиһәләр ҙә, ойоштороусылар байрам сараһын тейешле кимәлдә үткәреү өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәгән. Бында ат һөйөүселәр өсөн дә, был спорт төрөн яратыусылар өсөн дә  төрлө кимәлдәге саралар ойошторолғайны. Балалар төрлө уйындарҙа ҡатнашһа, тамашасылар сабыштарҙан кинәнес алды. 
Сабыштар дүрт заезда үтеп, унда  башҡорт тоҡомло, эш һәм ярым яҡшы тоҡомло аттар уҙышты.  
3 саҡрымлыҡ заезда призлы урындарҙы Учалынан "Батыр" ҡушаматлы атта - Эдуард Ваһапов, Сосновканан "Знак"та Альфред Мөхәмәтйәров һәм "Ҡарсыға" ҡушаматлы атта  Рысыҡайҙан Рәсих Латипов (өҫкө һүрәт) алды. 
Ҡоҙғон-Әхмәрҙәр - "Ялҡын"да Айгиз Вәлиев, "Армат"та Илмир Сәлимов һәм Учалынан "Абрек"та Арсен Таипов 4 саҡрымлыҡ заезда иң-иңдәре булды.
Өсөнсө заезд 4500 метрҙы тәшкил итте. Был заезда иһә  Архангел районынан Фәнил Әхмәтов "Орлик" ҡушаматлы атында беренсе булып финиш һыҙығын үтте. Белореттар - "Ялҡын"да Винарис Вәлиев һәм "Арғымаҡ"та Гордей Дятлов II һәм III урындарҙы бүлеште. 
Бәйге 7 саҡрымға иҫәпләнде. Әбйәлилдән "Остин" ҡушаматлы атында Динар Фазретдинов иң тәүгеләрҙән булып килде. Ҡоҙғон-Әхмәрҙән "Осҡон" ҡушаматлы атта Эдуард Зәбиров - икенсе, "Черный"ҙа Юлиана Ғәйфуллина өсөнсө булды. 
Еңеүселәр Грамота, Кубок, миҙалдар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән наградланды. Ә Иҙел башының иң йәш 16 йәшлек ҡатнашыусыһы  - казак Гордей Дятловты тамашасылар айырыуса алҡышланы. 
Тәүге тапҡыр үткән спорт ярышы күп тамашасыны йыйҙы. Бәләкәй балалары, ғаиләләре менән килеүселәр төрлө конкурс-уйындарҙа ҡатнашты. улар өсөн санала йөрөү   ойош-
торолдо.
Теләүселәр  ялан кухняһының арпа бутҡаһынан, ҡарағат сәйенән һәм тәмлекәстәрҙән ауыҙ итте. 
Ат спорты ярыштарының уртаһында булған район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта Белорет казачествоһына (етәксеһе - Олег Проскура), һыбай йөрөү мәктәбенә (директоры - Ольга Алексеева), бағыусылар - Вячеслав Алексеевҡа, "Максимум" заводына, Лыжовтарҙың крәҫтиән-фермер хужалығына һәм башҡа ойоштороусыларға, трассаны әҙерләүҙә ярҙам иткән юл ремонтлау-төҙөү идаралығына, ялан кухняһын ойошторған Сергей Лучниковҡа һәм уның ярҙамсыларына, балаларға ял ойошторған Йәштәрҙең ял үҙәге хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтен белдерҙе. 
 
Фотолар: Муниципаль район хакимиәте һәм Александр Борисков. 
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: