Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Май 2022, 13:33

Рух күтәренкелеге һәм спорт байрамы

Сәләмәт тормош алып барған, йәйге спорт төрөн яратҡандар өсөн еңел атлетика, эстафеталар миҙгеле башланды. Майҙа Белоретта “Белорецкий рабочий” гәзите призына, Шығайҙа Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдинов иҫтәлегенә арналған эстафеталар, 2012 йылда Лондондағы Олимпия уйындары ярымфиналсыһы Егор Николаев призына еңел атлетика ярыштары... Ҡатнашып, еңеү яулап ҡына өлгөр. Һәм бына сираттағыһы - “Урал” гәзите призына еңел атлетика буйынса эстафета. Быға тиклем Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы һәм Әзекәй ауыл биләмәһе күләмендә үткәрелеп килгән был спорт сараһы бер быуатлыҡ олпат юбилейын билдәләгән “Урал” гәзите призына икенсе йыл ғына үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, район-ҡала спорт һөйөүселәре араһында билдәлелек яуланы. Әлбиттә, баҫма призына үткәрелгән тәүге эстафета ғына түгел был спорт сараһы. 

Рух күтәренкелеге һәм спорт байрамы
Рух күтәренкелеге һәм спорт байрамы
Күп йылдар дауамында райондың ҡайһы бер ауылдарында, һуңынан зона күләмендә Сермән ауылында үткәрелеп килгән саңғы һәм еңел атлетика ярыштары туҡтап ҡалғайны. 2021 йылда тергеҙелеп, тәүге ярыш үтеп тә китте. Мөхәрририәт, муниципаль район хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм физик культура бүлегенең матди ярҙамы, Әзекәй ауыл хакимиәтенең һәм Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы йәштәренең, ауылдаштарҙың мәҙәни, спорт сараларын  ойоштора белеү һәләте еңел атлетика буйынса эстафетаның ойошҡанлы үтеүенә булышлыҡ итте. ЮХХДИ-ның юл-пост хеҙмәтенең юл ҡағиҙәләре тәртибен һаҡлауы, ауыл фельдшерының спортсылар сәләмәтлеге һағында тороуы -  барыһы ла ҙур спорт  сараларындағы кеүек. Ҡоҙғон-Әхмәр Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың - халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған  артисы Ғәли Хәмзинды, башҡа лайыҡлы ул һәм ҡыҙҙар үҫтергән, ҡышҡы һәм йәйге ат сабыштары даими үткәрелгән төйәк булараҡ билдәле. Исемлеккә “Урал” гәзите призына үткәрелгән спорт сараһы ла өҫтәлде. Ҡайһы бер ауылдаштарҙың: "Ниңә барлыҡ саралар ҙа беҙҙә үтә?" - тигән һорауҙарына, өҫтәп шуны әйтеп китергә кәрәктер: оло байрам йыйыр алдынан һәр кем йорт-ҡураһын, урамын тәртипкә килтерергә тырыша, ауылдаштар бергә ойошоп тирә-яҡты  сүп-сарҙан таҙарта. Икенсенән, сәләмәт тормош алып барыусылар, спорт һөйөүселәр артыуы ла күҙҙә тотола бит әле.  Спорт сараһы үтер ҙә китер, ә бына тирә-яҡтағы таҙалыҡ, бөхтәлек, эстафетанан ҡалған тәьҫораттар икенсе йылға тиклем һаҡланыры көн кеүек асыҡ. 
Күмәкләгән - яу ҡайтарған, тигәндәй күмәк көс менән атҡарылған сара ла район-ҡалала башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер баҫма гәзиттең дуҫтары, уҡыусылары ярҙамында бер тынала үтеп  китте.   
3 майҙа билдәләнгән ваҡытҡа спортты яратҡан гәзит уҡыусыларыбыҙ Ҡоҙғон-Әхмәр ауылына “Урал” гәзите призына үткәрелгән эстафетаға йыйылды. Район-ҡаланың Мәхмүт, Исмаҡай, Аҙналы, Ҡоҙғон-Әхмәр, Әзекәй, Манышты, Абҙаҡ, Яныбай Хамматов исемендәге  башҡорт гимназияһы, ҡаланың лицей-интернаты, Белорет педагогия колледжы һәм Район мәҙәниәт йортоноң йыйылма командалары еңел атлетика эстафетаһында етеҙлеген, берҙәмлеген, бер команда икәнлеген танытты. Башҡа эстафеталарҙан айырмалы, “Урал” гәзите призына арналғанында спортсылар 13 этапта төрлө йәш категорияһына бүленеп йүгерҙе. Бер уҙышта 12-15 йәшлек үҫмерҙәр ҙә, 40-50 йәштәге спортсылар ҙа берҙәм команда булып ярышты. 
Һәр команда әҙерлекле килгән. Быйыл ҡайһы бер командаларҙың берҙәм кейем формаһында йүгереүе маҡтауға лайыҡ, транспарант-лозунгылар ҙа уңышлы һәм ваҡытлы. Командалар һәм Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы алдында район хакимиәте вәкилдәре - мәғариф идаралығы начальнигы Сулпан Уйылданова, Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм физик культура бүлеге начальнигы Михаил Посаженников, “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова һәм Әзекәй ауыл хакимиәте башлығы (ярыш комментаторы ла) Нажия Вәлиева сығыш яһаны, командаларға уңыштар теләне.
- Бөгөн рухи күтәренкелек һәм спорт байрамы, - тине мәғариф идаралығы етәксеһе Сулпан Мәүләүи ҡыҙы. - Ҡоҙғон-Әхмәрҙә еңел атлетика буйынса эстафета үткәреү күптән матур традиция-
ға әүерелгән. Хәҙер был  традиция күптәрҙең яратып уҡыған баҫмаһы - “Урал” гәзите менән бәйле. Ысынлап та, рухи яҡтан үҫтереүсе гәзит. Киләсәк быуын рухи яҡтан да, физик яҡтан да көслө булырға тейешлеген аңларға тейешбеҙ. Ғәҙел ярыштар,  уңыштар теләйем.
- Бөгөн Ҡоҙғон-Әхмәрҙә бөтә район йыйылған. Бөгөнгө сараны Украинала барған ваҡиғаларға ла бағышлайбыҙ.  Сәләмәт тормош алып барыуыбыҙ, уға ынтылыуыбыҙ менән Тыуған ил, кеше ғүмере өсөн һаҡта торған яугирҙар менән теләктәш икәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Икенсенән, өләсәй-олатайҙарыбыҙ, әсәй-атайҙарыбыҙ уҡып үҫкән, хәҙер инде балаларыбыҙҙың да гәзите булған  “Урал” үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Тағы ла уҡыусыларының артыуын теләйбеҙ.
Май байрамдарын файҙалы үткәрәбеҙ. Йылдар дауамында ауыл кимәлендә үткәрелеп килгән спорт сараһы район кимәленә күтәрелеүенә шатбыҙ. Йылдан-йыл командалар артһын, - тине Әзекәй хакимиәте башлығы Нажия Динислам ҡыҙы.  
Ярыштарға старт бирелде. Ҡаланың лицей-интернат командаһы  быйыл да күсмә Кубокты үҙендә ҡалдырҙы. Улар - эстафета еңеүсеһе. Ҡоҙғон-Әхмәр командаһы 2021 йылда үткән тәүге ярышта ла икенсе булһа, быйыл  да маҡтаулы урынды һаҡлап ҡала алды. Белорет педагогия колледжы - өсөнсөлә. Һәр ваҡыттағыса, тәүгеләрҙән булып ҡатнашырға теләк белдергән Николаевка ауыл хакимиәтенең Мәхмүт командаһына өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелергә бер нисә секунд ҡына етмәне. Ҡала-район спорт сараларында ҡатнашып, даими призлы урындар яулап килгән педагогия колледжы командаһы менән һуңғы этаптарға тиклем өсөнсө урын өсөн  көрәшкән мәхмүттәргә “Афарин!” тибеҙ. Беренсе этапта 15-20 йәшлек үҫмер-егеттәр йүгерҙе. Педагогия колледжы студенты Радмир Шәйхисламов командалашына эстафета таяғын беренсе булып тапшырҙы. Башҡорт гимназияһынан Ильяс Хызыров - икенсе, Әзекәйҙән Арслан Сәйфуллин өсөнсө булып килде. 
Ауыл урамдары араһында ярыш һәр йылдағыса көсөргәнешле барҙы. Шуға ла судьялар бер кемде лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа тырышты һәм өс урам командаһын да еңеүсе итте. Тимәк, Ағүҙәк, Ҡалмаҡ һәм Шауым урамдары - барыһы ла еңеүсе. Шауым урамынан Алмас Малыбаев - беренсе этап еңеүсеһе. 
Тыныслыҡ уҙышында ла ҡатнашырға теләүселәр күп булды. Улар бер нисә йәш категорияһына бүленеп ярышты. Балалар ҙа ихлас йүгерҙе. Улар мөхәрририәт, шулай уҡ Миләүшә һәм Илфат Назыр-
баевтар әҙерләгән тәмлекәстәр, туңдырма менән һыйланды. 
Ә инде ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Абҙаҡтан Илүзә Баймөхәмәтова, Мәхмүттән Әнисә Ғатауллина һәм Ишленән Эльвира Рәхимова Тыныслыҡ уҙышында иң-иңдәре булды. Ир-егеттәрҙән Боғанаҡтан Сергей Исаев - I, Мәхмүттән Раяз Сәфиуллин - II, Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Илфат Назырбаев  III урынды алды. Йәштәр араһынан Белорет педагогия колледжы студенттары Рушан Ғүмәров, Айнур Шаһимөхәмәтовтар - икенсе һәм өсөнсө баҫҡыста,  лицей-интернаттан Сәмирхан Озер өсөнсө урынды яуланы.  Үҫмерҙәрҙән иң етеҙҙәре Линара Ағзамова, Азалия Рәхимова (Ишле) һәм Максим Ғиниәтуллин (Мәхмүт) булып сыҡты.  
Еңеүселәр, командалар Кубоктар, Дипломдар, Рәхмәт хаттары, миҙалдар һәм бүләктәр менән билдәләнде. Юбилейлы йыл булғас, һәр командаға махсус әҙерләнгән тәмле торттар ҙа тапшырылды. 
Мөхәрририәт быйыл да спортсыларҙы матур бүләктәре менән ҡыуандырҙы. Исмаҡай командаһы берҙәм кейем формаһы менән айырылып торһа, Аҙналынан Нияз Мөхәмәтйәнов иң йәш эстафетасы булды. 
Ә бына маныштылар район баҫмаһын алдырып ҡына ҡалмай, гәзиттең намыҫын да һәр ваҡыт яҡларға әҙер икәнлектәрен күрһәтте.  Беҙ уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! 
Гәзиттең баш мөхәррире Сатура Жәүәт ҡыҙы ярышты ойоштороусыларҙың барыһын да билдәләргә тырышты. Судьяларға (Айгиз Сәйетов, Шамил Уразаев, Илмир Сәлимов) - ғәҙел баһалары, ауыл ағинәйҙәренә - спортсыларҙы эҫе сәйҙәре, бауырһаҡ-ҡоймаҡтары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, йәштәргә сараны тейешле кимәлдә үткәреп ебәреүҙәре өсөн рәхмәттәрен әйтеп, бүләктәр тапшырҙы. 
Эстафетаға Район мәҙәниәт йорто ла үҙ командаһын әҙерләгән. Әйткәндәй, район-ҡала мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре иң күп гәзит  алдырып уҡыусылар рәтендә. Коллегаларын профсоюз комитеты рәйесе Фәнисә Шәрәфетдинова ла билдәләп үтте һәм бүләген тапшырҙы.    
Бер быуатлыҡ олпат юбилейын билдәләгән "Урал" гәзите призына II еңел атлетика буйынса ярыштар тамам. Рух күтәренкелеге, спорттағыса сәмлелек, етеҙлек менән үтеп китте. Спорт булғас бәхәсһеҙ ҙә булмай, әлбиттә. Ойоштороусылар уларҙы иҫәпкә алды һәм 2023 йылда спорт сараһын икенсе юҫыҡта үткәрергә уйлай. Йәш категориялары ла, командалар составы ла, район-ҡала кимәле лә иҫәпкә алыныр. 
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: