- Атай-әсәйем - Гөлдәр Әширәф ҡыҙы һәм Нуриәхмәт Мөхәмәт улы икеһе лә алдынғы саңғысылар, улар миндә бәләкәйҙән спортҡа һөйөү уяттылар. Мәктәптә уҡыу осоронда барлыҡ булған спорт ярыштары минең ҡатнашлыҡта үтә торғайны, шулай уҡ район-ҡала кимәлендә үткән еңел атлетика, саңғы ярыштарында, эстафеталарҙа ҡатнашып еңеүҙәр яуланым, бер нисә йыл рәттән мәктәптең “Йыл спортсыһы” исеменә лайыҡ булдым.
Псковта махсус тәғәйенләнешле ғәскәрҙә Ватан алдындағы хәрби бурысымды үтәп ҡайтҡас, бала саҡ хыялымды тормошҡа ашырып Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалының физкультура һәм спорт бүлегенә уҡырға индем. Юғары уҡыу йортонда ла бер генә спорт сараһын ҡалдырмай ҡатнашып, һәр береһендә алдынғылар рәтендә булдым. Хатта миңә “Бөтә спорт төрҙәре буйынса спорт мастеры” тигән лаҡап та тағып ҡуйҙылар (көлә).
Ҡулыма диплом алғас, республиканың “Ауыл тренеры” программаһы буйынса тыуған ауылыма эшкә ҡайтырға тәҡдим яһанылар һәм ҡуш ҡуллап быға риза булдым, - ти Азамат.
Шулай итеп, ул 2020 йылда Абҙаҡ мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы, шул уҡ рәттән хоккей буйынса тренер булып эш башлай. Беренсе көндән үк ең һыҙғанып эшкә тотонған дәртле, бихисап идеялар менән янған егет үҫеп килгән быуынды спортҡа ылыҡтырыу, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау буйынса проекттар яҡлау сессияларында ҡатнашып, уның һөҙөмтәләрен күреүгә ирешкән. Мәктәптә йәнә “Уҡтан атыу” һәм “Регби” буйынса ла түңәрәктәр алып бара. Бөгөнгө көндә шәхсән үҙенең һәм тәрбиәләнеүселәренең спорт буйынса ярыштарҙа яулаған еңеүҙәре бихисап. Мәҫәлән, Регби буйынса регион-ара турнирҙа ике йыл рәттән II урынға лайыҡ булғандар, йыл һайын “Урал”, “Белорецкий рабочий” гәзиттәре призына, Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдинов иҫтәлегенә арналған эстафеталарҙа командалары менән ҡатнашып призлы урындарҙы яулайҙар. Тынғыһыҙ, эшкә дәртле егет һәр саҡ яңы пландар, проекттар өҫтөндә эшләй. Бер нисә йыл элек грант отоп, Юлай Ғәлиуллин етәкселегендә милли уҡтан атыу буйынса секция булдырғандар.
Ауыл тормошонда, йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаша, төрлө сараларҙы ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәтә ул. Мәҫәлән, махсус хәрби операцияла ҡатнашып һәләк булған яҡташтары иҫтәлегенә волейбол буйынса турнир үткәреү, таҡтаташ ҡуйыу, ҙур спорт байрамын ойоштороу һәм башҡалар.
Мәктәпкә эшкә килгән йылда уҡ муниципаль кимәлдәге “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашып, “Уңышҡа тәүге аҙым” номинацияһында II урынды яулаған, быйыл Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған, йәш педагогтар араһында үткәрелгән “БеЛучики” проектында ла актив ҡатнашҡан.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән башҡорт халыҡ мәҡәле тап Азамат ишеләргә ҡарап әйтелгәндер. Бөгөнгө көндә йәнә башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү менән дә мауыға. Шулай уҡ артабан да белемен камиллаштырыуҙы дауам итеп, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында магистратурала уҡып йөрөй.
Биш йыл элек Учалы һылыуы Гөлназ менән сәстәрен сәскә бәйләп, матур ғына донъя көтәләр. 4 йәшлек Мөхәмәт һәм 10 айлыҡ Иман исемле улдар үҫтерәләр.
“Алдынғы ҡарашлы балалар үҫтерергә тырышабыҙ. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетын тамамлаған кәләшем менән өйҙә балалар менән башҡорт телендә генә аралашырға, телебеҙҙе үҫтереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә, уны һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ. Был беҙҙең телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә ҡарата һөйөүҙе үҫтерә, рухыбыҙҙы күтәрә. Өй төҙөнөк, ағас ултырттыҡ, улдар үҫтерәбеҙ. Бәхет өсөн тағы ни кәрәк?!
Балаларға булған белемемде бирергә тырыштым һәм әле лә ҡыуанып эшләп йөрөйөм. Билдәле булыуынса, Абҙаҡ ауылында “Атайсал” проекты буйынса хоккей майҙансығы асылғайны. Бына өс йыл инде унда хоккей буйынса турнирҙар ойошторам һәм республика буйлап ярыштарға йөрөйбөҙ. Аллаға шөкөр, һәр ваҡыт алдынғы урындарҙы яулайбыҙ. Уҡыусыларымды, эшемде бик ныҡ яратам. Яратҡан эшемдә эшләгәнгә мин икеләтә бәхетлемен”, - ти Азамат Нуриәхмәт улы.
Фотолар ғаилә архивынан.