Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Июнь , 10:55

Слет күңелле үтте

Был аҙнала Азапкин утары янында уҡыусыларҙың традицион туристик слеты үтте, унда үҙ оҫталыҡтарын күрһәтеү өсөн ҡала һәм район мәктәптәренең 33 командаһы йыйылды.

Слет күңелле үтте
Слет күңелле үтте

Слетты асыу тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта һәм мәғариф идаралығы начальнигы Сулпан Уйылданова сәләмләне, Марина Локоцкова етәкселегендәге “Фиеста” бейеү ансамбле, Лилиә Соколова һәм Ульян Сергеев етәкселегендәге шашка менән фланкировкалау түңәрәге ижади номерҙарын бүләк итте.

69-сы тапҡыр уҙғарылған слетҡа, быйыл 370 уҡыусы килгән.  Сараның күләме һәм масштабы ойоштороусыларҙы бик ҡыуандыра, сөнки республиканың бер районы ла бының менән маҡтана алмай.

Һәр команданың үҙ формалары, яҡшы йыһазландырылған лагерҙары, палаткалары бар.

- “Һыу каналы” етәкселегенә ойошторолған һыу ташыу өсөн рәхмәт. Ломовка эшҡыуарҙары турслетты утын менән тәьмин итә. Ярыштарҙы уҙғарыуҙа “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте филиалының Белорет юл төҙөү-ремонтлау идаралығы эшселәре һәм етәкселәре Александр Калинин ярҙам итте. Уҙған аҙнала бында коррекция мәктәптәре уҡытыусыларының республика слеты үтте, уның башланыуына беҙгә яҡшы ҡырсынташ һибелде, - ти Туризм үҙәге директоры, турслетты ойоштороусы Олег Ручушкин.

Быйыл программаға бер аҙ үҙгәрештәр индерелде. Спорт туризмы буйынса чемпионат сиктәрендә үткән дистанцияны алып ташланыҡ  һәм 10 километр оҙонлоғондағы иҫән ҡалыу маршруты принцибы буйынса икенсеһе эшләнде. Унда контроль ваҡыт юҡ, балалар походтағы кеүек тыныс аҙым менән йөрөй алды. Этаптарҙа уларҙы палатка ҡуйҙы, бивакты эшләне, усаҡ яҡты, топографик билдәләр, йырын аша бүрәнә буйлап үтте, һаҙлыҡ аша сыҡты, шартлы зыян күреүсене ҡотҡарҙы. Шулай уҡ традиция буйынса командалар викторинала ҡатнашты, үҙҙәренең визит карточкаларын тәҡдим итте, спорт ориентирлашыуы үтте.

Шулай итеп,  I урынды ҡаланың 20-се һәм Ҡаһарман мәктәбе командалары яуланы. II урын ҡаланың 1-се һәм Үткәл мәктәбенә, III урын 14-се гимназияға һәм Мәхмүт мәктәбе командаларына бирелде.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: