Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Июль , 15:29

Һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәне

“2020 йылда "Ауыл тренеры" программаһын раҫланыҡ. Программаның асылы нимәлә? Тренерға 600 мең һум күләмендә грант бирелә. Бының өсөн ул ауылда кәм тигәндә биш йыл эшләргә тейеш. Әлегә күҙаллағандан ике тапҡырға күберәк ғариза алдыҡ. Тимәк, программа кәрәкле һәм талап ителгән. Йыл һайын 100 тренерға ярҙам итәсәкбеҙ”, - тигәйне республика Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылдың 21 февралендә  үткән спортты һәм физик культураны үҫтереүгә арналған Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышы сығышында.

Һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәне
Һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәне

Шул уҡ ваҡытта республика етәксеһе тренерҙар составына ярҙам итеү һәм уны ауыл спорт клубтарына йәлеп итеү идеяһын әйтә. Шулай итеп, республикала "Ауыл тренеры" программаһы барлыҡҡа килә һәм бөгөнгө көнгә тиклем әүҙем тормошҡа ашырыла. Уның өлгөһөндә федераль кимәлдәге программа әҙерләнә.

2019 йылдан алып йыл һайын Башҡортостан Республикаһының Спорт министрлығы менән Белорет районы хакимиәте араһында республика территорияһында урынлашҡан ауыл, ҡала тибындағы ҙур тораҡ пункттарҙа йә 100 меңгә тиклем кешеһе йәшәгән ҡалаларҙа спорт әҙерлеге буйынса өҫтәмә белем биреү программаларын тормошҡа ашырыусы тренер-уҡытыусыларға бер тапҡыр бирелә торған компенсация биреү тураһында килешеү төҙөлә.

2019 йылдан 2022 йылға тиклем түләү күләме 600 мең һум тәшкил итһә, 2023 йылдан 1 млн. һумға тиклем арттырыла. Башҡортостанда «Ауыл тренеры» программаһы буйынса түләүҙе торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға - йорт, фатир, өй төҙөү өсөн участка һатып алыуға һәм төҙөлөшкә тотонорға мөмкин. Шулай уҡ 1 млн. һумға автомобиль һатып алырға, юғары йәки өҫтәмә белем биреү учреждениеларында уҡып сығырға була. Был программа менән Белорет районынан 29 тренер файҙаланған, шуларҙың 6-һы - көрәш буйынса, 23-ө олимпия резервы буйынса спорт мәктәбенән. Республика күләмендәге ярҙамға 5 тренер - торлаҡ (фатир, йорт), 6-һы автомобиль һатып алған, 1-әүһе ипотека кредитын ҡаплауға тотонған.

2020 йылда тәүге грантты республиканың 13 муниципаль районынан 34 тренер алыуға өлгәшкән. Абҙаҡтан Салауат Дауытов та, “Ауыл тренеры” республика программаһына ярашлы, тәүгеләрҙән булып республика ярҙамын алған тренерҙарҙың береһе. Районда спорттың көрәш буйынса төрөн үҫтереүгә күп көс һалған  тәжрибәле тренер грант аҡсаһын йорт төҙөүгә тотонған.

-  “Ауыл тренеры” программаһы, тренерҙар аҡса алған өсөн генә түгел,  кәрәкле һәм файҙалы, тип иҫәпләйем. Был дәртләндереү саралары уларҙың артабан да ныҡышмалыраҡ эшләүенә, хеҙмәтенә тағы ла яуаплы ҡарауына булышлыҡ итә һәм артабан тырышып эшләргә мотивация ла булып тора. Шуға күрә, башҡа тренерҙар ҡатнашһын, үҙҙәрен күрһәтһен, һынап ҡараһын, - тине Салауат Ғәзиз улы.

Әйткәндәй, үҙе үк көрәш майҙанында башҡаларға бил бирмәй, һабантуйҙарҙың иң ҙур бүләген, өс тиҫтәләп тәкә, алған көрәшсе лайыҡлы алмаш үҫтергән. Уның тәрбиәләнеүселәре  район, республика, Рәсәй кимәлендә генә түгел, донъя кимәлендә лә чемпион титулын яулауға өлгәшкән.

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышында Радий Фәрит улы ла: “Беҙ республика райондарында спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Был бик мөһим. Бында беҙҙең бөйөк спортсылар тыуа”, - тигәйне.

Ысынлап та, бәләкәй генә, шулай ҙа бар уңайлыҡтары булдырылған спорт залдарында лайыҡлы алмаш үҫә. Абҙаҡ мәктәбе спорт залында ла әллә күпме район, республика намыҫын лайыҡлы яҡларлыҡ спортсылар үҫеп сыҡҡан һәм сыға. Спорт залында ла ремонт эшләнә, Көрәш буйынса федерация ла келәмдәр менән ярҙам итә.

Һөҙөмтәлә "Ауыл тренеры" программаһы республиканың алыҫ райондарында спортты йәнләндерә һәм хәҙер йәш спортсылар халыҡ-ара ярыштарҙа һөҙөмтәләр күрһәтә. Программа тренерҙарҙы республиканың алыҫ райондарына күсергә этәрә, ә балаларҙың юғары квалификациялы тренерҙар һәм төрлө спорт төрҙәре буйынса белгестәр менән шөғөлләнеү мөмкинлеге тыуа. Программаның һөҙөмтәләре лә оҙаҡ көттөрмәне, кисә генә урам ҡыҙырған, социаль селтәрҙәрҙә ултырған малайҙар һәм ҡыҙҙар тәжрибәле тренерҙар ҡулына эләкте һәм юғары ҡаҙаныштарға өлгәшергә ярҙам иткән спортты һайланы.

Дүрт йыл дауамында республикала 176 тренер аҡса алған, түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 134,8 миллион һум тәшкил иткән. Быйыл Башҡортостандың 11 муниципалитетынан 21 остазға аҡса бүленде, улар иҫәбендә Белорет районының олимпия резервы спорт мәктәбе тренерҙары -  Руслан Мостафин (самбо) һәм Наталья Рыжкина (ачери-биатлон). Ике тренерыбыҙ ҙа бала саҡтан спорт менән шөғөлләнә һәм уға бөгөн дә тоғро ҡала. Улар спорт мастерҙарын һәм мастерлыҡҡа кандидаттарҙы тәрбиәләй. Уҡыусылары даими республика һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа сығыш яһай, йыш ҡына призерҙар була, наградалар тупланмаһын тулыландыра һәм тыуған Иҙел башын данлай.

- Идеяларҙы тормошҡа ашырыу өсөн күп осраҡта финанс етмәү ҡамасаулай. Һәр кемдең дә торлаҡ һатып алыу өсөн йәиһә теләгәнсә төҙөкләндереп булмай. Беҙҙең осраҡта иһә, ул аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн файҙаланасаҡбыҙ, - тинеләр түләүгә эйә булыусылар.

Эйе, “Ауыл тренеры” программаһы - балаға юғары ҡаҙаныштар спорты донъяһына эләгергә генә түгел, сәләмәтлеген нығытыу, ә ата-әсәләргә балаларын насар урам йоғонтоһонан алып ҡалырға һәм мәктәптә физкультураға яңы ынтылыш бирә.  

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: