Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Июль , 11:52

Маҡсаты тормошҡа ашһын

Белореттан Сәйет-Хөсәйен Бакаев Өфөлә грек-рим көрәше буйынса 2024 йылғы IX Бөтә Рәсәй йәйге универсиадаһы еңеүсеһе булды.

Маҡсаты тормошҡа ашһын
Маҡсаты тормошҡа ашһын

Сәйет-Хөсәйен профессиональ спортсы, халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Көрәш келәмендә 6 йәшенән алып шөғөлләнә, уның беренсе тренеры Илдар Сабир улы Ғилманов була, 12 йәшендә гет Валерий Петрович Коробовҡа күсә.

Сәйет-Хөсәйен ҡаланың 1-се мәктәбен тамамлаған, әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университетында белем ала.

Спортсы Рәсәй Беренселегендә, йәштәр араһында Рәсәй йәйге спартакиадаһында, юниорҙар араһында Донъя Чемпионатында, йәйге спорт төрҙәре буйынса Рәсәйҙең иң көслө спортсыларының Иван Поддубной исемендәге Бөтә Рәсәй спартакиадаһында еңеү яулаған.

Белорет районының спорт көрәше буйынса Спорт мәктәбе директоры Александр Юрьевич Кононенко әйтеүенсә, Сәйет-Хөсәйен бик тырыш һәм дисциплиналы спортсы. Уның һәм уның остаздарының маҡсаты - Олимпия уйындарында еңеү. Был мотлаҡ тормошҡа ашһын һәм әүҙем, маҡсатҡа ынтылышлы спортсыға яңы еңеүҙәр, ҡаҙаныштар теләйбеҙ!

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: