Тик йылғаның һыу кимәле ике метрға күтәрелеү сәбәпле, ойоштороусылар ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеге өсөн трассаларҙы үҙгәртергә һәм иң оҙон дистанцияларҙы бер аҙ ҡыҫҡартырға мәжбүр булды. Шул уҡ ваҡытта спортсылар, был ярыштар уларға онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итте, тип билдәләй, сөнки трассалар аша үтеү батҡаҡ, балсыҡ һеңдергән кроссовкалар һәм тайғаҡ таштар иҫәбенә ҡатмарлаша.
- Был бик ҡатмарлы булды. Мин, бер мәл, араны 100 саҡрымдан 82 саҡрымға тиклем ҡыҫҡартһалар ҙа, ярышта ҡатнашыуыма үкендем. Еңеүемә ышанманым, финишҡа икенсе килгән ҡыҙ менән үтеү ваҡыты айырмаһы - 10 минут, ә был бик аҙ, - тине 38 йәшлек Өфө спортсыһы Ольга Адова. Ул ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң оҙон дистанцияла беренсе урынды яуланы. Спортсы трассаны 12 сәғәт 46 минутта үтә. Әйткәндәй, Ольга Адова онлайн мәктәп уҡытыусыһы һәм йүгереү менән алтынсы йыл шөғөлләнә.
Спорт байрамында ҡатнашмағандарға ла фестиваль сағыу тәьҫораттар ҡалдыра. Сөнки программа бик бай: ғаилә квесттары һәм походтары, арҡан паркы, скалодромы, туризм мәктәбе, балалар һәм өлкәндәр өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре. Өс көн дауамында лекторийҙар эшләй, унда йога ваҡытында дөрөҫ тын алыу, скандинав таяҡтарын тотоу һәм йөрөү, йүгереүгә әҙерләнеү һәм башҡа күп нәмәләр тураһында һөйләйҙәр.
Фитнес-зона ла ҙур популярлыҡ менән файҙалана, унда тренерҙар йога, бейеү һәм көс күнекмәләре буйынса бушлай дәрестәр үткәрә.
Кистәрен сәхнәлә артистар сығыш яһай, скрипка, ҡурай һәм электрон музыка яңғырай.
Ә фестивалде ябыу тантанаһында программаһын "Волга-Волга" төркөмө тәҡдим итә, уның солисы Антон Салакаев был көндө 5 саҡрымдапн 82 саҡрымға тиклем йүгереп үткән спортсыларҙың аяҡтарында тороуына ҡына түгел, ә төркөмдөң дәртле йырҙары аҫтында бейеүен дауам итеүенә ғәжәпләнеүен белдерә.
Иҙел башы быйыл үҙендә республика, Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән килгән 5 мең спортсыны һигеҙенсе тапҡыр ҡабул итте.
Эдуард Дәүләтбаев фотолары.
Сығанаҡ: Андрей Иванюта.