Бөтә яңылыҡтар
10
Спорт
30 Ғинуар , 16:23

Маныштыла шәп ярыш

Манышты ауылында данлыҡлы һунарсы Бигарыҫлан Солтанов исемендәге милли һәм этник спорт күпкөрәше, башҡорт биатлоны буйынса III республика турниры үтте. Спорт байрамын Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров асып, йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотланы.

Маныштыла шәп ярыш
Маныштыла шәп ярыш

Үткән йылғы турнирҙар менән сағыштырғанда, быйылғы ярыш бигерәк сәмле, көсөргәнешле барҙы. Дистанция ла еңелдән түгел: һунар саңғыһында 1800 м юл үтәһең, яндан уҡ, пневматик мылтыҡтан атып, һөңгө ташлап, мәргәнлеккә, сослоҡҡа һынау тотаһың. Был сарала беҙҙең Асы ауылынан да уйынсылар ҡатнашты: Шәүрә менән Рауил Ғариповтар, аталы-уллы Айҙар менән Юлдаш Фәсхетдиновтар, Илгиз Фәсхетдинов, Таһир Шәйхитдинов, Юлиә Сәғәҙәтова, Рамазан Иҙрисов. Мин үҙем дә ситтә тороп ҡала алманым. Ваҡыт табып, бәйгелә ҡатнашырға йөрьәт итеү - үҙе бер оло еңеү. Ошо ярышҡа беҙҙе йәлеп иткән Асы ауылы старостаһы Зиннур Фәсхетдиновҡа, мәктәп директоры  Йәмил Саҙретдиновҡа, ауыл хакимиәте башлығы Фәйзүнә Әбдрәшитоваға, һәр береһен дәртләндереп, комментатор ролен үтәүсе Биктимер Ниғәмәтовҡа ҙур рәхмәт. Байрамды ойоштороуға күп көс түккән Манышты ауылы халҡына, "Ирҙәр ҡоро", "Ағинәйҙәр" ойошмаларына ла оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Тирмә ҡороп, асыҡ йөҙ менән ҡунаҡтарҙы йүгереп йөрөп һыйланылар, эҫе сәйҙәренән өҙмәнеләр, шуға ла көндөң һыуыҡлығы ла һиҙелмәне. Спорт сараһы Манышты халҡының тырышлығын, берҙәмлеген, татыулығын күрһәтте - ауылы өсөн янып торған кешеләр йәшәй бында!

Турнирҙа ҡатнашыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ҡыуаныс өҫтөнә ҡыуаныс өҫтәлде - алыҫтан килгән туғандар, дуҫтар, таныштар менән дә күрешеп, аралашып кинәндек бит! Байрам һәр кемдең күңелендә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы, дәртләнеп, икенсе йыл тағы ла ҡатнашырға ниәтләп ҡайттыҡ. Яҡты йөҙ, яҡшы кәйеф, ихласлыҡ тантана иткән сараны хәҙер һағынып һөйләргә генә ҡалды...

Зәлиә Байегетова.

Асы ауылы.

Автор:
Читайте нас: