Бөтә яңылыҡтар
10
Спорт
5 Февраль , 12:20

Башҡортостанда көслө спортсылар бар

6–16 февралдә Башҡортостанда һаңғырауҙарҙың ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса I Бөтә Рәсәй “Беҙ бергә. Спорт” олимпиадаһы була.

Башҡортостанда көслө спортсылар бар
Башҡортостанда көслө спортсылар бар

 Был турала Башҡортостандағы Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте рәйесе Ольга Шевнина һөйләне.

- Башҡортостанда ишетеү һәләте боҙолған көслө спортсылар – тау саңғысылары, бадминтонсылар, еңел атлетика вәкилдәре бар, - тип белдерҙе ул. – Һаңғырауҙар, ғөмүмән, көслө спортсылар. Күп кеше ҡатнашҡан спорттың үҫешенә булышлыҡ итәбеҙ, балалар һәм өлкәндәр өсөн спартакиадаларҙы даими үткәрәбеҙ. Өфөлә икенсе тапҡыр В.В. Шевнин исемендәге Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар спорты буйынса турнир ойошторола. Ошо данлыҡлы тренер республика Һаңғырауҙар спорты федерацияһына нигеҙ һалған. Спартакидала республика исеменән 30-ҙан ашыу спортсы ҡатнаша. Улар кёрлинг, шахмат, тау саңғыһы, саңғы ярыштары буйынса үҙ көсөн һынап ҡарай.

Программала “Олимпик-парк” үҙәгендә шайбалы хоккей, футзал, сноуборд, “Металлург-Магнитогорск” үҙәгендә тау саңғыһы спорты, ярыштар, Ишимбайҙа кёрлинг, тау саңғыһы һәм шахмат көтә.

Автор: Жанна МИРОНОВА.

Фото: Башҡортостандың Һаңғырауҙар спорты федерацияһы архивынан.

Автор:
Читайте нас: