Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Февраль , 09:31

Татыу ҙа, дәртле лә ғаиләләр ярышты

- Ҡәйнәм, раз, два, раз, два... Бер ритмда ғына... - Кейәү, көрәштәшеңә уйларға ваҡыт бирмә, Вил ағай көслө бит ул... - Зәлифә ҡоҙағый кәүҙәгә бәләкәй генә булһа ла, сос бит ул, бесәнен дә ирҙәр менән бер рәттән емертеп эшләй... - Улым, ҡалышма, тиҙерәк...

Татыу ҙа, дәртле лә ғаиләләр ярышты
Татыу ҙа, дәртле лә ғаиләләр ярышты

Ғаилә старттарында ҡатнашыусы ауылдың иң дәртле, иң сос һәм берҙәм Абдуллиндар, Фазлетдиновтар һәм Сафуановтар ғаиләләре ошолай бер-береһен дәртләндерә-дәртләндерә, сәмләнеп ярышты. Командалар капитандары - Рәйлә Абдуллина, Зәлифә Фазлетдинова һәм Гөлнара Сафуанова ла ул-ҡыҙҙарын, килен-кейәүҙәрен, ейән-ейәнсәрҙәрен, яҡындарын, хатта ҡоҙаларын да ситтә ҡалдырмаған, һәр береһен тиерлек эшкә "еккән". Әйткәндәй, был апайҙар ауылда үткән бер мәҙәни һәм спорт сараларынан да ситтә ҡалмай, махсус хәрби операция зонаһындағыларға ярҙам итә, йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәй, икенсе яртылары менән гөрләтеп донъяһын да көтә. Быйыл Рәсәй Президенты һәм республика Башлығы указдары менән иғлан ителгән Халыҡ берҙәмлеге, Ҙур һәм татыу ғаилә йылдары, Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан үткәрелгән спорт байрамы берҙәмлектең - көс, ғаиләнең терәк һәм берҙәм булыуын асыҡ күрһәтте лә инде. Өс ғаилә лә берҙәмлектең, татыулыҡтың өйҙә, өҫтәл артында, урамда башланыуын тағы ла бер тапҡыр иҫбат итте. Ҡәйнә һәм килен мөнәсәбәте, ейәндәрҙең спорт яратып үҫеүе, ғаиләләрҙең ныҡлы һәм бер һүҙҙән булыуы ярыштарҙың һәр этабында ла күренде.
Мәҙәниәт йорто мөдире Наил Хәмзин һәм ауыл депутаты Рәшит Сафуанов ауылдаштарҙы байрам менән ҡотлап, ғаиләләргә уңыштар теләгәндән һуң ярыштарға старт бирелде. Спорт байрамының беренсе этабында һәр команда ағзаһы сиратлап суҡмар ырғытты, икешәрләп, күмәкләп арҡан тартышты, һәр команданың көслө ағзалары 16 килограмлыҡ гирҙы 30-40 тапҡыр күтәрҙе. Үҫмерҙәр һунар саңғыһында йүгереп килеп, эстафетаны балаларҙы тюбингта ултыртып йүгереүселәргә тапшырҙы. Сират бер "саңғы"ға өсәр ҡатын-ҡыҙ баҫып йүгереүгә етте. Бер ҡалыпҡа, ритмға һалып алғансы йығылып та өлгөрҙөләр, артабан тороп йүгерҙеләр, барыһы ла финишҡа килеп етте. Ир-егеттәр турникта күтәрелеп, тәнен яҙып өлгөрөүгә, ҡатын-ҡыҙҙар бесән төгөн тәгәрәтә лә башланы.
Был төк ташыу ғына түгел, ә тотош мажара ла булды. Бесән төгө йә теүәллек талап итә, йә ҡапыл кире тәгәрәй. Шулай ҙа гүзәл заттар көслөрәк булып сыҡты, төктәре финишҡа килтереп еткерҙе. Командалар оҙон бүрәнәне ҡосаҡлап, 20 тапҡыр ерҙән тартылғандан һуң кем
уҙарҙан ҡул бысҡыһы менән өлөштәргә быса ла башланы. Бысылғандарын уңғандар ҡулына балта алып, бигерәк тә Зәлифә апай менән Резеда килен, ярып та өлгөрҙө. Утындарҙан командалар Z тамғаһын теҙеп тә ҡуйҙы.
Әзекәй ауыл хакимиәте башлығы Нажия Вәлиева ауылдаштарҙың берҙәм һәм дәррәү, ғаиләләрҙең татыу һәм сос булыуын билдәләп, еребеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килеүен теләне.
Ярыштарҙың судьялары Рәис Әҙелмырҙин һәм Илгиз Һарунов этаптарҙы ғәҙел баһалап, ғаиләләргә түбәндәге урындарҙы билдәләне. Эстафетала Абдуллиндар командаһы - беренсе, Сафуановтар ғаиләһе командаһы - икенсе һәм "Алға һәм алға" девизы аҫтында ярышҡан Фазлетдиновтар командаһы өсөнсө булды. Ике ярыш һөҙөмтәләре буйынса I урында - Сафуановтар, II урында Абдуллиндар һәм Фазлетдиновтар ғаиләләре. Афариндар! Командалар Почет грамоталары, тәмле приздар менән билдәләнде.
Спорт байрамынан һуң барыһы ла эҫе сәй һәм уңған апайҙар бешергән йыуаса менән һыйланды.
Был ярыштар һәр беребеҙ өсөн үҙ-ара ярҙам, ҡыйыулыҡ һәм дуҫлыҡ һабағы, халыҡтың берҙәм көсө киләсәктә ныҡлы нигеҙ булһын.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас