“Батырлыҡ аҙналығы” саралары сиктәрендә ҡышҡы ярыштарҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының район бүлексәләре, Рәсәй гвардияһының Башҡортостан буйынса идаралығы, федераль суд приставтары хеҙмәте вәкилдәре, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзалары ҡатнашты. Бындай форматтағы сара традицияға әүерелде.
Район буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы Тимур Сәйетгәрәев сәләмләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Полиция полковнигы сарала ҡатнашыусыларҙы Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы, барыһына ла уңыштар теләне.
Командалар носилкалар менән идара итеү, пневматик винтовкаларҙан атыу буйынса ярышты, дөйөм һауыҡтырыу күнегеүҙәрен башҡарыуҙа сыҙамлыҡтарын һынаны. Быларҙың барыһын да тиҙ һәм дөрөҫ эшләргә кәрәк булды. Ярыш барышында шаярыуҙар, көлөүҙәр яңғыраһа ла, көрәш бик етди барҙы.
Спорт эстафетаһынан тыш, сарала башҡа күңел асыуҙар булды. Теләге булғандар ҡаргиҙәрҙәрҙә йөрөнө, командала арҡан тартышыуҙа ҡатнаша алды.
Ҡатнашыусыларға айнар сәй һәм тәмле ризыҡтар тәҡдим ителде. Иң бәләкәй ҡатнашыусылар өсөн төрлө уйындар, конкурстар ойошторолдо, бүләктәр тапшырылды.
Һауа шарттары насар булыуға ҡарамаҫтан, сара йылы һәм дуҫтарса мөхиттә үтәсәк.
Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.
Александр Борисков фотоһы.