Ҡыштың һуңғы көндәрендәге ысын спорт байрамында, иреп барған ҡарҙа ялтыраған салт аяҙ ҡояшҡа ҡарамаҫтан, бергә күңел асырға теләгән һәм дуҫ, татыу, берҙәм биш ғаилә үҙ көсөн һынаны. Кәйеф күтәренкелегендә үткән, шат тауыштарға күмелгән был сара күңел асыу һәм үҙенсәлекле ҡышты оҙатыу байрамына әүерелде.
Ата-әсәләрҙән һәм балаларҙан торған ғаиләләр асыҡ һауала береһенән-бере ҡыҙыҡлы ярыштарҙа ҙур теләк менән дәртләнеп ҡатнашты. Эстафета етеҙ йүгереүҙән башланды: ҡатнашыусылар туп менән йүгереүҙә оҫталыҡ күрһәтте, ҡулсалар менән етеҙ маневрҙар яһаны һәм тюбингтарҙа тиҙлеккә шыуҙы. Һәр конкурс балаларҙан һәм педагогтарҙан торған тамашасыларҙың дәррәү алҡыштарына күмелде һәм хистәр ташҡынын тыуҙырҙы.
«Мәргән уҡсы» ярышы айырыуса дәртле үтте. Унда ҡатнашыусылар ҡар йомарламдарын билдәләнгән сәпкә теүәл аттылар.
Ғаилә уйындарының йомғаҡлау этабы булып Ҡар бабай яһау буйынса ижади ярыш торҙо. Бында һәр ғаилә үҙенең фантазияһын һәм берҙәмлеген күрһәтеп, ҡабатланмаҫ ҡар һындарын ижад итте.
Уйындар ғаилә ептәрен нығытып ҡына ҡалманы, барыһына ла онотолмаҫлыҡ шатлыҡлы мәлдәр, спорт рухы һәм яҡынлашып килеүсе яҙ һулышын бүләк итте.
Әнисә ҒАТАУЛЛИНА.