Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
26 Октябрь 2018, 10:34

Оло байрамды билдәләп

Егәҙе ауылының үҙәк майҙанында Республика көнөнә арналған байрам сараһы үтте.

Ауыл хакимиәте башлығы Ринат Радик улы Яныбаев ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһап:
- Был байрамды беҙ һәр кемебеҙҙең көндәлек хеҙмәте республиканың, райондың, ауылыбыҙҙың именлеге һәм сәскә атыуына булышлыҡ итеренә ныҡлы ышаныс менән ҡаршы алабыҙ. Яҡташтарыбыҙҙың яуаплылығы, егәрлелеге, илһөйәрлек тойғоһо, шулай уҡ үҙ-ара татыулығы арҡаһында беҙҙең биләмәлә үҙ ваҡытында өҫтөнлөклө бурыстар атҡарыла, - тине.
Артабан паркта ылыҫлы ағастар ултыртылды. Был экологик акцияла бөтәһе лә актив ҡатнашты. Егәҙе ауылы клубы директоры Илгиз Сәғәҙәтов етәкселегендә ойошторолған байрам концерты барыһының да күңелен арбаны.
“Урындағы инициативаларҙы яҡлау” программаһына ярашлы күмәк халыҡ көсө менән алынған МТЗ 82.1 тракторы күренеүе ҙур шатлыҡ булды. Был проектты финанслауҙа Ботай ауылынан - 70%, Баҡый һәм Хәйбулланан - 70% хужалыҡ ярҙам итһә, Өмөтбай ауылы ситтә йәшәгән ауылдаштар ярҙамы менән планға алынған сумманы ике тапҡырға арттырып үтәгән. Шулай уҡ “Туя” йәмғиәте (етәксеһе Р. Вәлиев), Ф. Ғилманов һәм Р. Яныбаев крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шәхси эшҡыуар Р. Мөхәмәтвәлиев, “Белорецкий рабочий” гәзите хәбәрсеһе Л. Швец ҙур ярҙам күрһәтте.
Байрам кисе ҡатын-ҡыҙҙар советы тарафынан әҙерләнгән сәй табыны менән тамамланды.
Читайте нас: