Айгөл Мәғәфурованың мөрәжәғәтенә муниципаль райондың мәғариф идаралығы начальнигы Марина Владимировна САРАНЦЕВА яуап бирә.
- 1950 йылда сафҡа индерелгән 8-се мәктәп бинаһының түшәм таяуҙары ағас ине. Август аҙағында, ҡыйыҡҡа капиталь ремонт барышында, икенсе ҡаттағы холдың түшәм таяуҙары ѳлѳшләтә емерелеп тѳштө. Шунда уҡ махсуслаштырылған ойошма ярҙамында бинаны ѳҫтәмә тикшереү ҡарары ҡабул ителә. Килеп сыҡҡан хәл арҡаһында 3 сентябрҙә мәктәп уҡыусыларын 18-се мәктәпкә, икенсе сменаға уҡытыуға күсерергә тура килде. Ата-әсәләрҙең теләген иҫәпкә алып, муниципаль мәғариф идаралығы һәм мәктәп администрацияһы ҡайһы бер кластарҙы ”Ровесник” клубында һәм 21-се балалар баҡсаһында уҡытыу мѳмкинлеген дә ҡарай. Әлеге ваҡытта махсуслаштырылған ойошма бинаға экспертиза үткәргән. Уға ярашлы, мәктәпте реконструкциялау һәм тѳкѳтмә эшләүҙең техник бурыстары әҙерләнгән. Тѳкѳтмәлә тамаша һәм спорт залдары, ашхана буласаҡ. Был балаларҙы заманса шарттарҙа һәм бер сменала уҡытыу мѳмкинлеге бирәсәк. Проектлау эштәре 2019 йылдың июнендә тамамланасаҡ.
Алыҫ йәшәгән балаларҙы (Косогорный - 4 саҡрым, Нура фермаһы - 4,5 саҡрым) автобуста йѳрѳтәләр. Автобус 3 рейс иртәнсәк һәм шулай уҡ 3 рейс кискеһен, дәрестәр бѳткәс, йѳрѳй. Йәштәр урамын 8 яҡтыртҡыс яҡтырта һәм был бик әҙ һанала. Улар элеккесә бер юлы реле йәки ҡул ярҙамында ҡабыҙыла. Яҡтыртҡыстар һанын күбәйтеп кенә мәсьәләне хәл итеп булмай. Бының ѳсѳн яңы электр селтәре һуҙырға кәрәк. Әлеге ваҡытта тѳҙѳлѳш ѳсѳн кәрәкле материалдар исемлеге әҙерләнгән. Эш башлау иһә 2019 йылдың ғинуар, февраль айҙарына планлаштырылған. Йәштәр урамында ҡуйылған 8 яҡтыртҡысҡа ошо йылдың февралендә махсуслаштырылған ойошма тарафынан ревизия яһаласаҡ.
РЕДАКЦИЯНАН: Гәзиттә мәктәпте реконструкциялау барышын яҡтыртып барасаҡбыҙ.