Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
25 Ғинуар 2019, 12:55

Үҙгәрештәр - тик яҡшыға

Муниципаль райондың һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына капиталь ремонт яһау ѳҫтѳнлѳклѳ мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Был проблеманы хәл итеү - Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы менән муниципаль район хакимиәтенең уртаҡ бурысы.

Әлеге ваҡытта терапия корпусындағы капиталь ремонт эштәре аҙағына яҡынлаша. Был бүлектә эштәр былтыр кѳҙ башланғайны. Бының ѳсѳн республика бюджетынан 15 млн. һум аҡса бүленде. Бүлектең инженер селтәрҙәре тулыһынса алыштырылды. Палаталар һәм табиптар кабинеты яңы тѳҫ алды. Ремонт эштәрен ғинуарҙа тамамлап, бүлек файҙаланыуға тапшырыласаҡ тип хәл ителгән.
Яңы бинала пациенттарҙы ике терминал аша ҡабул итеү ойоштороласаҡ. Ауырыуҙар ҙа ике категорияға бүленәсәк - экстрен хәлдәге, йәғни ғүмеренә хәүеф янаған һәм планға ярашлы кисектерергә ярамаған пациенттар. Бындай алым бер юлы ике ауырыуҙы ҡабул итеү мѳмкинлеге бирәсәк. Һуңғараҡ мотлаҡ бер юлы алты кешене ҡарау ҙа күҙаллана. Ремонттан һуң бүлектә смотровой кабинеты барлыҡҡа килеп, ваҡытлыса госпитализациялау ҡаралған. Лаборатория ла яҡын буласаҡ, ошонда уҡ тиҙ ярҙам палатаһы ла эшләйәсәк. Эш тамамланғас, терапия бүлегенә травматология бүлеген күсерергә тип хәл ителгән, сѳнки сираттағы капиталь ремонт эштәре нәҡ ошо бүлектә башланасаҡ. Ремонт барышында пациенттарға уңайһыҙлыҡ тыуҙырмау ѳсѳн барлыҡ саралар ҙа күреләсәк. Травмпункт та икенсе, яңы режимда эш башлай. Унда һанлы рентген ҡоролмаһы файҙаланыуға инә. Ә инде рентген һүрәте ике секундта әҙер буласаҡ.
Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына яңы тѳҫ биреү бының менән генә тамамланмай. Алда йоғошло ауырыуҙар дауаханаһын, балалар бүлеген ремонтлау мәсьәләһе тора. Бының ѳсѳн смета әҙер. Йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына капиталь ремонт яһау ѳсѳн генә лә 64 млн. һум аҡса талап ителә. Ремонт эштәренән райондағы амбулаториялар һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары ла ситтә ҡалмаясаҡ.
Читайте нас: