Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
29 Ғинуар 2019, 14:39

Эшҡыуарҙарҙан тәҡдимдәр кѳтѳлә

Нимә генә тиһәләр ҙә, һуңғы йылдарҙа ҡаланы тәртипкә килтереү, юлдарҙы ремонтлау, иҫке киосктарҙы демонтажлау эшенә ҙур иғтибар бүленә. Тѳҙѳкләндереү йәһәтенән башҡарылған, күҙгә күренерлек үҙгәрештәр бик күп. Бер нисә йыл элек булғаны менән сағыштырғанда, ҡаланың бѳгѳнгѳ йѳҙѳ ер менән күк араһы тиергә була.

Был йәһәттән тағы ла ҡыуаныслы хәбәр бар. Иҫке биналарҙы һүтеү, тѳҙѳкләндереү эштәре дауам итә. Сират ҡала ситтәрендә урынлашҡан ташландыҡ юл-патруль хеҙмәте постары биналарына етте. Учалы, Магнитогорск һәм Ѳфѳ ҡалаһы яғынан ингән ерҙә ҡунаҡтарҙы юл-патруль хеҙмәтенең иҫкереп, емерелеп бѳткән биналары ҡаршылай. Быға тиклем был биналар, законға ярашлы, федераль милек булып һаналды. Шул арҡала уларҙы ремонтлау мәсьәләһе лә хәл ителмәй ҡала килде.
2009 йылдарҙа, Рәсәй Эске эштәр министрлығында башланған реформаларға ярашлы, тѳбәктәрҙә юл-патруль хеҙмәте постарын бѳтѳрѳргә тигән ҡарарға киләләр. Яңы ҡануниәт буйынса, хоҡуҡ һаҡлау органдарында полиция хеҙмәткәрҙәре штаты ҡыҫҡартыла, ЮХХДИ структураһы ҡулайлаштырыуға дусар була. Полицияның яңы структураһы булдырылғас, күп кадрҙар кәрәк булған бындай эш алымы һѳҙѳмтәһеҙ һәм файҙаһыҙ тип табыла. Пост хеҙмәткәрҙәре башҡарған бурысты мобиль патрулдәр ҙә башҡара ала, водителдәрҙе база буйынса патруль машинаһында ла тикшерергә мѳмкин, тип хәл ителә. Эске эштәр министрлығы белдереүенсә, дежур патруль хеҙмәте экипажы стационар постарға ҡарағанда һѳҙѳмтәлерәк эшләй тип тә баһалана, сѳнки ҡайһы бер водителдәр, пост барлығын алдан белгәнлектән, был объекттарҙы икенсе юлдан урап үтергә тырыша. Бынан тыш, транспортты пост янында туҡтатып тикшереү ҡалаға ингән һәм сыҡҡан ерҙә юл хәрәкәтен тотҡарлап, артыҡ мәшәҡәттәр ҙә тыуҙыра. Иң башта мегаполистарҙың алыҫтараҡ урынлашҡан постары бѳтѳрѳлһә, яйлап башҡаларына ла сират етә.
Күптән түгел был объекттарҙы муниципаль милек иҫәбенә күсереү эштәре тамамланды. Ошо кѳндәрҙә улар ҡуртымға биреү ѳсѳн аукционға ҡуйыла. Ниндәйҙер идеялары, пландары булған эшҡыуарҙарҙан эшлекле тәҡдимдәр кѳтѳлә. Бизнес әһелдәренең был ташландыҡ биналарҙы тергеҙеп, уға заманса тѳҫ биреп, халыҡҡа кәрәкле объекттар булдырып, ѳҫтәмә килем алыу мѳмкинлеге бар. Былтыр был биналар урынлашҡан территорияларҙағы юлдарға капиталь ремонт та яһалғайны. Ҡуртымға алырға теләүселәргә әлеге ваҡытта буш торған бинаны тѳҙѳкләндерергә генә кәрәк.
Үҙ файҙаһын ғына түгел, ә ҡаланың йѳҙѳн, киләсәген ҡайғыртҡан дәртле эшҡыуарҙар үҙебеҙҙә лә күптер, улар ярҙамында ҡала ситтәре тағы ла матурайыр, эшһеҙҙәргә ѳҫтәмә эш урындары ла булыр тигән ышаныс ҙур.
Читайте нас: