Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
12 Март 2019, 13:33

Берҙәмлек - уңышлы эштең нигеҙе

Һуңғы йылдарҙа йәш быуынды физик яҡтан сәләмәт, рухи яҡтан көслө итеп тәрбиәләү өсөн күп эштәр башҡарыла. Ауылыбыҙ йәштәре менән уҡыусылары ошоға тиклем ҡалалағы тиҫтерҙәре кеүек боҙҙа рәхәтләнеп конькиҙа шыуырға, хоккей уйнарға хыяллана ине. Уларҙың был теләктәрен иҫәпкә алып, “Урындағы инициативаларҙы яҡлау” программаһы сиктәрендә Шығай ауыл хакимиәтенә ҡараған Үткәл ауылы халҡы боҙ майҙансығы төҙөүгә тауыш биреп, ноябрь баштарында эшкә тотондо.

Әлбиттә, аҡса йыйыу, аҡса бүлеү бер эш. Ә халыҡты бергә туплап, баштан алып аҙағына тиклем еткереү һәр кемдең ҡулынан килмәй. Быға тик сабыр, йөкмәтелгән эшен урынына еткереүсе генә тотона ала. Ә үткәлдәр сәмсел, тырыш халыҡ икәнлеген йәнә бер иҫбатланы. Айырыуса ауылда төпләнгән йәштәр һынатмай: бына тигән итеп донъя көтә, балалар үҫтерә, мал-тыуар аҫрай, кесе Ватандың данын арттыра. Беҙҙә элек-электән рухлы, сабыр, тырыш халыҡ йәшәй, шуға ла кешеләр мул тормошта көн күрә.

Мәхмүт Бадалов, Ришат Ғәлиастанов, Байрас Хажин, Рөстәм һәм Азиз Ғәйфуллиндар, Сабир Йомағужин, Юнир һәм Фәнгиз Ямалетдиновтар, Ғата Халиканов, Радик Хәлилов, Данил Садыков, Урал һәм Вадим Вәхитовтар, Геннадий Мадияров, Илнур Исмәғилев, Артур Шәғәлин, Дамир Көҫәпҡолов, Денис Айытбаев, Хәлим һәм Зинаф Ғәлиастановтар, Мәжит һәм Рәхим Сөнәғәтовтар, ағалы-ҡустылы Йосоповтарҙың ҡулдары алтын - баштан алып һуңғы нөктәгә тиклем башкөллө эшкә сумдылар. Мортаҙа Йомағужин, Йәлил һәм Рөстәм Мөхәмәтдиновтар, Венер Хәлилов техника менән ярҙам итте. Байрас Хажин үҙ кеҫәһенән майҙансыҡ янына һыу ҡаҙҙырҙы, был эште күпкә еңеләйтте. Үткәл ауылында тыуып үҫкән, бөгөн Рысыҡайҙа йәшәгән Мөхәмәт Бадалов та ауылдаштарының башланғысына битараф ҡалманы, майҙансыҡ өсөн үҙ өлөшөн индерҙе. Кемдеңдер исем-шәрифен онотоп ҡалдырһам, ғәфү үтенәм, бөтәһен дә ҡапылдан иҫкә төшөрөүе ауыр.

Айырыуса Мәхмүт Бадалов менән Рөстәм Ғәйфуллин маҡтауға лайыҡ - һәр эштең башында торҙолар. Хатта I класта уҡып йѳрѳгән Арыҫлан Ғәйфуллин да, ҡыҙыҡһынып китеп, өлкәндәр ыңғайына кәрәк ерендә таҡта тотоп торҙо, ҡайҙа һыу ҡойошто. Атаһынан күргән уҡ юнған, әсәһенән күргән тун бескән тигәндәре шулдыр инде.

Ауылдың бөгөнгөһөн тарихта ҡалдырып барыусы оҫта фоторәссам Ришат Хәйбуллин һәр эштең барышын фотоға тѳшѳрѳп, Интернет селтәренә һала барҙы.

Күмәкләгән - яу ҡайтарған тигән мәҡәлгә таянып, боҙ майҙансығы ҡышҡы каникулға әҙер булды. Уҡыусы балалар конькиға баҫыуға Мәхмүт Бадалов һәм Урал Вәхитов үҙ аҡсаһына хоккейсыларға ун сәкән һәм шайба алып бүләк итте. Хәҙер балалар рәхәтләнеп сәкән һуға.

«Беҙ хоккей уйнауҙан бик ҙур зауыҡ алабыҙ. Саф һауала көн дә әҙерлек үткәреп, сәләмәтлегебеҙҙе нығытабыҙ һәм төрлө ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнәбеҙ, сынығып үҫәбеҙ», - ти балалар, йылмайып.

Бәләкәс балалар уйнар өсөн боҙ майҙансығы эргәһенән ситтәрәк уңайлы шарттар булдырылған. Унда ҡомлоҡ эшләнгән, сәңгелдәк, турниктар, һырғалаҡтар һәм башҡа уйын ҡорамалдары ҡуйылған.

Ер ҡарҙан әрселеүгә ҡатын-ҡыҙҙар буяу эштәренә тотонасаҡ. Майҙансыҡ янына эскәмйәләр эшләргә, башҡа уңайлыҡтар булдырырға тигән ниәт бар, тиҙәр ир-егеттәр. Ҡышҡыһын балалар конькиҙа шыуһа, йәйгеһен майҙан эсендә рәхәтләнеп туп тибергә мөмкин буласаҡ.

Атай-әсәләр исеменән йәш үҫмерҙәр, балалар өсөн ошондай хәстәрлек күрһәткәндәре өсөн хөкүмәтебеҙгә, бағыусыларға, ярҙамсыларға гәзит аша оло рәхмәттәремде белдерәм. Тимәк, ауыл балалары буш ваҡытын компьютерға текләп үткәрмәҫ, ә майҙансыҡта саф һауала уйнар. Әйткәндәй, яңы боҙ майҙансығында уҡыусылар ғына түгел, өлкәнерәк йәштәге үҫмерҙәр, ағайҙар, ауыл йәштәре лә конькиҙа йөрөй, буш ваҡыттарын файҙалы ла, күңелле лә итеп үткәрер тигән өмөттә ҡалам.

Күптән түгел, уҡыусыларҙы боҙ майҙансығына ылыҡтырыу маҡсатында, Үткәл мәктәбе уҡытыусылары Н.И. Йомағужина һәм Р.Р. Хәлилова тәүге тапҡыр конькиҙа йүгереүселәр ярышы уҙғарҙы. Кистән ҡар яуғанға күрә, майҙансыҡ ярайһы уҡ ҡар менән ҡапланғайны. VIII класс уҡыусылары майҙансыҡты көрәп, боҙ өҫтөн һепереп, «һә» тигәнсе ялтыратып та ҡуйҙы. Иң актив уҡыусылар тәүге тапҡыр стартҡа баҫты. Уларҙың барыһы ла конькиҙа шыуыуҙа ярайһы уҡ тәжрибә туплаған, ныҡлы баҫып торалар. Конькиһыҙҙар әлегә уйынды ситтән күҙәтте. Башланғыс һалынды, киләһе йыл был спорт төрө менән дуҫлашыусылар һаны артыр, ярыш та көсөргәнешлерәк булыр тип ышанабыҙ, тине ярышты ойоштороусылар. Ә быйыл ҡатнашыусыларға «афарин» тибеҙ!
Читайте нас: