Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
15 Март 2019, 12:55

Эштәре ырамлы булһын

“Техресурс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, торлаҡ фонды менән идара итеү өлкәһендәге хеҙмәт баҙарында идара итеү компанияһы булараҡ, 2014 йылдан алып эшләй. Ул бөгөнгө көндә дөйөм майҙаны 141,2 мең квадрат метрҙы тәшкил иткән 65 күп фатирлы йортто хеҙмәтләндерә.

“Техресурс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, торлаҡ фонды менән идара итеү өлкәһендәге хеҙмәт баҙарында идара итеү компанияһы булараҡ, 2014 йылдан алып эшләй. Ул бөгөнгө көндә дөйөм майҙаны 141,2 мең квадрат метрҙы тәшкил иткән 65 күп фатирлы йортто хеҙмәтләндерә. Предприятие килешеүҙә күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын күрһәтеүҙе төп бурыс итеп алған һәм “Сифат, эффективлыҡ, уңайлыҡ” девизы аҫтында эшләй. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше булып, кешеләрҙең йәшәү һәм эш урындарында уңайлы шарттар булдырыу, тейешле кимәлдә коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү, күп фатирлы йорттарҙы миҙгелле эксплуатациялауға әҙерләү, үҙ ваҡытында капиталь ремонт эшләүҙе ойоштороу, иҫәпкә алыу приборҙарын ҡуйыу һәм башҡа эштәр тора.
Идара итеү компанияһы белгестәре, тикшереү органдары бойороғо биргән күп фатирлы йорттарҙың техник торошон тикшереү актына таянып, һәр йыл башында милек эйәләре һәм вәкәләттәр менән сираттағы ремонт яһау һәм хеҙмәтләндереү планын төҙөй. Параллель рәүештә милек эйәләре алдында ағымдағы йылда атҡарылған эштәр буйынса отчет бирә.
“Техресурс” идара итеү компанияһы күп фатирлы йорттар биләмәһен, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын төҙөкләндереү, автомобилдәр паркын киңәйтеү, йорт алдарын сүпсарҙан таҙартыу һәм йәшелләндереүгә күп иғтибар бирә. Бигерәк тә, биләмәләрҙең экологик торошо күҙ уңында тотола һәм компания хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыт бөтә ҡалала үткән экологик өмәләрҙә ҡатнашып, беркетелгән биләмәләрендә таҙалыҡ һәм тәртип булдыра.
Ойошмала юғары һәм урта белемле белгестәр эшләй. Торлаҡ-хужалыҡ өлкәһендә 15 йыл эшләп килгән компанияла һөнәри тәжрибәһе 35 йылға яҡынлашҡан хеҙмәткәрҙәр бар. Бында ойошма барлыҡҡа килгәндән алып слесарь-сантехник булып эшләгән Ринат Рауил улы Шәрәфетдинов (һүрәттә һулда) менән Вячеслав Николаевич Бродников (уңда) тап шундайҙар рәтендә лә инде. Уларҙың икеһен дә компания директоры Сергей Иванович Калинин тик яҡшы яҡтан ғына телгә алды, үҙ эштәренә яуаплы ҡараған, тырыш хеҙмәткәрҙәр булыуын билдәләне. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә эшләүселәрҙең барыһын да һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм үҙ эштәрендә камиллашыуҙарын, иҫәнлек һәм именлек теләйбеҙ.

Читайте нас: