Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
11 Июнь 2019, 16:01

Замана ихатаһы - ваҡыт талабы

2019-2024 йылдарға иҫәпләнгән “Башҡорт ихаталары” программаһы күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән граждандарҙың тормош шарттарын яҡшыртыу, йорт биләмәһендә уңайлы мөхит булдырыу маҡсатын күҙ уңында тота.

Республикала программаны тормошҡа ашырыу өсөн 1 млрд. 700 млн. һум аҡса бүленә. Программа ҡатнаш финанслау тәртибенә нигеҙләнгән. Конкурс талаптарына ярашлы, аҡсаның 94 проценты республика ҡаҙнаһынан бүленә. Ҡалған 5 процентты муниципаль берәмек һәм 1 процентын күп фатирлы йорт милекселәре ҡаплай. 2019 йылда республикала 500-гә яҡын ихата төҙөкләндереләсәк, ә биш йыл дауамында 3 мең тирәһе ихатаны яңыртыу ҡарала. Ремонт эштәре май айында башланып, йәй аҙағына тиклем дауам итәсәк.
Проект буйынса ихаталарҙа асфальт ҡатламын яңыртыу, парковка урындары булдырыу, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйыу ҡаралған. Шулай уҡ балаларға уйын майҙансыҡтары ла ҡороласаҡ. “Башҡорт ихаталары” программаһына эләккән ихаталарҙа йылылыҡ селтәрҙәре лә яңыртыласаҡ.
Быйыл “Башҡорт ихаталары” республика программаһы буйынса ҡалала ла 11 ихатаны төҙөкләндереү планлаштырылған. Ошо маҡсатта төбәк ҡаҙнаһынан 40 млн. һумға яҡын аҡса бүленгән. Ҡала башлығы Сергей Поляков билдәләүенсә, быйыл 11 ихатала 26 күп фатирлы йорт алды төҙөкләндереләсәк.
- Күп фатирлы йортта йәшәүселәр дөйөм йыйылыш үткәреп, ихатаны төҙөкләндереү мәсьәләһе буйынса фекер алышып, уртаҡ ҡарарға килергә һәм хакимиәткә заявка бирергә тейеш ине. Ғаризалар муниципаль берәмектең йәмәғәт-административ комиссияһы тарафынан ҡаралды. Ихатаның торошо, түләү тарихы, урындың үҙенсәлектәре, төҙөкләндереүгә мохтажлыҡ иҫәпкә алынып, программаға индереү-индермәү хәл ителде. Эштәр май урталарында башланды. Әле Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы 52-се, Пушкин урамының 56 “А” йорттарында ихатаны төҙөкләндереү эштәре бара. Тәүгеһендә дүрт йорт, ә икенсеһендә ике йорт алды тәртипкә килтереләсәк. Был аҙнала ҡала Мәҙәниәт һарайы янындағы һәм Крупская урамындағы ихаталарҙа капиталь ремонт башлана. Планға индерелгән 11 ихатала эш бер юлы ғына алып барылмай әле. Яҡын арала ҡалғандарында ла эштәр башланасаҡ, - тине Сергей Аркадиевич. Әле Октябрҙең 50 йыллығы урамы ихатаһында тротуар һалынған, бордюрҙар ҡуйылған (һүрәттә). Төҙөкләндереү эштәрен Белорет, Магнитогорск подрядсылары башҡара. Эштәрҙе август аҙағына тамамлау планлаштырылһа ла, эшселәр тиҙ арала тамамлап ҡуйырға уйлай.
Читайте нас: