Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
20 Июнь 2019, 20:10

Иң ҙур контроль - халыҡ фекере

Ниндәй генә матур йорттар төҙөлмәһен, яңыртылмаһын, йылдар үтеү менән уның подъездары, ҡыйыҡ-фасадтары эштән сығасаҡ. Шуның өсөн халыҡ үҙе контроллек итеү мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Ә йорт хужаларын власть менән тоташтырып тороусы - күп фатирлы йорттарҙың совет рәйестәре. Ошо маҡсаттан муниципаль район хакимиәтендә күп фатирлы йорттарҙың совет рәйестәре менән семинар-кәңәшмә үтте.

Кәңәшмәлә муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә төбәк йәмәғәт контроле үҙәге етәксеһе Анатолий Дубовский, “Грамоталы ҡулланыусы мәктәбе”нең совет рәйесе Фидан Исмәғилев, “Төбәк операторы” фондының генераль директоры урынбаҫары Сергей Баглай, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Андрей Иванюта ҡатнашты.
Республикабыҙҙа “Башҡорт ихаталары”, “Уңайлы ҡала мөхите” проекттары, күп фатирлы йорттар подъездарында капиталь ремонт, йорт ҡыйыҡтарын алыштырыу, фасадтарын яңыртыу буйынса программалар уңышлы эшләй. Иҙел башы халҡы ла республика, федераль проекттар ярҙамында ҡаланың тағы ла матурыраҡ төҫ алыуын, төҙөкләндерелеүен күрә. Әлеге көндә ҡаланы төҙөкләндереү буйынса дүрт республика федераль программаһы эшләй. “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы, муниципалитетҡа 44 млн. һум аҡса бүленеп, быйыл 11 йорт алды ихаталарында капиталь ремонт эшләнәсәк. Ҡайһы берҙәрендә был эштәр тамамланыу өҫтөндә.
Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау өсөн федераль ҡаҙнанан 32 млн. һум сарыф ителәсәк. Әлеге көндә бер нисә йорт подъездары яңыртылып, яңы төҫ алып, йорт хужалары тарафынан ҡабул ителеп алынған. Дүрт этаптан торған был программаның тәүге этабы тамамланды тиерлек. Күп фатирлы йорттарҙың ҡыйыҡтарын алыштырыу, фасадын яңыртыуға ла республика 60 млн. һум аҡса бүлгән. Бүленгән аҡсаға тағы лифттар, һыу системалары алыштырыласаҡ. “Уңайлы ҡала мөхите” проекты буйынса 40 млн. һумға 15 йәмәғәт урындары, скверҙар яңыртыласаҡ. Тимәк, ҡалабыҙ йөҙө ыңғай яҡҡа үҙгәреүен дауам итә әле. Был турала муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Геннадьевич сығышында ла әйтеп үтте. Күп фатирлы йорттар подъездарында капиталь ремонттың тәүге этабы тамамланды тиерлек. Тик ҡайһы бер район-ҡалалар ремонт эштәрен ваҡытында тамамламау, йөкмәтелгән бурыстарын еренә еткереп башҡармау һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан аңлашылмаусанлыҡтар республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Радий Хәбировты ла борсомай ҡалманы. Шуға ла төбәк йәмәғәт контроле етәксеһе Анатолий Николаевичтың эш сәфәренең төп сәбәбе лә ошоға бәйле ине. Үҙәк етәксеһе төҙөкләндереү эштәре барған ихаталарҙы, подъездарҙы ҡарап сыҡты, халыҡтың фекерҙәрен тыңланы. “Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау буйынса эштәр ярайһы уҡ яҡшы бара. Әлбиттә, етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Был инде подрядсылар менән идара итеүсе компанияларҙың үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡтарынан килеп сығалыр. Комплекслы ремонт үтеүе лә уңышлы. Ҡайһы бер йорттарҙа подъездары ла, ихата алды ла яңыртыла. Ремонт эштәре атҡарылып сыҡҡас, йорт хужалары мотлаҡ эште ҡабул итеп алырға бурыслы. Подъездар ун пункт буйынса төҙөкләндерелергә тейеш”, - тине Анатолий Николаевич.
Артабан “Грамоталы ҡулланыусы мәктәбе” рәйесе Фидан Исмәғилев күп фатирлы йорттар рәйестәренә “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы проекты тураһында һөйләне, онлайн-йыйылыштар, онлайн тауыш биреү системаһын аңлатып китте, “Төбәк операторы” фондының генераль директоры урынбаҫары Сергей Баглай ҙа үҙ йүнәлеше буйынса сығыш яһаны.
Читайте нас: