Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
4 Июль 2019, 19:52

Шишмә яны яңырыу кисерә

Ҡала халҡы Морат биҫтәһендәге шишмә һыуын яратып эсә, хатта ҡаланың икенсе осонан да һыу алырға килеүселәр бар. Тиҙҙән шишмә яны танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк, сөнки унда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” республика программаһына ярашлы ремонт бара.

Шишмәнең тирә-яғын тимер рәшәткәләр менән кәртәләп алыу эшендә Рафаэль Фәрүәзов, Матвей Прокипчук, Сәрүәр Ҡушморатов һәм Илһам Әйүпов атлы егеттәр тырышып эшләй. Бынан тыш, асфальт түшәлгән йәйәүлеләр зонаһы, эскәмйәләр һәм урналар ҡуйыу өсөн “кеҫәләр” булдырыласаҡ, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыласаҡ, автомобилдәр туҡтау урынына асфальт түшәләсәк. Шулай уҡ шишмәнең беседкаһын буяу, плиткаларын алмаштырыу һәм һикәлтәне яңыртыу ҙа ҡаралған.
Читайте нас: