Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
9 Июль 2019, 16:06

Эш күперҙә генә түгел

Ҡала быуаһының ике ярын тоташтырған, иҫтәлекле урындарҙың береһенә әүерелгән, илебеҙҙәге иң оҙон ағас ҡоролма булып танылған күпер емерелеп төштө.

550 метрға һуҙылған күпер уҙған быуаттың 30-сы йылдарында һалына һәм оҙаҡ йылдар дауамында БМК балансында тора. Һуңынан, комбинатҡа ла, муниципалитетҡа ла ҡарамаған объект авария хәлендә тип табыла һәм уның аша йѳрѳү тыйыла. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы ике йыл элек хәбәр итеүенсә, күперҙе ремонтлауға - 30 млн., ә һүтеп ташлауға 4 млн. талап ителә.
Был хәл-ваҡиғанан һуң муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав МИРОНОВ социаль селтәрҙә йәмәғәтселеккә аңлатма бирҙе.
- Күп йылдар был ағас күпер аныҡ бурысты үтәне: металлургия комбинаты эшселәре уның аша эшкә йөрөнө. БМК күпер эргәһендәге проходнойҙы япҡандан һуң уның кәрәге ҡалманы. Емерелә башланы.
2014 йылда хакимиәттә үткәрелгән күмәк тыңлауҙарҙа ҡатнашыусыларҙың күбеһе күперҙе бюджет аҡсаһы иҫәбенә хеҙмәтләндереү маҡсатҡа яраҡһыҙ, ремонтҡа китәсәк сығымды ҡала бюджеты күтәрә алмай тигән ҡарарға килгәйне. Күперҙе тѳҙѳкләндергәндән һуң уны даими рәүештә ремонтлап торорға кәрәк бит.
Бер нисә йыл күперҙе ҡотҡарырға тырышып ҡараныҡ. Киң мәғлүмәт саралары аша урындағы бизнес вәкилдәренә күп тапҡыр мөрәжәғәт итеп, күперҙе туристик объект булараҡ һаҡлап ҡалыу эшендә ҡатнашырға ѳндәнек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙан тәҡдимдәр булманы. Күперҙе, эргәһендәге ҡала пляжы территорияһын төҙөкләндереп ремонтлау йәһәтенән дизайн-проекттар әҙерләп, уңайлы ҡала мөхите булдырыуға йүнәлтелгән федераль программаларҙа ҡатнашыуға заявкалар биреп ҡараныҡ. Күпер инфраструктура объекты булғанлыҡтан һәм федераль аҡсаны бындай программаға йәлеп итеү ярамағанлыҡтан, беҙҙең тәҡдимде ҡабул итмәнеләр.
Ошоғаса күперҙе һүтеп ташлау тураһында һорау ҡаралманы. Ләкин хәҙер, ҡоролманың бер нисә өлөшө емерелгәндән һуң, район хакимиәте уны демонтажлау мәсьәләһен ҡарарға мәжбүр: емерек күпер бөтә Белорет гидроузелының, йәғни быуабыҙҙың эшен ҡатмарлаштырыуы ихтимал.
Шул уҡ көндө беҙ Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссияның ултырышын үткәрҙек. Беренсенән, күпер аша кешеләр йөрөүен тулыһынса туҡтатырға ҡарар иттек. Тейешле билдә унда быға тиклем дә бар ине, тик йәштәр һәм балыҡсылар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итә торғайны. Икенсенән, беҙ күперҙең емерелгән өлөшөн белгестәр тулыһынса тикшергәнгә тиклем нығытып торорға булдыҡ. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына күперҙе тикшереүҙә ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек тә инде. Һуңынан махсуслаштырылған ойошмалар тарафынан ул демонтажланасаҡ.
Мин үҙем дә ҡасандыр, комбинатта эшләгән ваҡытта, көн дә тиерлек күпер аша эшкә йөрөнөм. Күңелемдә әле лә уға бәйле матур иҫтәлектәр, йылы хәтирәләр һаҡлана. Кемдер ҡала-район хакимиәте икенсе, халыҡтан айырмалы, фекер йѳрѳтә, күперҙе һаҡлап ҡалырға теләмәй тип уйлай икән, улар бик ныҡ яңылыша. Тормошҡа айыҡ аҡыл менән ҡарарға, хәүефһеҙлек һәм бюджет аҡсаһын һөҙөмтәле тотоноу мәсьәләһен иҫәпкә алырға кәрәк.
Бөгөн беҙ ысынлап та ҡала, район йөҙөн яҡшыртырға: юлдарҙы ремонтларға, меңәрләгән кеше йѳрѳгән парк, скверҙарҙы, социаль объекттарҙы төҙөкләндерергә тырышабыҙ. Яр буйын төҙөкләндереү юлын да табырбыҙ, был мәсьәләне хәл иткәндә күперҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмаҫбыҙ, - тип яҙҙы Владислав Геннадьевич.
Читайте нас: