Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
19 Июль 2019, 13:17

Тырышлыҡ һөҙөмтәһе - матурлыҡ

Июль - йәйҙең түбәһе, ә кешеләрҙең ҡырҡҡа ярылырҙай сағы: һәр кем йыл буйына йыйылып килгән эшенең осона сығып, оҙон ҡышҡы айҙарға әҙерләнеп ҡалырға тырыша. Ҡала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре ѳсѳн дә был миҙгел айырыуса мәшәҡәтле. Йыл әйләнәһенә тынмаған эшкә йорт ихаталарын, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын, подъездарҙы ремонтлап, тәртипкә килтереү, ҡыуаҡ, түтәлдәренә тиклем тәрбиәләп, ҡарап тороу хәстәре ѳҫтәлә.

2013 йылдан бирле торлаҡ фонды менән идара итеү ѳлкәһендә эшләп килгән “Коммунальщик” яуаплылығы сикләнгән ойошманың ҡарамағында 250 471,7 квадрат метр майҙанды биләгән 41 күп фатирлы йорт. Йѳкмәтелгән бурыстарҙы тейешле кимәлдә атҡарыу йәһәтенән барыһын да эшләргә тырыша, урындағы инициативаларға нигеҙләнгән проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнаша идара итеүсе компания. Әлеге ваҡытта Косоротов урамындағы 23-сѳ, Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы 52-се һәм 54-се йорттарҙың тирә-яғын тѳҙѳкләндереп, кешеләргә ял итеү, кѳндән-кѳн күбәйә барған автотранспорт ѳсѳн ѳҫтәмә парковка урындары булдырғандар. Муниципаль берәмектәрҙең йорт ихаталары биләмәһен тѳҙѳкләндереү маҡсатын күҙ уңында тотҡан “Башҡорт ихатаһы” проектынан да ситтә ҡалмайҙар. Хеҙмәтләндергән йорт ихаталарында урынлаштырылған уйын, спорт майҙансыҡтарын таҙалыҡта һәм тәртиптә тотоу, балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү хәстәрлеген дә күрәләр. Ғәмәлдәге программаға ярашлы, туғыҙ ҡатлы 7 подъезда капиталь ремонт үткәрелгән. Подрядсылар сираттағы подъездарҙы капиталь ремонтлауға тотонған.
- Капиталь ремонт эшләгән ваҡытта килеп тыуған, башлыса ябыҡ тамбурҙар, ҡат араларындағы келәттәргә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тиҙ арала милекселәр менән хәл итергә тура килде. Бына шунда йәмәғәтселектең, йорт һәм подъезд буйынса яуаплы кешеләрҙең ярҙамы кәрәк булды. Беҙҙең биҫтәлә иҫкергән лифттарҙың бѳтәһе лә тиерлек яңыртылды. Быйыл тағы 7 лифт алыштырыласаҡ. Бѳтә йорттарҙа ла йылытыу системалары тикшерелде, ғѳмүмән, ҡышҡа әҙерлек тулы кимәлдә алып барыла, - ти идара итеүсе компания директоры Леонид Павлович Казанцев.
Етәксе әйтеүенсә, ойошмала осраҡлы кешеләр юҡ, бѳтәһе лә эш һәм ваҡыт менән һыналған. Наил Сәйфетдин улы Таһиров - шундайҙарҙың береһе. СУ-1 тресында эшләгән балта оҫтаһы, ойошма ябылыу сәбәпле, һѳнәрен алыштырыуға тиҫтә йыл булып киткән. Ҡатыны Фәнисә Ғүмәр ҡыҙы менән бер участкала эшләйҙәр. Әйткәндәй, улар икеһе лә Әзекәйҙән. Биләмәләрҙе таҙа тотоу ѳсѳн ваҡыттарын да, кѳстәрен дә йәлләмәй Таһировтар: ҡышын ҡар кѳрәп, боҙ тумыралар, йәйен үләнен сабалар, утайҙар, сәскә ултырталар, унан бѳтмәҫ сүп-сары... Уның ҡарауы, тырышлыҡтары күҙгә күренеп тора.
Ҡаланың Косоротов урамындағы 52-се йорттоң ике подъезын күптән түгел үткәрелгән косметик ремонттан һуң танырлыҡ түгел. Был матурлыҡты штукатур-буяусылар Сәриә Хәлфетдинова менән Валентина Завольскаяның тилбер ҡулдары тыуҙырҙы. Ҡоҙғон-Әхмәрҙә тыуып үҫеп, ошо һѳнәргә уҡып сыҡҡан Сәриә Сәйетгәрәй ҡыҙы хаҡлы ялда, әммә эшләүен дауам итә. Эшебеҙ еңел булмаһа ла, бик кәрәкле, аҡсаһын да ваҡытында биреп торалар, зарланырлыҡ түгел, тиҙәр бер һүҙҙән “Коммунальщик” эшселәре.
Эйе, ошо кешеләрҙең, ғѳмүмән, тѳрлѳ һѳнәр эйәләренең тырышлығы менән ҡалабыҙ кѳндән-кѳн матурая. Тѳҙѳк юлдар, яҡтыртылған урамдар, яңыртылған подъезд, ихаталар ҡалабыҙҙың йѳҙѳн билдәләп кенә ҡалмай, белореттарҙың йәшәү кимәлен сағылдыра. Бына тиҙҙән, Ҡалабыҙ кѳнѳнән һуң, Металлургтар майҙанында тѳҙѳкләндереү эштәре башлансаҡ.

Читайте нас: