Уларҙың тулыһынса эшлектән сығыуы, ауыл халҡын электр уты менән тейешенсә тәьмин итмәүе, шулай уҡ ҡоролманы хеҙмәтләндереүселәрҙең ғүмеренә хәүеф менән янауы быға сәбәпсе булып торҙо. Инвестицион проект 650 мең һумдан ашыуға тѳштѳ.
Әйткәндәй, ҡала электр селтәрҙәре Ишле ауыл хакимиәте биләмәһен уҙған йылдың ноябренән генә хеҙмәтләндерә. Эште үҙ ҡулдарына алған көндән алып был ауыл хакимиәтенә етди иғтибар бүлергә кәрәклеге аңлашыла һәм шунда уҡ проекттар әҙерләнә башлай. Ауыл халҡының үҙәгенә үткән хәлдең ыңғай яҡҡа тартылыуы ҡыуаныслы. Киләсәктә шулай уҡ электр уты биреү сымдарының иҫкергән бағаналарын алыштырыу ҙа күҙаллана. Был эш тейешле проект һәм финанслау булғандан һуң атҡарыласаҡ.
- Трансформаторҙарҙы алыштырғандан һуң ауылда электр уты менән тәьмин итеүгә бәйле проблемалар бер аҙ кәмене. Ҡала электр селтәрҙәре беҙҙе хеҙмәтләндерә башлағас, хәҙер, берәй хәл була ҡалһа, махсус бригадаға шылтырата һалыу мөмкин селеге бар. Шулай уҡ ауылда бөтә өйҙәр ҙә тиерлек электр һанау приборҙарын тышҡа сығарҙы, был эш махсус талапҡа ярашлы атҡарылды. Электр селтәрҙәре хеҙмәткәрҙәренә хәҙер тикшереү йәки башҡа эштәр атҡарыу өсөн өйҙәргә инеп йөрөйһө юҡ, - тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Ишле ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эльвира Рәүеф ҡыҙы Хәмәҙиева.