Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
6 Сентябрь 2019, 01:26

Күпер яңыртылды

Ботай ауылында Еҙем йылғаһы аша һалынған күперҙең хәл торошо тураһында мәғлүмәттәр "Урал"дың алдағы һандарында баҫылып сыҡҡайны инде.

Гәзитебеҙҙең ағымдағы ярты йыллығына яҙылыусылар араһында ойошторолған лотерея уйынында төп призды отоусыбыҙ ҙа ошо ауылдан булып сыҡҡайны һәм тәғәйенләнгән бүләген алырға килгәндә авария хәлендәге күпер аша мәктәп автобусы ла йөрөүе тураһында борсолоуын белдергәйне.
Хәҙер инде был юҫыҡтағы хәүефхәтәрҙәр ары ҡалды. Ошо көндәрҙә был күпер Белорет юл ремонтлаутөҙөү идаралығы тарафынан ремонтланды. Эштәр бер аҙна эсендә башҡарылды. Хәҙер ауыл халҡына һәм техникаға уның аша үтеү хәүеф тыуҙырмай.
Читайте нас: