“Буратино” балалар баҡсаһы хужабикәһе Галина Желнина, сараны асып, бөгөнгө көндә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында 70 бала, шуларҙың 10-ы йәш ярымға тиклем, тәрбиәләнеүен әйтеп китте. Ҡунаҡтар ремонттан һуң тағы ла күркәмләнеп киткән балалар баҡсаһын ҡарап сыҡты. Яңы ғына буялған баҫҡыс буйлап икенсе ҡатҡа күтәрелгәндә, бер айға яҡын ваҡыт арауығында тәҙрә һәм ишектәр алыштырылып ҡына ҡалмауы, хеҙмәткәрҙәрҙең дә подрядсылар менән бергә штукатурлау, буяу, ремонттан һуң бинаны тәртипкә килтереү эштәре менән шөғөлләнеүе күҙгә ташлана. Галина Павловна әйтеүенсә, коллектив, ә улар 12 хеҙмәткәр, ваҡытҡа ҡарамай, буяу-һылау эштәре менән булышҡан. Эштәр күп булыуға ҡарамаҫтан, ниһайәт, ремонт берҙәм көс менән 13 сентябрҙә тамамланды.
- Кескәйҙәр балалар баҡсаһына йәй буйына йөрөнө. 16 августа ғына ремонтҡа ябылдыҡ. Тәҙрәләрҙе алыштырыу, ремонт эштәрен бер айҙа тиерлек атҡарып сыҡтыҡ. “Отдых” йәмғиәтенең (етәкселәре А. Щепарев) тәҙрәселәр бригадаһы яҡшы эшләне. Һатыулашып, 38 процентлыҡ ташлама алыуға өлгәштек. Һөҙөмтәлә 62 тәҙрәнән тыш, 23 ишек тә алыштырылды. Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү проектында ҡатнашыу өсөн күп көс һалдыҡ, муниципаль район һәм Әзекәй ауыл хакимиәттәре документтар әҙерләшеүҙә ярҙам итте. Балалар һүрәт төшөрҙө. Бергәләп күләмле һәм сифатлы эш башҡарҙыҡ. Өс тиҫтә йылдан ашыу торған тәҙрәләрҙе тулыһынса алыштырып, бинаны йылытыуға ирештек. Үткән миҙгелдә беҙҙең ҡаҙанлыҡты ла газға күсерҙеләр. Ә хәҙер тәрбиәселәргә, башҡа хеҙмәткәрҙәргә йылы бинала рәхәтләнеп эшләргә, ата-әсәләргә иһә балаларын тыныс күңел менән ҡалдырырға мөмкин. Коллектив яҡшы беҙҙә, сабыйҙарын Тимер юл ауылынан да йөрөтөүселәр булды. Балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә ҡәнәғәт, - тине баҡса мөдире.
“Буратино” балалар баҡсаһы, ҡайһы бер ҡала баҡсалары ла көнләшерлек, уңайлы һәм матур. Бында өс төркөм эшләй. Башҡорт халҡының көнкүреше һүрәтләнгән тирмә, урыҫ өйө, тәбиғәт мөйөшө лә лайыҡлы урын тапҡан баҡсала. Ремонт эштәренән һуң балалар баҡсаһын асыу тантанаһында уның мөдире Галина Желнина, район мәғариф идаралығы начальнигы Марина Саранцева, муниципаль район хакимиәтенең финанс идаралығы начальнигы Лира Анихоязова, Әзекәй ауыл хакимиәте башлығы Рәйлә Зәйнуллина, Боғанаҡ ауылы депутаты Рида Азаматова сығыш яһанылар.
Улар урындағы башланғыстарға ярҙам итеү проектында ҡатнашып, еңеп сығыу коллектив һәм башҡалар өсөн дә ҡыуаныслы ваҡиға булыуын билдәләнеләр.
- Хәҙер боғанаҡтар балалар баҡсаһының яңы тәҙрәләренә ҡарап, уны матурайтыуға үҙҙәре лә өлөш индереүе менән ғорурлана аласаҡ. Белем биреү ойошмаларының тышҡы йөҙө - тораҡ пункттың визит карточкаһы ла. Әзекәй ауыл хакимиәте "Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү" республика проектында өсөнсө тапҡыр уңышлы ҡатнаша, - ти ауыл хакимиәте башлығы Рәйлә Миндибай ҡыҙы. - Уртаҡ тырышлыҡ һәм республика ярҙамы менән Әзекәйҙә стадион, Боғанаҡта спорт майҙансығы төҙөлдө. Бына, ниһайәт, өсөнсө проектты ла уңышлы атҡарып сыҡтыҡ. Балаларға бында тағы ла уңайлыраҡ булһын тип, уларҙың сәләмәтлеген хәстәрләп, проектта ҡатнашырға ниәт иттек инде. Бушҡа түгел, барыһы ла килеп сыҡты. Проблеманы хәл итеүгә 1 млн. һум дәүләт тарафынан бүленде, 150-шәр меңе халыҡтан һәм бағыусыларҙан йыйылды. Инициатив төркөмгә тейешле сумманы йыйыуҙа бағыусылар - “СтройМинерал” йәмғиәте, Үлсәү ҡорамалдары, Урал пружина заводтары һәм башҡа эшҡыуарҙар ярҙам итте. Ҡалған сумманы муниципаль район хакимиәте бүлеп, проект 1 млн. 457 мең һум тәшкил итте. Балалар баҡсаһы ғына бер ваҡытта ла буш тормаһын. Икенсе йыл да республика проектында ҡатнашырға иҫәп бар. Сиратта - Ҡоҙғон-Әхмәр мәҙәниәт йорто тәҙрәләрен алыштырыу.
Байрам булғас, йыр-бейеүһеҙ ҙә булмай. Сарала балалар шиғырҙар ятланы, йырҙар йырланы, тәрбиәсәлер таҡмаҡтар әйтте. Балалар өсөн күңелле уйындар үткәрелде.