- Ауылыбыҙҙың йөҙөн тәртипкә килтереү, халҡы өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу кеүек мәсьәләләрҙе хәлебеҙҙән килгәнсе үҙ көсөбөҙ менән башҡарырға тырышабыҙ. Ауыл халҡы бергә, берҙәм булғанда ғына йөкмәтелгән бурысты атҡарып була. Әзекәйҙәрҙең матди ярҙамы менән талап ителгән эштәрҙе атҡарып сыҡтыҡ та инде. Изге эштәрҙең барыһында ла ауылдаштарымдың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Киләсәктә лә ауылды төҙөкләндереү, ағастар ултыртыу ниәте лә бар. Ауылыбыҙ федераль трассаға яҡын урынлашҡас, тышҡы йөҙө лә тейешле кимәлдә булырға тейеш, - ти ауылдың яңы һайланған старостаһы Сания Сәғәҙәтова.
Эйе, ауыл зыяратын таҙартыу йәки төҙөкләндереү булһынмы, өмәләр ойоштороумы - барыһын да бергә хәл итергә тырыша әзекәйҙәр.
Ике йыл элек, Ғәрифулла Сәйфуллин һәм актив ауылдаштар инициативаһы менән, Әзекәй зыяраты төҙөкләндерелә башланы. Изге ғәмәлде тормошҡа атҡарып сығыу өсөн ауыл халҡынан, ситтә йәшәгән ауылдаштарҙан матди ярҙам да талап ителде. Изге эштә ярҙам итергә теләүселәр ҙә табылды. Һөҙөмтәлә, ауылдаштар һәм ситтә йәшәгәндәр ярҙамы менән, 272 мең һум аҡса йыйылды. Ойоштороусылар был аҡсаға тимер бағаналар, профнастил һатып алып, эшкә лә тотондо. Кемдер матди ярҙам ғына күрһәтеп ҡалманы, өмәләргә сығып зыяратты кәртәләүҙә, тәртипкә килтереүҙә ярҙамлашты. Берәүҙәр махсус ҡулайлама килтереп ултыртты, өсөнсөләр ҡапҡа эшләне. Ауылдаштар һәм ситтә йәшәгәндәр - Ғәрифулла Сәйфуллин, Насир Мәғәфүров, Ишбулды Камалетдинов, Фәрит Усманов, Сәйфулла, Заһир, Радик Таһировтар, Ишбулды Сәйетов, Сәлих Сәйәхов, Рәфис Килдейәров, Ғәриф Сәйетов, Фәнүр Мәғәфүров, Раян һәм Таһир Мостафиндар, Рәфис һәм Миннәт Ғиззәтуллиндар, Альфрет Сәйфуллин, Руслан Гуляев, Сибәғәт Мөлөков, Вәхит Абдулғафаров, Айгиз Сәғәҙәтов, Илдар Сөнәғәтов, Риф Юнысов, Себер тарафтарында эшләгән Рифат Шәрәфетдинов һәм уның командаһы, Венер Рәхимов һәм башҡаларҙың матди ярҙамы, ҡул көсө, техникаһы менән зыяраттың яртыһы (дөйөм оҙонлоғо - 280 метр) кәртәләнеп алынды. Тик изге ғәмәлде еренә еткереү өсөн йыйылған сумма етмәй әле. Ойоштороусылар, кәңәшләшкәндән һуң, йәнә ауылдаштарға мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Әруахтарҙың төйәген тәртипкә килтереүҙе мөҡәддәс бурысы тип һанаған һәр ауылдаш үҙ өлөшөн индереп, зыяраттың ҡалған 140 метры ла тиҙ арала кәртәләнеп ҡуйылыуына, был юлы ла әзекәйҙәрҙең һынатмауына ышана улар.