Ҡала халҡы, һерәйеп ҡалған ағас төпсөктәренә ҡарап, социаль селтәрҙәрҙә ризаһыҙлыҡ та белдергәйне. Был мѳһим эштең санитар норма талаптарына ярашлы атҡарылыуын күптәр аңлап етмәй. Ағастарҙы ботарлауҙың төп маҡсаты булып уларҙы йәшәртеү, ҡарт һәм сирле ботаҡтарҙан азат итеү һәм инфекцияларҙың таралыуына юл ҡуймау, электр сымдарына тейеп, кешеләргә хәүеф янауын сикләү тора. Ойошма мастеры Олег Викторович Красавин әйтеүенсә, эште Косоротов урамынан башлап ебәргәндәр. Артабан был маҡсатҡа ярашлы эштәр Карл Маркс урамында урынлашҡан УралСиб банкынан алып Косоротов урамына тиклемге йүнәлештә, Күп функциялы үҙәк эргәһендә атҡарылған. Әле Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан алып “Металлург” стадионына ҡарай арауыҡта эш ҡайнай. Бригадала 6-7 кеше, техниканан - трактор, ГАЗель һәм КамАЗ машиналары йәлеп ителгән. Көндөң икенсе яртыһында бригада артынан ҡалған ваҡ ҡыйҙарҙы коммуналь хужалыҡ эшсәндәре һепереп, таҙалап та ҡуя.