Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
28 Апрель 2020, 12:40

"Сертификат алып ҡыуандыҡ!"

Муниципаль район хакимиәтендә ауыл ерендә йәшәү шарттарын уңайлы итеүҙе бурыс итеп ҡуйған “Ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы сертификаттары тапшырылды.

Район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Андрей Иванюта Исмаҡай ауылынан Азамат Атауллинға һәм Мулдаҡай ауылынан Әлиә Һунарғоловаға субсидия сертификаттарын тапшырып, изге теләктәрен еткерҙе (һүрәттә). Сертификат эйәләре икеһе лә күп балалы ғаилә иҫәпләнә, тәүгеһендә - 6, ә икенсеһендә 4 бала тәрбиәләнә.
Маҡсатҡа ярашлы, районда әлеге көндә аграр-сәнәғәт комплексы һәм бюджет өлкәһендә эшләгән 11 граждан сертификат алыуға сиратта тора. Тап ошо категорияға ингәндәр был сертификатты алыуға өмѳт итә ала ла инде.
Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы был программа ағымдағы йылдан алып эшләй. Ауыл ерендә йәшәгән граждандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, ундағы инфраструктураларҙы үҫтереү, ауылда йәшәргә теләгәндәр һанын арттырыу, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙе квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү, шулай уҡ ауылда эшһеҙлекте кәметеү программаның бурыстары булып тора.
Шәхси йорт төҙөү өсөн заявка биргәндәрҙең дәүләт ярҙамы алғанға тиклем мотлаҡ рәүештә сертификат суммаһының 30 процентына ярашлы төҙөлөш эштәре башланған булырға тейеш. Эштәр барышын капиталь төҙөкләндереү бүлеге контролдә тота һәм йорттоң бер йыл эсендә файҙаланыуға тапшырылыуы талап ителә. Йорттоң майҙаны һәр ғаилә ағзаһына кәмендә 18 квадрат метр тәшкил итеүе шарт булып тора.
Әлиә ҺУНАРҒОЛОВА:
- Сертификат алырыбыҙға өмөт юҡ ине, шылтыратып хәбәр иткәстәр, шатлығыбыҙҙың сиге булманы. Өйөбөҙҙө нисегерәк итеп эшләү тураһында күптән хыял итеп бөткәнбеҙ. Иң ауыры - документтар артынан йөрөү, уларҙы йыйыу булды. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, эште бер башлағас, аҙағына еткерергә кәрәк. Дәүләттең күп балалы ғаиләләргә ярҙам итергә тырышыуы, иғтибар итеүе ҡыуандыра. Бының өсөн рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.
Читайте нас: