Сарала муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, ҡала хакимиәте башлығы Сергей Поляков, муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Иван Лавренов, Рим Хәзиев, Йәштәрҙең ял үҙәге хеҙмәткәрҙәре, “Юнармия” хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте активистары, “Еңеү” ирекмәндәре һәм башҡалар ҡатнашты.
- Ҡәберлектәрҙе тәртипкә килтереүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәтемде белдерәм. Һәр һәйкәл төҙөкләндерелһен һәм онотолорға тейеш түгел тип иҫәпләйем. Артабан да уларҙы таҙа тоторға кәрәк”, - тине Андрей Иванович.
Бер көн алда бында Йәштәрҙең ял үҙәге хеҙмәткәрҙәре, “Доблесть” хәрби-патриотик клубы ағзалары өмә үткәрҙе: һәйкәл алдына ҡара ер ташып, унда Рәсәй флагын сағылдырған петуния сәскәләрен ултырттылар.
Иҫкә алыу һәм ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү көнөндә Андрей Иванюта һәм коллегия ағзалары Уҡшук биҫтәһе зыяратындағы ете билдәһеҙ һалдат ҡәберенә лә венок һәм сәскәләр һалды. Был көндө Октябрьский, Уҡшук биҫтәләрендәге, Тимер юл ауылындағы һәм райондың барлыҡ ауыл зыяраттарында өмәләр ойошҡан рәүештә үтте, халыҡ ихлас ҡатнашты. Район-ҡала предприятиелары сүп-сарҙарҙы сығарыу өсөн техникаһын йәлеп итте.