Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
4 Август 2020, 19:40

“Зәңгәр береттар”ҙың юбилей бүләге

Уҙған йәкшәмбелә ҡалала Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө киң билдәләнде. Быйыл ул десантсылар подразделениеһы ойошторолоуҙың 90 йыллыҡ юбилейына арналды.

Байрам сараһы ДОСААФ автомәктәбендә 2003-2017 йылдарҙағы Белорет өлгөлө автомобиль мәктәбе начальнигы, майор, район-ҡалала беренселәрҙән булып хәрби-патриотик берләшмә ойоштороусы, Һауадесант ғәскәрҙәре ветерандарының “Ҡанатлы гвардия” йәмәғәт ойошмаһының беренсе рәйесе Зәбир Шакир улы Ахибзяновҡа арнап ҡуйылған иҫтәлекле һәйкәлгә сәскәләр һалыуҙан башланып китте. Артабан ҡала урамдары буйлап флагтар менән биҙәлгән машиналар сәйәхәт ҡылды.
Афған, чечен яуҙарын үтергә тура килгән, төрлө йылдарҙа хәрби бурыстарын намыҫлы үтәгән “зәңгәр береттар” муниципаль район хакимиәте вәкилдәре менән берлектә Еңеүҙең 40 йыллығы скверындағы Һауа-десант ғәскәрҙәренә арнап ҡуйылған монументҡа, Геройҙар аллеяһында Мәңгелек утҡа венок һәм сәскәләр һалды.
Байрамдың төп өлөшө Ленин урамындағы йорт ихатаһында уҙҙы. Бында Һауа-десант ғәскәрҙәренең 90 йыллығына арнап “Ҡанатлы гвардия” йәмәғәт ойошмаһы ветерандары, район-ҡала хакимиәте, бағыусылар ярҙамы менән төҙөлгән спорт майҙансығын тантаналы асыу сараһы үтте. Әйткәндәй, десантсыларҙың был идеяһын башҡа Ҡораллы Көстәр ғәскәрҙәре лә хуплап ҡабул иткән, майҙансыҡ алты көн эсендә әҙер булған. Майҙансыҡты киләсәктә махсус резина менән ҡапларға йыйынабыҙ, ти “Ҡанатлы гвардия” ойошмаһы рәйесе Олег Челищев.
“Зәңгәр береттар”ҙы байрам менән муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, ҡала хакимиәте башлығы Кирилл Егупов, запастағы хәрби йәмәғәт ойошмалары рәйестәре ҡотланы. Иң әүҙем Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары йәштәргә патриотик тәрбиә биргәндәре һәм күп йыллыҡ изге эштәре өсөн Грамоталар, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде, шулай уҡ юбилей миҙалдары тапшырылды.
Сара запастағы десантсыларҙың күрһәтмә сығышы менән тамамланды.
Читайте нас: