Бында махсус резина түшәме менән ҡапланған балалар майҙансығы, спорт менән шөғөлләнеү ҡоролмалары ҡуйылған. Әле һуңғы бардюрҙарҙы урынлаштырыу, кәртәләү эштәре менән булалар. Ихата майҙанын асфальт түшәме менән ҡаплау иң һуңғы этап булып тора.
Эште подрядсы ойошма - “Техпром” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре атҡара. Бында ике трактор, ике ГАЗель машинаһы йәлеп ителгән, бригадала 12 кеше эшләй. Кәрәк булғанда, шәхси эшҡыуарҙарҙан КамАЗ, экскаватор, бульдозер кеүек техникаларҙы арендалайҙар. Уларға шулай уҡ ҡала мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары ярҙамлаша (өҫкө һүрәттә). Уҡыусылар Ленин скверының, Металлургтар майҙаны эргәһендәге парктың кәртәләрен буяуҙа ҡатнашҡан. Әле “Еңеүҙең 40 йыллығы” скверында буяу эштәрен дауам итәләр.
Ойошма мастеры Олег Красавин әйтеүенсә, төҙөкләндереү эштәре планға ярашлы 14 сентябргә тиклем тамамланасаҡ:
- Һәр эште был йорттарҙа йәшәүселәр менән кәңәшләшеп, һорашып, уларға оҡшағанса эшләргә тырышабыҙ. Башта йорт алдындағы ҡоймаларҙы һоро төҫкә буяғайныҡ. Халыҡ сағыуыраҡ, күңеллерәк төҫтәргә өҫтөнлөк биреүҙәрен белдергәс, ҡыҙыл, зәңгәр, һары кеүек төҫтәрҙе аралаштырып ҡулландыҡ. Беҙгә халыҡтың эшебеҙҙән ҡәнәғәт булыуы мөһим, - тине Олег Викторович.