Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
12 Август 2020, 13:37

Асының асылы - халҡында

Асы ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға арнап “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Реаль эштәр” дәүләт программаһына ярашлы реконструкцияланған стеланы тантаналы асыу сараһы үтте.

Асылар ҡунаҡтарҙы ҡаршы алғандан һуң, барыһы ла стела алдына йыйылды.
- Ҡайҙа ғына үтеп барһаң да һин,
Туҡтап үт һин был ерҙә.
Эй башыңды оло хөрмәт менән
Был ҡәҙерле изге һәйкәлгә.., - тип сәләмләне алып барыусылар тантанаға йыйылғандарҙы. Фәриҙә Ноғоманова башҡарыуында Ватан өсөн үҙ-үҙҙәрен аямай көрәшкән, яу ҡырында ятып ҡалғандарға арналған һағышлы “Әсәй тураһында баллада” яңғырағандан һуң, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимндары яңғыраны. Йәсмин Исмәғилева Мәлих Харистың “Онотмаһын мине лә тыуған ил” шиғырын уҡығандан һуң стелаға веноктар, сәскәләр һалынды.
Тантаналы сараны асыу өсөн һүҙ Асы ауыл хакимиәте башлығы Венер Йосоповҡа бирелде:
- Был урынға беҙҙе бергә йыйылырға мәжбүр иткән ваҡиғаға бер кем дә битараф түгел. Бөгөн беҙ үткән менән киләсәкте бәйләп, 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан асыларға арнап стела асабыҙ. Бында йәмғеһе 108 кешенең исем-шәрифе яҙылған, шуларҙың 49-ына тыуған ауылына әйләнеп ҡайтырға тура килмәй. Яҡташтарыбыҙ, бөтә совет һалдаттары кеүек, фронттың алғы һыҙығында Еңеү өсөн үҙҙәрен аямай көрәшкән. Илебеҙҙәге меңәрләгән һәйкәлдәр, обелискылар, туғандар ҡәберлектәре беҙгә был ҡәһәрле һуғыш тураһында хәтерләтә. Үткәндәр тураһындағы иҫтәлектәр йәштәрҙә, үҫмерҙәрҙә һәм балаларҙа патриотик рух тәрбиәләй, ата-бабаларыбыҙҙың батырлығынан үрнәк алырға саҡыра, улар өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уята.
Һуңғы йылдарҙа бындай кимәлдәге обелискылар, стелалар төҙөү, уларҙы реконструкциялау, ремонтлау кеүек изге эштәр күп атҡарыла. Асы ауылындағы “Реаль эштәр” дәүләт программаһы сиктәрендә төҙөлгән стела ла, ата-бабаларыбыҙҙың батырлығы алдында баш эйеү, уларҙы иҫкә алыу, төрлө байрам саралары үткәреү урыны булыр, тип ышанғы килә.
Береш ауылынан подрядсы Фәтҡислам Мирсаяф улы Ғәйнетдиновҡа һәйкәлде төҙөүҙә ҙур өлөш индергәне, финанс яғынан ярҙам иткәне өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Дәүләт программаһы аша бүленгән сумма бындай күләмдәге эштәрҙе атҡарып сығарыу өсөн етмәгәс, ул үҙенең бригадаһы менән ниәт иткән эште аҙағынаса атҡарып ҡуйҙы.
Шулай уҡ өмәлә ҡатнашҡан ауылдаштарға, атап әйткәндә Ринат Кирановҡа, Фуат Түлебаевҡа, Әмир Юламановҡа, Фәнил Мөхәмәткилдинға, Закир Таиповҡа, Динис Ғәлиевҡа, Венер Исҡаковҡа, Илгиз Нурмөхәмәтовҡа, Таһир Шәйхетдиновҡа, Рәлиф Ғәниевҡа, Ирек Йосоповҡа һәм Рәшит Ноғомановҡа оло рәхмәт һүҙҙәрен әйтке килә. Ауыл хакимиәте, Арыҫлан Мөбәрәков музейы, ауыл клубы, мәктәп хеҙмәткәрҙәренең төҙөкләндереү эштәрендә ҡатнашҡандары хуплауға лайыҡ.
Ауылдаштарҙы йыл һайын һәйкәлдең тирә-яғын йәшелләндереп, уны тәртиптә һәм таҙалыҡта тоторға саҡырам, - тине Венер Ғариф улы.
Артабан телмәр тотоу өсөн һүҙ муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаевҡа бирелде. Ул Фәтҡислам Мирсаяф улы Ғәйнетдиновты, Ринат Мәхмүт улы Кирановты намыҫлы хеҙмәте, Асы ауылы биләмәһендә үткәрелгән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн район Советының Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Стеланы төҙөүҙә көстәрен, ваҡыттарын йәлләмәгән, барлыҡ эштәрҙә ихлас ҡатнашҡан бер төркөм ир-егеттәрҙе Асы ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләп, киләсәктә лә әүҙем булырға саҡырҙы.
Унан һуң һүҙ подрядсы Фәтҡислам Ғәйнетдиновҡа тапшырылды. “Асыға төрлө яҡтан ҡунаҡтар, ял итеүселәр күп килә. Киләсәктә улар ауыл урамдары буйлап үткәндә был урынға туҡтап, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына рәхмәт белдереп үтер тигән ниәттә ҡалам. Балалар, йәштәр тарихыбыҙҙы белеп үҫһен, ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын онотмаһын, уларҙан үрнәк алһын”, - тине ул.
(Әйткәндәй, Фәтҡислам Мирсаяф улы Асыла 100 урынға иҫәпләнгән кафе төҙөү эштәре менән була. Ял итергә, тоҙло һыу менән дауаланырға килеүселәр өсөн иҫәпләнгән бинала шулай уҡ аптека, магазин да урынлашасаҡ).
Совет һалдаттарын хөрмәтләп бер минут тынлыҡ иғлан ителеп, уларҙы иҫкә алғандан һуң, тантаналы сара Юлиә Ниғәмәтова менән Азалия Сәйфуллина башҡарыуындағы “Еңеү яҙы” йыры менән тамамланды.
Артабан ҡунаҡтар 1994 йылда Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм халыҡ артисының ҡыҙы - Гөлли Мөбәрәкова булышлығында асылған Арыҫлан Мөбәрәков музейын ҡараны. Музей бөгөнгө көндә Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы филиалы булып иҫәпләнә. Унда 500-ҙән ашыу экспонат тупланған. Музей мөдире Айһылыу Ғарипова әйтеүенсә, уларҙың күбеһе ҡиммәтле һаналғанлыҡтан, ябыҡ бүлмәләрҙә һаҡлана. Арыҫлан Мөбәрәковтың шәхси әйберҙәренән тыш, этнографик бүлектә ата-бабаларҙың көнкүрештә ҡулланған, үҙ ҡулдары менән эшләгән хужалыҡ кәрәк-яраҡтары, һауыт-һаба һәм башҡа ҡомартҡылар тупланған.
Һуңынан Илгиз Сафый улы Асы ауыл хакимиәте башлығы Венер Ғариф улы менән берлектә авария хәлендәге ауыл клубын ҡараны. Халыҡтың ял иткән, байрамдар ойошторолған бина торошо ҡыуанырлыҡ түгел. Уға реконструкция үткәреү өсөн күп кенә сығымдар талап ителә. Ә ауыл хакимиәтенең үҙ аллы бындай сумманы күтәреү мөмкинлеге юҡ.
Шулай уҡ балалар баҡсаһында ла булдылар. Балалар һаны арта барыуы сәбәпле урындар етешмәй, уға төкәтмә төҙөү мәсьәләһе тора. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында иһә, һыу тоҙло булғанлыҡтан эштән сыҡҡан, тутыҡҡан тимер торбаларҙы, йылытыу системаһын яңыртыу талап ителә.
Ауылда эсәр һыу юҡлығы төп проблемаларҙың береһе һанала. Ауыл халҡы һыу ташып эскән берҙән-бер йылға ла йәйге эҫе көндәрҙә ҡороған. Үҙәкләштерелгән һыу системаһына тоташтырыу, газ менән тәьмин итеү талап ителә. Олойылға, Дауахана урамдарына асфальт түшәү ҙә көнүҙәк һорауҙарҙың береһе. Халыҡтың күпселек өлөшө ял йортонда, тимер юлында эшләй, үҙҙәренең шәхси эшен, крәҫтиән-фермер хужалығын алып барыусылар ҙа байтаҡ Асыла.
Меңгә яҡын кеше йәшәгән ауыл көндән-көн ҙурая бара. Төрлө дәүләт программалары, проекттары арҡылы һәм ябай халыҡтың тырышлығы менән уның торошо тағы ла яҡшыраҡ, матурыраҡ була барһын.
Читайте нас: