Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
13 Ноябрь 2020, 13:55

Боғанаҡта - хоккей коробкаһы

Елдәй етеҙ конькиҙарҙа ялтырап ятҡан боҙ өҫтөнән сәкән тотоп шайба ҡыуаларға малай- шалайҙарҙың кемеһе генә яратмай икән?! Хәйер, бар донъяны онотторор, сәмләндерер уйынды хушһынмаған кеше һирәктер. Тик шуныһы: сәкән һуғыу өсөн һәр ҡайҙа ла уңайлы шарттар ғына булдырылмаған. Был йәһәттән боғанаҡтар һис аптырап тормаған - ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙ көстәре менән бына тигән хоккей коробкаһын төҙөп ҡуйған!

Балаларҙың күңелен күрер, күптәнге хыялдарын тормошҡа ашырыр, шул уҡ мәлдә йәш быуынды спортҡа, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыр өсөн башҡарылған эш бөтөн ауыл халҡын берләштергән, үҙ-ара матур мөнәсәбәт тыуҙырған изге ғәмәлгә әйләнгән. Әзекәй ауыл хакимиәте башлығы Нажия Динислам ҡыҙы Вәлиеваның, унан ары район хакимиәте етәкселегенең хуплауына өлгәшеп, октябрь аҙағында Боғанаҡ халҡы ең һыҙғанып эшкә тотона. Мәктәп уҡыусыларының тырышып йүгереп йөрөүе, теге йәки был һөнәргә өйрәнергә тороуы ла ололарҙы дәртләндереп, ҡанатландырып ебәргәндер.
Эш барышы тәңгәленән ауыл әүҙемдәренең береһе, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаған хаҡлы ялдағы уҡытыусы Рида Ғәрәф ҡыҙы АЗАМАТОВАға мөрәжәғәт иттек:
- Хоккей коробкаһын эшләү идеяһы менән күптән янабыҙ. Иң элек уҡыусыларҙың, атай-әсәйҙәрҙең теләге ул. Бала-саға күңелен ҡыҙыҡтырырҙай бер нәмә юҡ ауылда, һатып алынған конькиҙар ҙа күптән саңланып тора, тип ниәтебеҙҙе яңы хакимиәт башлығы Нажия Динислам ҡыҙына еткерҙек - ҡаршы төшмәне, ярҙам итергә вәғәҙәләне. Өлкәндәр ул-был эштәрҙе теүәлләп, матди йәһәттән мәсьәләләрҙе хәл иткәнсе, уҡыусылар хоккей коробкаһын төҙөй ҙә башланы.
Бер нисә кешенән торған актив һайлап, ауыл халҡынан аҡса йыйҙыҡ, эшҡыуарҙарҙан да ярҙам һораныҡ. Таҡта ярыу эше менән булған Мөхәмәт Хажиәлиев , Сергей Никитенко беҙҙең үтенесте илтифатһыҙ ҡалдырманы. Мөхәмәт Иса улы хоккей коробкаһын арҡыры һайғауҙар, бағаналар менән тәьмин итһә, Сергей Александрович иһә етерлек таҡта бирҙе.
Бөтөн эштәр ҙә йүнсел, тәүәккәл ауылдашыбыҙ - Александр Владимирович Молчановтың аҡыллы етәкселеге аҫтында барҙы. Ә бит теләктәшлек белдереүселәр, эшсе ҡулдар, төҙөлөш материалдары етерлек булып та, халыҡты туплар, йүнәлеш, кәңәш бирер кеше булмаһа, эш алға бармай. Донъясыл, ипле, сос, һәр нәмәнең рәт-сиратын белгәндәр менән бер башланғыс та ҡарышмай шул. Малайҙарға нисек соҡор ҡаҙырға, ҡаҙаҡ ҡағырға - барыһын да өйрәтеп, күрһәтеп йөрөнө ул. Фәрхәт Әбдүрәхимов, Мәҡсүджон Хәкимов, Арҫлан Әбдүрәхимов, Кирилл Йосопов, Игнат Кочнев, Равшан Асанов, Григорий Ступак, Кирилл Молчанов, Игнат Разгуляев, Глеб Хлопцов бер эштән дә ситтә ҡалманы. Үҫмерҙәр бысҡы, балта, көрәк кеүек эш ҡоралдарына тотонһа, бәләкәйҙәр майҙансыҡты сүп-сарҙан таҙартырға, соҡор күмергә, таҡталарҙы тотошорға ярҙам итте.
Ауыл депутаттары - Наталья Разгуляева, Ольга Исаева, йүнсел яҡташтарыбыҙ - Александр Хлопцов, Юлай Яныбаев, Андрей Кудряшов, Светлана Татаринцева, Ольга Запевина, Олеся Дәүләтова, Альбина Вәлиәхмәтова, Валентина Гринченко һәм башҡаларҙың өлөшө лә баһалап бөткөһөҙ. Һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлаған Валентина Федоровна беҙҙең менән бергә бүрәнә-таҡталарҙы ташыны, бағана йышты, соҡорон да ҡаҙҙы, ҡоймаһын да буяшты. Эш араһында барыһын да тәмле картуф, ҡайнар сәй менән дә һыйларға өлгөрҙө. Боғанаҡҡа ҡунаҡҡа килгән Лариса Кунгурованың бөйөрөктәре лә һәләк тәмле булды.
Иретеп йәбештереүсе Алик Зәйнуллинға ла рәхмәтебеҙ сикһеҙ - ул спорт майҙансығына яңы ҡапҡа эшләне, ҡойма ҡорошто. Ҡайһы бер ауылдаштарыбыҙ аҡсалата ғына түгел, төҙөлөш материалдары менән дә ярҙам итте. Мәҫәлән, Бетон-төҙөлөш комбинаты хужаһы Роман Третьяков - гранит онтағы, Ольга Запевина менән Альбина Вәлиәхмәтова цемент бирҙе. Семен Борисов атлы ир аҫылы Боғанаҡта йәшәмәһә лә, үҙ аҡсаһына беркетеү изделиеларын һатып алды. Шәхси эшҡыуар Иван Шелудько ла ярҙамһыҙ ҡалдырманы. Район хакимиәте тарафынан иһә 110 килограмм буяу бүленде.
Әлбиттә, һигеҙ көн эсендә ошондай ҙур эште атҡарып сыға алыуыбыҙға ифрат шатбыҙ. Һуңғы көндә майҙансыҡты һәм уның тирә-йүнен сүп-сарҙан таҙартып, эш аҙағында матур ғына сәй табыны ойошторҙоҡ. Юлиә һәм Александр Молчановтар ҙур ҡаҙан алып килеп, тәмле былау бешерҙе. Әйткәндәй, бер йыл элгәре генә ҡаланан ауылға күсеп килгән был ғаиләнең ташып торған дәрт-дарманы, эшлеклелеге беҙгә ҙур этәргес булды. Нажия Динислам ҡыҙының Боғанаҡҡа килеп, эш барышы менән ҡыҙыҡһынып тороуы ла сәмләндереп ебәрҙе, - тип тамамланы һүҙен Рида Ғәрәф ҡыҙы.
Хоккей коробкаһын асыу тантанаһы йыл аҙағына тәғәйенләнгән. Уға тиклем майҙансыҡты яҡтыртыу, һыу ҡойоп, боҙ менән ҡаплау эштәрен дә атҡараһы бар. Йәнә спорт майҙансығы янында кейем алыштырыр, йылыныр өсөн бина булдырыуҙы ла хәстәрләй боғанаҡтар. Хәйер, изге маҡсат, теләк барҙа, бөтөн башланғыстарға ла юл асыҡ. Иң мөһиме, берҙәмлек, ышаныс һәм тәүәккәллек булһын...
Читайте нас: