Оло ѳйгә ни кәрәк, кесеһенә шул кәрәк тигән кеүек, Октябрьский биҫтәһе әллә ни ҙур булмаһа ла хәл итәһе проблемалары етерлек. Әлеге ваҡытта 8-се мәктәп бинаһының киләсәге кѳнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Бында мәктәп ҡыйығын алыштырғандан һуң беренсе һәм икенсе ҡат арауығында проблема килеп сыҡҡайны. Шул сәбәпле, был учреждениела белем биреүҙе туҡтатып, балаларҙы 18-се мәктәпкә һәм “Ровесник” клубына күсереп торорға мәжбүр булдылар. Хәлде тиҙ арала яйлау ѳсѳн мәғариф идаралығы һәм муниципаль район хакимиәте тарафынан барлыҡ саралар ҙа күрелә. Мәктәптең реконструкция проекты буйынса аукцион иғланителгән. Эш уңышлы тормошҡа ашырылған осраҡта мәктәптә уҡыу урындарын арттырыуға ла мѳмкинлек буласаҡ. Проектлау эштәре киләһе йылдың яҙына тамамланыр тип кѳтѳлә. Артабан етәкселәр мәктәпте реконструкциялау буйынса финанс ярҙамы һорап, Республика Хѳкүмәтенә мѳрәжәғәт итәсәктәр.
Биҫтәлә яҡын араларҙа хәл ителер-гә тейеш мәсьәләләрҙең икенсеһе - оҙаҡ йылдар ташландыҡ хәлдә торған элекке “Октябрь” кинотеатрын (һүрәттә) реконструкциялау. Әле был бинаны нимә эшләтергә кәрәклеге аныҡ ҡына хәл ителмәгән, был йәһәттән иҫке бинаға яңы һулыш биреү ѳсѳн тѳрлѳ фекерҙәр, тәҡдимдәр тикшерелә. Кинотеатрҙың артабанғы яҙмышын хәл итеү ѳсѳн республиканан финанс ярҙамы һорап мѳрәжәғәт иткәндәр ҙә инде. Әлеге ваҡытта биҫтәлә йәшәгән йәштәр һәм балалар ѳсѳн спорт менән шѳғѳлләнеүгә махсус урындарҙың булмауын иҫәпкә алып, был урында “Металлург” стадионында тѳҙѳлѳп ятҡан комплексҡа оҡшаш физкультура-һауыҡтырыу комплексы ла булыуы ихтимал. Яңы спорт ҡоролмаһы янындағы территория ла тѳҙѳкләндереләсәк һәм тейешле инфраструктура булдырыласаҡ. Тәү сиратта, әлеге ваҡытта ошо тирәлә теҙелеп киткән иҫке киоскылар һүтеп алынасаҡ. Был киоскыларҙың ҡасан ҡуйылғаны ла билдәһеҙ, үҙҙәренең йәмһеҙ, иҫке тѳҫѳ менән улар биләмә халҡына 90-сы йылдарҙы хәтерләтеп торғандай.
Октябрьский биҫтәһендә йәшәүселәр үҙҙәре лә тиҙҙән башланасаҡ ҙур эштәрҙе түҙемһеҙләнеп кѳтә. Улар муниципаль район хакимиәте башлығына үҙҙәрен борсоған дѳйѳм проблемаларҙы ла еткерҙе һәм тирә-яҡты сүп-сар менән бысратҡан кешеләргә ҡатыраҡ саралар күрелһен ине, тигән теләк тә белдерҙе.