Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
28 Сентябрь 2021, 10:45

Тирә-яҡ йәшеллеккә күмелһен ѳсѳн

Район-ҡала халҡы “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй кампанияһы сиктәрендә уҙған “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһына ҡушылды.

Тирә-яҡ йәшеллеккә күмелһен ѳсѳн
Тирә-яҡ йәшеллеккә күмелһен ѳсѳн

УралСиб банкы эргәһенән алып Октябрҙең 50 йыллығы урамына тиклемге юл ситендә шыршы, саған үҫентеләрен ултыртыуҙа ҡаланың педагогия һәм медицина колледжы студенттары (һүрәттә), уҡытыусылары, УралСиб банкы, "Газпром" йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре, депутаттар һәм йәмәғәт ойошмалары коллективтары ҡатнашты.

Бынан тыш, Блюхер һәйкәле, Точисский урамындағы чечен һуғышында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл эргәһендә, “Башҡорт ихатаһы” программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән күп ҡатлы йорттар ихаталарында, Крупская һәм Ленин урамдары киҫелешендәге скейт-майҙансыҡта шыршы һәм саған ағастарын ултыртыуҙа ҡала етәкселеге, муниципаль район хакимиәте коллективы, ойошмалар һәм предприятиелар хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр ихласлыҡ күрһәтте.

Уҙған ял көндәрендә район-ҡалала республика акцияһы сиктәрендә 450 ағас үҫентеһе ултыртылды.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: