Ошоно иҫәпкә алып, Егәҙе ауылының автомобиль юлдарына ҡырсынташ түшәлә. Бөгөнгө көндә тулыһынса Оборона, Дауахана урамдары ремонтланды һәм ике һыу үткәргес торба һалынды. Бында ауыр техника - грейдер, виброкаток, 20 һәм 30 тонналыҡ самосвал машинаһы эшләй. Эштәр өсөн ҡулланылған ҡырсынташ урындағы карьерҙан алып киленә. Был эштәрҙән алда әҙерлек эштәре атҡарылды - бөтә урам юлдары грейдер менән һөрөлдө һәм юл ситтәрендә кюветтар эшләнде.
Йәнә Мәктәп урамына, Ботай ауылы урамдарына ошо уҡ программаға ярашлы ҡырсынташ ҡатнашмаһы түшәләсәк. Шулай уҡ Егәҙенең Тау, Наумкин һәм Комсомол урамдарын да ремонт планына индереү мәсьәләһе күтәрелә.
Форсаттан файҙаланып, ремонт эштәрен алып барған ир-егеттәргә, подрядсы ойошмаға һәм был төҙөкләндереү эштәрендә активлыҡ күрһәткән Рифат Сәғәҙәтовҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Егәҙе ауыл хакимиәте.